Мисурати Мостафа әл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мисурати Мостафа әл
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Egypt (1922–1958).svg Мысыр короллеге
Flag of Libya (1951–1969).svg Королевство Ливия[d]
Flag of Libya (1977–2011).svg Великая Социалистическая Народная Ливийская Арабская Джамахирия[d]
Тыуған көнө 18 август 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (94 йәш)
Тыуған урыны Мысыр, Искәндәриә
Һөнәр төрө яҙыусы
Уҡыу йорто Аль-Азхар

Мостафа әл-Мисурати (18 август 1926 йыл) — Ливия яҙыусыһы, Мысыр сығышлы публицист һәм йәмәғәт эшмәкәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мостафа әл-Мисурати үткән быуат башында Мисурата ҡалаһынан Мысырға күсеп килеүселәр ғаиләһендә Искәндәриә ҡалаһында тыуған. Башланғыс белемде Ҡаһирә-Бүләктең боронғо райондарының береһендә урынлашҡан мәҙрәсәлә ала. 1933 йылда урта мәктәпкә уҡырға инә, 1946 йылда Әл-Әзһәр университетын тамамлай[1], теология өлкәһендә ғилми дәрәжә ала, һәм шул саҡта уҡ университеттың ғәрәп теле колледжын тамамлай. Университетты тамамлағандан һуң мәктәптә ғәрәп телен уҡыта. Илдә Британия ғәскәрҙәренә ҡаршы демонстрацияларҙа ҡатнаша. 1948 йылда Ливияға күсә, унда милли прогресс партияһына ҡушыла, һәм уның төп ораторҙарының береһе була. Монархия режимы ваҡытында илдә сит ил ғәскәрҙәренең булыуына ҡаршы протестары өсөн өс тапҡыр ҡулға алына. 1960 йылда илдең вәкилдәр палатаһына һайлана, һәм унда милли берҙәмлек һәм Ливияла сит ил хәрби базаларын бөтөрөү өсөн әүҙем сығыш яһай.

1954 йылдан Триполи әҙәби журналының мөхәррире була. Власҡа Муаммар Каддафи килгәндән һуң, төрлө вазифалар биләй: сәнғәт һәм әҙәбиәт буйынса комитет башлығы, илдең Яҙыусылар союзы секретары, Ливия радиоһы башлығы, «Народная газета» баҫмаһының баш мәхәррире була. Үҙенең тәүге әҫәрҙәрен Мысырҙа йәшәгән ваҡытында уҡ яҙа. Ижади мираҫы башлыса ҡыҫҡа хикәйәләрҙән һәм мәҫәлдәрҙән тора. Иң билдәле йыйынтыҡтары «Мирсаль» (1962), «Разорванный парус» (1963), «Горсть пепла» (1964), «Солнце и решето» (1977). Рус классиктары Ф. М. Достоевский, Л. Н. Толстой, М. Горькийҙың йоғонтоһон кисерә. Н. С. Фетисова Ливия яҙыусыһына «Таха Хөсәйен, Туафик әл Хәким, ағалы-ҡустылы Мөхәмәт һәм Мәхмүт Теймур кеүек нәфис һүҙ оҫталары йоғонто яһай» тип билдәләй. Шулай уҡ Иҙрис Йософ, Әбд Әр Рахман әл Хәмәси, Әб әр Рахман Шәрҡәүи тәьҫирен дә билдәләйҙәр. Ливия әҙәбиәт ғилеменә һәм фольклористикаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Уның әҫәрҙәре бик күп телдәргә, шул иҫәптән инглиз, француз, немец, итальян, ҡытай, урыҫ һәм һинд телдәренә тәжемә ителгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]