Мир Йәләл Пашаев
| Мир Йәләл Пашаев | |
| әзерб. Mir Cəlal Əli oğlu Paşayev | |
| Зат | ир-ат[1] |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 26 апрель 1908[2] |
| Тыуған урыны | Andabil[d], Иран Әзербайжаны, Каджарский Иран[d] |
| Вафат булған көнө | 28 сентябрь 1978 (70 йәш) |
| Вафат булған урыны | Баҡы, Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
| Балалары | Хафиз Мир-Джалал оглы Пашаев[d], Ариф Мир-Джалал оглы Пашаев[d], Agil Pashaev[d] һәм Adiba Pashayeva[d] |
| Яҙма әҫәрҙәр теле | Әзербайжан теле |
| Һөнәр төрө | яҙыусы, шағир, әҙәби тәнҡитсе, драматург, тәржемәсе, тәнҡитсе, новеллист, прозаик, публицист, учёный-литературовед |
| Эшмәкәрлек төрө | творческое и профессиональное письмо[d][3] һәм литературная критика[d][3] |
| Уҡыу йорто | Юғары белем |
| Ғилми дәрәжә | филология фәндәре докторы[d] |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Мир Йәләл Әли оглу Пашаев (әзерб. Mir Cəlal Əli oğlu Paşayev; 26 апрель 1908 йыл, Әрдәбил, Иран — 28 сентябрь 1978 йыл, Баҡы, Әзербайжан ССР-ы, СССР) — әзербайжан яҙыусыһы, әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре докторы (1947), профессор (1948), Әзербайжандың атҡаҙанған фән эшмәкәре. Ул сатирик һәм юмористик әҫәрҙәр, романдар, хикәйәләр авторы, әҙәби тәнҡитсе була.
Биография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1908 йылда Әрдәбил янында фермер ғаиләһендә тыуа. Һуңыраҡ ғаилә Гәнжә ҡалаһына (ул саҡта Рәсәй империяһының Елизаветполь губернаһы үҙәге) күсә. 1918 йылда атаһы вафат була, ә Мир Йәләл өлкән ағаһы ҡарамағында йәшәй. 1918—1919 йылдарҙа башланғыс белемде хәйриә йәмғиәте ярҙамында ала. 1923 йылда Гәнжә педагогия училищеһына уҡырға инә, уны 1928 йылда тамамлай. Бер ни тиклем Гәнжә һәм Кәдәбәк ҡалалары мәктәптәрендә уҡыта.
1930 йылда Ҡазандағы Көнсығыш педагогия институтының (Автономиялы Татар ССР-ы, РСФСР) әҙәби бүлегенә уҡырға инә. Әзербайжанға ҡайтҡас, Баҡылағы Әзербайжан дәүләт ғилми-тикшеренеу институтының аспирантураһына уҡырға инә.
1933 йылдан ғүмеренең аҙағына тиклем Әзербайжан дәүләт университетында профессор һәм Әзербайжан әҙәбиәте тарихы кафедраһы мөдире булып эшләй.
1940 йылда Пашаев «Фүзули шиғриәтенең шиғри үҙенсәлектәре» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
1947 йылда «Әзербайжандың әҙәби мәктәптәре» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
1920—1940 йылдарҙа Баҡының Иҫке ҡалаһында Мәләүез Крепост урамында урынлашҡан 18-се йортта йәшәй[4].
Әзербайжан Милли Фәндәр академияһы академигы А. М. Пашаевтың атаһы ; Әзербайжан вице-президенты М. А. Алиеваның олатаһы, Әзербайжан президенты И. Г. Алиевтың ҡатындары.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]М.Пашаев хәҙерге әзербайжан әҙәбиәтендә маҡтаулы урын биләй. Яҡынса 50 нәфис әҙәбиәт, фән һәм публицистика әҫәрҙәре, 500-ҙән ашыу рецензия мәҡәләһе, башҡа фәнни-теоретик хеҙмәттәр һәм дәреслектәр авторы.
Уның «Баҡса буры», «Доктор Джинаятов», «Ҡулланыу», «Ҡоҙалар ҡайтты», «Былауҙан һуң», «Анкет Анкетов», «Сит ил ауырыуы», «Мирза Шафи», «Мөхләтов Биографияһы», «Дуҫ банкеты» һәм башҡа хикәйәләре үҙенсәлекле. Уларҙа яңылыҡ менән иҫкелек араһындағы көрәш, кеше хис-тойғолары, илһөйәрлек, ата-әсәгә ихтирам, һөйөү һүрәтләнә. Ҡайһы саҡта хикәйәләрҙә аңлы рәүештә ҡабатланған комик ситуациялар ҡыҙыҡлы, тәү ҡарашҡа хатта ышандырғыс һымаҡ тойола.
Автор романдары араһында «Терелгән кеше», «Йәш кеше манифесы», «Асыҡ китап», «Тиңдәштәр», «Яңы ҡала», «Ҡайҙа юл тотабыҙ?». Һәр береһендә автор бер нисә герой яҙмышын һүрәтләй, уларҙы шәхси психологияһын аса һәм эске психологик донъяһын ышандырғыс, иҫтәлекле штрихтар менән һүрәтләй.
1958 йылда «Мастерство Физули» монографияһы баҫылып сыға[5]. 2024 йылдың ғинуарында китап немец теленә тәржемә ителә[5].
Мир Пашаев тиҫтәләгән мәҡәлә һәм очерк яҙа, мәҫәлән, «Үҙгәртеп ҡороу юлдарында», Сәмәд Вурғун «Яңы шиғриәт манифесы», М. С. Ордубәдиҙең «Томанлы Тәбриз» романы тураһында. А.Ахвердов , С.Рөстәм, Э.Мәммәдханли, Ә.Йәмил тураһындағы мәҡәләләр әзербайжан әҙәби тәнҡитендә яңы һүҙ була.
Фильмография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бер ғаилә (1943)
- Ике сит кеше («Камтаровтар ғаиләһе» әҫәре буйынса) (2017)[6]
- Өс түбәне яулаусы (2008)
Ордендар, миҙалдар һәм наградалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Октябрь Революцияһы ордены .
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены .
- «Почёт Билдәһе» ордены .
- "Кавказды обороналаған өсөн" миҙалы.
- "1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙакәр хеҙмәт өсөн" миҙалы.
- Ленин комсомол премияһы .
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2007 йылдан Гәнжәлә Мир Йәләл Пашаев йорт музейы эшләй[7]
- Гәнжә ҡалаһындағы 39-сы мәктәп яҙыусының исемен йөрөтә[8]
- Әзербайжан өсөн төҙөлгән ҡоро йөк караптарының береһе Мир Йәләл Пашаев исемен йөрөтә[9]
- 2017 йылдан Баҡыла Яҙыусылар йорто музейы эшләй[10]
- Баҡы урамдарының береһе «Мир Йәләл» тип атала[11].
- Гәнжә урамдарының береһе Мир Йәләл Пашаев исемен йөрөтә[12]
- Мир Йәләл Пашаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған почта маркаһы сығарыла[13]
- Кичик Гала урамы, 18 .
- Баҡыла М.Пашаев йәшәгән йорт стенаһында мемориаль таҡтаташ («Ғалимдарҙың торлаҡ йорто»)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #132309408 // Gemeinsame Normdatei (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Архив изобразительного искусства — 2003.
- 1 2 Paşayev, Mir Cəlal Əli oğlu // База данных Национальной библиотеки Чешской Республики
- ↑ В здании в Ичеришехер, где жил выдающийся писатель, ученый, педагог Мир Джалал Пашаев, открылся Дом литератора. Дата обращения: 19 января 2018. Архивировано 29 апреля 2017 года.
- 1 2 Состоялась презентация книги выдающегося писателя, великого ученого и педагога Мир Джалала Пашаева «Мастерство Физули» в переводе на немецкий язык. Azertag (26 января 2024). Дата обращения: 29 января 2024. Архивировано 26 января 2024 года.
- ↑ Sputnik. История двух разделенных работой супругов — в новой ленте. az.sputniknews.ru. Дата обращения: 18 февраля 2019. Архивировано 19 февраля 2019 года.
- ↑ Мехрибан Алиева посетила дом-музей Мир Джалала Пашаева в Гяндже | Вестник Кавказа. vestikavkaza.ru. Дата обращения: 18 февраля 2019. Архивировано 17 февраля 2019 года.
- ↑ Mir Cəlal Paşayev adına 39 nömrəli tam orta məktəb (азерб.). Gəncə Azərbaycanın Cəvahiri. Дата обращения: 18 февраля 2019. Архивировано из оригинала 18 июля 2018 года.
- ↑ СПУЩЕНО НА ВОДУ СУДНО «МИР ДЖАЛАЛ ПАШАЕВ». azertag.az. Дата обращения: 18 февраля 2019. Архивировано 18 февраля 2019 года.
- ↑ Открылся дом-музей Мир Джалала Пашаева в Баку. sozvuchie.by. Дата обращения: 18 февраля 2019. Архивировано 18 февраля 2019 года.
- ↑ Улица Мир Джалала на карте Баку — Яндекс. Карты. yandex.ru. Дата обращения: 18 февраля 2019. Архивировано 19 февраля 2019 года.
- ↑ улица Мир Джалал Пашаева на карте Гянджи с домами подробно. kartologia.ru. Дата обращения: 18 февраля 2019. Архивировано 18 февраля 2019 года.
- ↑ Azermarka.The Postage stamps of Azerbaijan. azermarka.az. Дата обращения: 18 февраля 2019. Архивировано из оригинала 11 февраля 2010 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- [bse.sci-lib.com/article076831.html Мир Джалал] // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Пашаев Мир Джалал. Куда ведут дороги.
- The Life and Works of Mir Jalal (1908—1978)
- В Гяндже отметили юбилей Мир Джалала Пашаева
- 26 апрелдә тыуғандар
- 1908 йылда тыуғандар
- 28 сентябрҙә вафат булғандар
- 1978 йылда вафат булғандар
- Баҡыла вафат булғандар
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Ленин комсомолы премияһы лауреаттары
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Филология фәндәре докторҙары
- Әзербайжан яҙыусылары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Иранда тыуғандар