Мифологияла ҡоҙғон
Мифологияла ҡоҙғон | |
Төп тема | ворон[d] һәм ворона[d] |
---|---|
Мифологияла ҡоҙғон Викимилектә |
Донъя мифологияһында һәм әҙәбиәттә ҡоҙғондар тураһында күп телгә алына. Оҡшаш һүрәттәрҙең күбеһе киң таралған ябай ҡоҙғондо күрһәтә. Тулыһынса ҡара төҫтәге ҡауырһыны, үҙенә хас ҡарҡылдауы һәм емтек менән туҡланыуы арҡаһында ҡоҙғондар йыш ҡына юғалтыуҙар һәм насар юрауҙар менән ассоциациялана. Урта быуат христиан традицияһында ҡоҙғон тамуҡ һәм иблес көстәрен кәүҙәләндерә. Шуға ҡарамаҫтан уның символикаһы бер мәғәнәле генә түгел. Һөйләшеүсе ҡош булараҡ, ҡоҙғон шулай уҡ күрәҙәлекте һәм аңлауҙы кәүҙәләндерә. Хикәйәләрҙә ҡоҙғондар йыш ҡына матди донъяны рухи донъя менән тоташтырыусы психоломп ролендә сығыш яһай. Ҡоҙғон боронғо халыҡтарҙың риүәйәттәрендә һүрәтләнә. Иң киң таралған тарихтарҙың ҡайһы берҙәре грек, кельт, скандинав һәм Рим мифологияһында бирелгән. Һинд мифологияһында ҡарға ҡайһы бер илаһиҙар өсөн, мәҫәлән, Шани өсөн йөрөү хайуаны сифатында сығыш яһай.
Француз антропологы Клод Леви-Стросс структуралистик теорияны тәҡдим итә, уның буйынса ҡоҙғон (койот кеүек үк) мифик статус ала, тип фараз итә, сөнки ул тормош һәм үлем араһында аралашсы хайуан кеүек ҡабул ителә: ҡоҙғондар емтек менән ихлас туҡлана, шуға күрә үлем һәм сик буйы торошо менән ассоциациялана. Леви-Стросс гипотезаһы буйынса емтек хайуан аҙығы ғына түгел, үҫемлек аҙыҡ кеүек тә ҡабул ителә[1]. Емтек ашаусы ҡош булараҡ, ҡоҙғондар үлгән һәм аҙашҡан йәндәр менән ассоциациялана. Швед фольклорында был христиан ерләүҙәренән мәхрүм булған үлтерелгән кешеләрҙең өрәктәре, ә немец хикәйәләрендә — ҡарғыш алған йәндәр[2].
Грек һәм рим мәҙәниәтендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡоҙғон антик мифтарҙа аллаларҙың: Кроностың (Сатурндың), Аполлондың, Гелиостың, Афинаның юлдашы кеүек күрһәтелә; ул — уңыш символы, яҡтылыҡ бүләк итеүсе, алла хәбәрсеһе[3][4].
Грек мифологияһында ҡоҙғондар күрәҙәлек аллаһы Аполлон менән бәйле. Үлектәр донъяһында уңышһыҙлыҡ символы йә аллалар хәбәрсеһе була. Бер мифҡа ярашлы, Аполлон аҡ ҡоҙғондо үҙенең һөйгәне Коронида янына шымсылыҡ итергә ебәрә. Ҡоҙғон Корониданың жыянат итеүе тураһында хәбәр килтергәс, Аполлон ярһып, ҡаурыйҙарын ҡарайтҡансы ҡоҙғондо яндыра. Шунан алып риүәйәткә ярашлы, бөтә ҡоҙғондар ҙа ҡара булып ҡала[5][6][7][8].
«История от основания города» хеҙмәтендә Ливий римлеләрҙең галлдарға ҡаршы һуғышын һүрәтләй, уның барышында трибун Марк Валерийҙың торҡаһына ҙур ҡоҙғон килеп ултыра. Ғәйәт ҙур галл менән алыш ваҡытында Марк Валерий уны үлтергәнсе, ҡара ҡарға дошмандың иғтибарын ситкә йүнәлтә. Ошонан һуң килгән алышта римлеләр еңеү яулай, ә Марк Валерийға Корвинус (лат. Corvinus — «ҡоҙғон»), йәки һуңғыраҡ версия буйынса Корвин тигән ҡушамат тағыла[9].
Танахта һәм иудаизмда
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡоҙғон (йәһ. עורב; бор. грек. κόραξ) — Танахта[10] телгә алынған ҡоштарҙың беренсе төрө, шулай уҡ бер нисә тапҡыр уның тексында иҫкә алына. Изге яҙма китабында Нух ҡоҙғондо бөйөк туфандан һуң һыу сигенгәнме, юҡмы икәнлеген белер өсөн үҙенең кәмәһенән ҡоҙғондо ебәрә. Муса ҡанунына ярашлы, ҡоҙондарҙы ашау тыйылған (Лев. 11:15; 14:14), был факт, бәлки, һуңыраҡ сығанаҡтарҙа ҡарғаларҙы ҡабул итеүгә тәьҫир иткәндер. Хөкөмдәр китабында Гедеон тарафынан еңелгән медианит батшаларының береһе «Орев» (йәһ. עורב) тип атала, ул «ҡоҙғон» тигәнде аңлата. Батшалар китабында (17:4) Алла ҡоҙғондарға Ильяс пәйғәмбәрҙе ашатырға ҡуша. Сөләймән батша Песнь Песней (5:11) китабында ҡоҙғон ҡаурыйҙары кеүек ҡап-ҡара сәсле һүрәтләнә. Зәбур (146:9) һәм Иов китабында ҡоҙғондар (38:41) барлыҡ ижади эштәренең Алла тарафынан мәрхәмәтле тәьмин ителеүе өлгөһө. Яңы Ғәһеттә Ғайса ҡоҙғондарҙы Алла тәьминәтенең һүрәте итеп ҡуллана (12:24).
Бөтә донъя туфаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә донъя туфаны ваҡытында кешелекте ҡотҡарыуҙа ҡоҙғон һәм күгәрсен роле, күрәһең, үҙенең тамырҙары менән шумерҙарҙың хикәйәттәренә ҡайтып ҡала, улар яҙманың иң боронғо сығанаҡтарының береһендә — Гильнамеш эпосында сағылыш таба[11]. Б.э. тиклем III мең йыллыҡта барлыҡҡа килгән был әҫәрҙең шына яҙыу тексы ҙур һыу баҫыуҙа үҙе төҙөгән карапта ҡотолған Утнапиштим тураһында һөйләй. Ил гиҙеүсе герой иреккә сиратлап күгәрсенде, ҡарлуғасты һәм ҡоҙғондо ебәрә. Тик һуңғыһы ғына уларҙың ерҙе таба һәм шунда ҡала, шул уҡ ваҡытта башҡа икәүһе карапҡа кире әйләнеп ҡайта[12][13]. Йәшәйеш китабының туфан тураһында һуңғыраҡ тарихында ваҡиғаларҙың эҙмә-эҙлеклелеге һәм мәғәнәүи йөкләнеше үҙгәрә: беренсе булып осоп киткән ҡоҙғон («ҡара көс», йәһүд традициялары буйынса, ҡош), бер ниһеҙ ҡайта, уның ҡарауы «таҙа» күгәрсен икенсе маташыуҙан зәйтүн ботағы рәүешендә һөйөнөслө хәбәр алып килә, ә өсөнсөһөндә бөтөнләй әйләнеп ҡайтмай (Быт.8:8-12). Христиан динендә ҡаршы ҡуйыу тағы ла нығыраҡ арта: күгәрсен — изге рух һәм тотош иман кәүҙәләнеше, ә ҡоҙғон тамуҡты, яуыз көстө кәүҙәләндерә[14].
Иртә грек тәбиғи-фәнни хеҙмәттәрҙә, улар аша рус фольклорында ҡарғаның июль айында Нух ҡәһәре арҡаһында һыу эсмәгәнлеге раҫлана: Нух ҡоҙғондо ҡәһәрләй башлай, сөнки ҡоҙғон һыуҙа йөҙгән мәйеттәрҙең күҙҙәрен суҡый башлай һәм кәмәгә әйләнеп ҡайтмай[15]. Был мотив, күрәһең, Изге Яҙмала әйтелгән Бөтә донъя туфаны хаҡындағы хикәйәттең апокрифик версияларына барып тоташа.
Ирланд мифологияһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ирланд мифологияһында ҡоҙғон һуғыш алиһәһе Морриган менән ассоциациялана, Морриган был ҡоштоң ҡиәфәтен ала — мәҫәлән, Кухулин риүәйәтендә. Ҡоштоң һүрәттәре тәңкәләрҙә, боронғо хәрби кейемдәрҙә һаҡланған, ҡоштарҙың һөлдәләре Европаның континенталь өлөшөндә кельт ҡәберлектәрендә табылған[16]. XVII быуатта Ирландияла күҙәтеүсенең уң яғынан осоп барыусы һәм шул уҡ ваҡытта ҡарҡылдаусы ҡанатындағы аҡ таплы ҡоҙғон уңыш вәғәҙә итеүсе изге билдә тип һаналған[17].
Герман-скандинав мифологияһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Герман-скандинав мифологияһында ҡоҙғон хөрмәтле ҡош, уның һүрәте викингтарҙың караптарының байраҡтарын биҙәгән[18]. Юғары Один аллаһының айырылғыһыҙ юлдаштары — фекер һәм хәтерҙе кәүҙәләндергән Хугин һәм Мугин ҡоҙғондары. Риүәйәткә ярашлы, ҡош көндөҙ бөтә донъянан мәғлүмәт йыя, ә кисен хужаһының яурынына ултырып уның ҡолағына ишеткән- күргәндәрен шыбырлай[19][20]. Боронғо германдар һуғышта һәләк булғандарҙы кәүҙәһен алла илселәре — бүреләр һәм ҡоҙғондар ашаһын өсөн аңлы рәүештә ерләмәгән килеш ҡалдыралар[21].
Төрлө халыҡтарҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҙур ҡара ҡош һирәк булған Урта Азия халыҡтары мифында ҡоҙғон айырым урын биләй. Коряк һәм ителмәндәрҙең риүәйәттәрендә ҡоҙғон Кутх уларҙың ырыуына башланғыс һалған тип раҫлана[22]. Палеоазиат һәм төньяҡ Америка мифологияһында ҡоҙғон Кутх ике донъя араһында аралашсы булып сығыш яһай һәм шаман функцияларын башҡара. Ҡайһы бер халыҡтарҙа (тлинкит, хайда) ул фольклорҙың төп персонажы булып тора.
Башҡорт мифологияһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡоҙғон башҡорт мифологияһында ла ҙур урын алған ҡош. Мәҫәлән, «Урал батыр» эпосында ҡара ҡоҙғон батшаның байрағы биҙәге. Ҡоҙғондоң ябай ҡош түгел икәнлеген халыҡта йәшәгән ышыныуҙарҙан да күреп була. Уға ҡарата ике төрлө ҡараш бар. Беренсе ҡараш буйынса, ул изге ҡош. Элек уға ҡорбан килтергәндәр. Ҡоҙғон һүҙе, ырыу-нәҫел атамаһы (ҡоҙғон-ҡатай) )булып йөрөгән. Боронғо төрки ҡомартҡыларҙа ҡоҙғон, уның ҡурҡыныс тауышы яман ырым менән бәйләнгән. Ҡоҙғон ҡорҡолдаһа, мәйет сыға; Ҡоҙғон ҡарҡылдаһа, ҡысҡырһа өс тапҡыр шулай тигәндәр:
- Ҡоҙғон, ҡоҙғон,
Тамағыңа - таш торһон (БХИ. Т. 3)[23].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Структурная антропология», Клод Леви-Стросс, стр. 224
- ↑ Schwan, Mark --Raven: The Northern Bird of Paradox. Alaska Fish and Game (январь 1990).Дата обращения: 12 февраля 2007. Архивировано 2 января 2010 года.
- ↑ Kaiser, 2014, p. 188
- ↑ Мелетинский, 2008, с. 204
- ↑ Овидий, 1977, II. 535—633
- ↑ Гигин, 2000, Мифы, 202
- ↑ Лосев, 1996, с. 436
- ↑ Мифы народов мира, 1990, Коронида, с. 550
- ↑ Тит Ливий. История от основания города. Книга VII:10 . История древнего Рима. ancientrome.ru. Дата обращения: 16 ноябрь 2016. Архивировано 16 ноябрь 2016 года.
- ↑ Г. Б. Тристрам, «Естественная история Библии» (9-е издание.; Лондон: Общество христианских знаний, 1898), стр. 198.
- ↑ Матвеев, Сазонов, 1986, с. 41—48
- ↑ Поэзия и проза Древнего Востока, 1973, с. 166—174
- ↑ Ермановская, 2007, с. 32
- ↑ Мелетинский, 2008, с. 203—204
- ↑ А. Л. Топорков. «Ворон в русских заговорах: между мифологией, фольклором и книжностью»
- ↑ Daimler, 2014, p. 48
- ↑ Tate, 2008, с. 111—118
- ↑ Grundy, 2014, p. 29—31
- ↑ dos Anjos, 2008, p. 554
- ↑ Chaney, 1970, p. 133
- ↑ Борейко, Грищенко, 1999, с. 133
- ↑ Борейко, Грищенко, 1999, с. 130
- ↑ Ф.Ғ.Хисамитдинова. Башҡорт мифологияһы
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Борейко, В. Е.; Грищенко, В. Н. Экологические традиции, поверья, религиозные воззрения славянских и других народов. — Киевский эколого-культурный центр (Киев); Центр охраны дикой природы (Москва), 1999. — Т. 2. Птицы. — 172 с. — ISBN 966-95302-5-3.
- Брагинский, И. (Ред.). Литература Вавилонии. Таблица XI // Поэзия и проза Древнего Востока. — М. : Художественная литература, 1973.
- Ермановская, А. Э. Загадки истории. Древний мир. — Фолио, 2007. — 384 с. — ISBN 978-966-03-3743-5.
- Лосев А. Мифология греков и римлян / сост. А. А. Тахо-Годи; общ. ред. А. А. Тахо-Годи и И. И. Маханькова. — М.: Мысль, 1996. — 975 с. — ISBN 5-244-00812-9.
- Лосев А., Шифман И. Коронида // Мифы народов мира / Главн. ред. С. А. Токарев. — М.: Советская энциклопедия, 1990. — С. 550.
- Матвеев К. П.; Сазонов А. А. Эпос о Гильгамеше и его связь с Библией // Земля Древнего Двуречья. Мифы, легенды, находки и открытия. — М. : Молодая гвардия, 1986. — 160 с.
- Мелетинский, Е. М. Ворон // Мифы народов мира / Под ред. Токарева, С. А. — Электронное издание. — Советская Энциклопедия, 2008.
- Публий Овидий Назон. Метаморфозы / Перевод с латинского С. В. Шервинского. Примечания Ф. А. Петровского. — М.: Художественная литература, 1977.
- Псевдо-Гигин. Мифы / Перевод, комментарий Д. Торшилова под общей редакцией А. Тахо-Годи. — СПб.: Алетейя, 2000. — 360 с. — ISBN 5-89329-198-0.
- Chaney, William A. The cult of kingship in Anglo-Saxon England;: The transition from paganism to Christianity. — Manchester University Press, 1970. — 276 p. — ISBN 978-0719003721.
- Daimler, Morgan. Pagan Portals - The Morrigan: Meeting the Great Queens. — Moon Books, 2014. — 92 p. — ISBN 978-1782798330.
- dos Anjos, L. Family Corvidae (Crows) / del Hoyo, J.; Elliott, A.; Christie, D. (eds.). — Lynx Edicions, 2008. — Vol. 14: Bush-shrikes to Old World Sparrows. — 879 p. — ISBN 978-8496553507.
- Grundy, Stephan. The Cult of Ódinn: God of Death?. — The Troth, Inc, 2014. — 272 p. — ISBN 978-1941136003.
- Kaiser, Birgit Mara (Ed.). Singularity and Transnational Poetics. — Routledge, 2014. — 210 p. — ISBN 978-1138775787.
- Tate, Peter. Flights of Fancy: Birds in Myth, Legend, and Superstition. — Delacorte Press, 2008. — 180 p. — ISBN 978-0385342483.
- Ф.Ғ.Хисамитдинова. Башҡорт мифологияһы. — «Ғилем», Өфө, 2002.