Мифологияла балыҡтар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мифологияла балыҡтар
Рәсем

Мифологияла балыҡтар

Балыҡ — кешеләрҙең иң боронғо юлдаштарының береһе, һәм ул бөтә эволюция дауамында уларҙың иғтибарын йәлеп итмәй ҡалмаған.

Балыҡтар һәм балыҡҡа оҡшаш йән эйәләре — төрлө халыҡтар мифологияһында әкиәт, йырҙар һәм шиғырҙар объекттары.

Кешелек борон-борондан серле һыу стихияһы менән сикһеҙ ҡыҙыҡһынған. Ер тетрәүгә йәки һыу баҫыуға килтерерлек өс ҙур балыҡ-китта (төрлө мәғлүмәттәр буйынса бер балыҡта) торған Ер тураһында боронғо күҙаллауҙы хәтергә төшөрөү ҙә етә.

Балыҡ-кит

Рус мәҙәниәтенә килгәндә, иң тәүҙә Александр Сергеевич Пушкиндың "Балыҡсы һәм балыҡ тураһында әкиәт"тәге алтын балыҡ күҙ алдына килә, был әкиәттә Алтын балыҡ үҙен тотҡан балыҡсының теләген бойомға ашырырҙай тылсымсы булып күҙ алдына баҫа. Алтын балыҡҡа һәйкәлдәр бөгөн Калугала, Санкт-Петербургта, Кемеровола, Әстерханда, Донецкиҙа ҡуйылған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, был әкиәттең сюжетын Пушкин Бер туған Гриммдарҙың «Балыҡсы һәм уның ҡатыны тураһында» әҫәренән алған.

«Алтын балыҡтың» тамырҙары Рәсәйҙәге һәм башҡа күрше илдәрҙә йәшәгән удмурттарҙың, славян һәм фин-уғыр халыҡтарының боронғо фольклорына барып тоташа.

Удмурттар, мәҫәлән, балыҡтар кешеләрҙе төрлө бәхетһеҙлектәрҙән һаҡлай ала, тип иҫәпләгән, ә сабыйҙар үлеме күбәйгәс, балаларҙы балыҡ исеме менән атағандар: Чорыг (балыҡ), Чипей (суртан), Юшкет (юш: алабуға + кет: ҡорһаҡ; ҡарын). Удмурттарҙың боронғо исемдәренең береһе: кальмезды: кал — «суртан», кальмез — «суртан тотоусы» тип аңлатырға мөмкин.

Боронғо саамдарҙың Аккрува исемле илаһтары булған, ул ярым балыҡ-ярым кеше ҡиәфәтенә эйә булған.

Балыҡты ҡорбан килтереү культы Волга буйы һәм Урал райондары территорияһында XX быуатҡа тиклем булған. Көньяҡ удмурттар һаман да хась һәм бағырҙы ҡорбанға килтерелгән балыҡ («восю хорыгили фёсяны») тип атай., Ат ауырып китһә, суртан ҡорбан итә: уны утлыҡсаға ҡуялар. Улаҙың ғаилә ғибәҙәтханаларында ҡорбан килтереү өсөн тырыз ҡуйылған. Уларға киптерелгән балыҡ (йышыраҡ алабуға) һалғандар.

Һыу инәһе

Классиктарҙың әҫәрҙәрендә йырланған тағы бер һыу фольклор персонажы — Һыуһылыу (һыу инәһе, Һыу ҡыҙы). Палеолит дәүерендә кеше балыҡтарҙы илаһилаштыра башлай: балыҡ һүрәттәре — Себер мәмерйәләрендәге таш диуарҙарҙа осрай.

Балыҡ мифологияһының эҙҙәре — вавилон-шумер цивилизацияһында ярым кеше-ярым хайуан һүрәттәрендә бар: (вавилон Эаһы, шумерҙар бөтә белемдәренә бурыслы), шумер энкиһы (шумерҙарҙың һыу аллаһы) кеше-балыҡ ҡиәфәтенә эйә була; вавилон-сүриә-филистим ҡатын-ҡыҙ илаһ Атаргатиста балыҡ ҡойроғо булған; Финикия Дагоны, ауыл хужалығы һәм балыҡсылыҡ ҡурсалаусы угарит-аккад Даганы. Улар бөтәһе лә кеше-балыҡ ҡиәфәтендә булған.

Боронғо римлеләр мифологияһында балыҡты кәүҙәләндергән күренештәрҙең береһе — енси һалҡынлыҡ. Фригид ҡатын тураһында улар: «Балыҡ кеүек һалҡын», — тигәндәр. Боронғо Грецияла үлгән кешеләрҙең йәне балыҡтарға күсә тип һаналған.

Балыҡ — ҡиммәтле аҙыҡ продукты ғына түгел, ер йөҙөндәге иң боронғо йән эйәләренең береһе. Шулай итеп, ваҡыт үтеү менән, кешеләр балыҡты ашап ҡына ҡалмағандар, йыш ҡына илаһилаштырғандар ҙа.

Һуңғараҡ балыҡ илаһтан символға әүерелә һәм тотош донъя ҡоролошона ҡағылышлы ҡатмарлыраҡ төшөнсәләрҙең кәүҙәләнеше, йәки кеше эйә булырға теләгән теге йәки был сифаттарҙың кәүҙәләнеше булып хеҙмәт итә башлай.

Башҡорт халыҡ ижадында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]