Мифтахов Мансур Сәһәрйәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мифтахов Мансур Сәһәрйәр улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 23 июль 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (71 йәш)
Һөнәр төрө ғалим
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре
Ғилми дәрәжә химия фәндәре докторы[d]

Мифтахов Мансур Сәһәрйәр улы  (23 июль 1947 йыл, Боғҙан  ауылы) — химик, химия фәндәре докторы (1988), профессор (1991), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы лауреаты  (1992).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мифтахов Мансур Сәһәрйәр улы  1947 йылдың 23 июлендә БАССР-ҙың Миәкә районы Боғҙан ауылында тыуа. 

1965 йылда  Башҡорт дәүләт университетының химия факультетына уҡырға инә һәм уны 1970 йылда тамамлай. 1972 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Органик химия институтында эшләй.  

1977 йылда «Синтез и исследование некоторых пи-комплексов переходных металлов с кремнийсодержащими лигандами» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай,  «Синтез и исследование модифицированных эйкозаноидов» темаһына докторлыҡ диссертацияһын  Мәскәүҙә 1988 йылда  Нескә химик технологиялар дәүләт университетында яҡлай.  

1992 йылда  «Полный синтез эйкозаноидов. Разработка высокоэффективных простагландиновых препаратов» тигән хеҙмәт өсөн  М. С. Мифтахов  коллегалары менән бергә Рәсәй Федерацияһының фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһына лайыҡ була.

Мифтаховтың ғилми эшмәкәрлек даирәһе:  түбән молекуляр биокөйләгестәр синтезы. Мифтахов тарафынан табыуы ҡыйын булған тәбиғи берләшмәләрҙе (нейраминидазаның карбоциклик ингибиторҙары, яман шешкә тәьҫир итеүсе эпотилон макролидтары, В гепатиты вирусына ҡаршы тороусы энтекавир карбонуклеозиды) синтезлау ысулдары табыла, медицинала ҡулланыла торған яңы берләшмәләр эшләнә. Мифтахов ҡатнашлығында  ауыл хужалығы малдарының репродуктив системаһын дауалау өсөн клатрапростин, эстуфалан кеүек дарыуҙар табыла һәм  уларҙы Рәсәйҙә етештереү үҙләштерелә. 

Мансур Сәһәрйән улының уҡыусылары араһында 4 фән докторы һәм 20-ләгән фән  кандидаты бар.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мифтахов Мансур Сәһәрйәр улы —  320-ләп ғилми хеҙмәт,  шул иҫәптән  уйлап табыуҙарға 25 авторлыҡ танытмаһы авторы.

Простагландины и их аналоги в репродукции животных и человека. Уфа. 1989. Соавторы: Толстиков Г. А., Лазарева Д. Н., Помойнецкий В. Д., Сидоров Н. Н.

Простаноиды LXI. Энантиодивергентный синтез (+)- и (-)-9,11-дидезокси-9,11-этаноаналогов 15-простагландинэндопероксида и их С диастереомеров. Ж. орг. химии, 1993, т.29, вып.6, с.1122-1137. Соавторы: Валеев Ф. А., Гайсина И. Н., Шитикова О. В., Султанмуратова В. Р., Толстиков Г. А.

Простаноиды LXVI. A priori постулированные «9-LO простаноиды». Ж. орг. химии, 1997, Т.33, вып. 1, с.58-64. Соавторы: Имаева Л. Р., Фатыхов А. А., Ахметвалеев Р. Р.

Новые би- и трициклические хиральные блоки для таксола из камфоры. Ж. орг. химии, 1999, т.35, вып. 7, с. 1020—1024. Соавторы: Гайсина И. Н., Тихонов О. В., Селезнева Н. К., Абутков А. В., Фатыхов А. А., Спирихин Л. В.

Морские простаноиды. Успехи химии, 1994, т.63, вып. 6, с. 543—555. Соавторы: Толстиков Г. А., Акбутина Ф. А., Адлер М. Э.

Обзорная статья: Новые хлорированные циклопентеноны из гексахлорциклопентадиена: получение, химические свойства и использование в направленном синтезе. Известия Академии наук, Серия химическая, 2001, № 9, 1417. Соавторы: Ахметвалеев Р. Р., Акбутина Ф. А., Иванова Н. А.

Simple synthetic protocol for the preparation of enantiomeric 3-oxabicyclo[3.3.0]oct-6-en-2-ones // Tetrahedron Assymetry, 2008, V.19, N.9, P. 1094—1099. Соавторы: Gimazetdinov A.M., Vostrikov N.S.

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Фән һәм техника өлкәһендә Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы лауреаты  (1992) 
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1994) 
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән  эшмәкәре (2007)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • [1] Башҡорт энциклопедияһы.
  • Кто есть кто в Республике Башкортостан. Уфа: Башкортостан, 1995

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]