Белов Михаил Ипатович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Михаил Белов битенән йүнәлтелде)
Белов Михаил Ипатович
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 7 ноябрь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны Мишкә районы
Вафат булған көнө 24 февраль 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (90 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Мәскәү
Һөнәр төрө офицер
Уҡыу йорто М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академия
Ғилми дәрәжә хәрби фәндәр докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание генерал-майор[d] һәм генерал[d][1]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены орден «За службу Родине в Вооружённых Силах СССР» III степени «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Будапештты алған өсөн» миҙалы медаль «За укрепление боевого содружества» «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы "СССР-ҙың Ҡораллы Көстәре ветераны" миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә алтмыш йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 65 йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 70 йыл» юбилей миҙалы медаль «В память 850-летия Москвы» Жуков миҙалы

Белов Михаил Ипатович (7 ноябрь 1924 йыл24 февраль 2015 йыл) — совет хәрби хеҙмәткәре, десантсы, генерал-майор (1979). Бөйөк Ватан һуғышында һәм Венгриялағы 1956 йылғы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Юғары хәрби мәктәп уҡытыусыһы, хәрби фәндәр докторы (1968), профессор (1971). Тарихсы-мемуарсы. 1944 йылдан КПСС ағзаһы. Ҡыҙыл Байраҡ (1956), ике 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944, 1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) һәм 3‑сө дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» (1975) ордендары кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Михаил Ипатович Белов 1924 йылдың 7 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны[2] Алексеевка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[3]. 1938 йылда ете-йыллыҡ тулы булмаған урта мәктәпте тамамлай, алтынсы класҡа тиклем Тымбай ауылы мәктәбенә йөрөй, ә инде етенсе класты Казанцево ауылында тамамлай.

1939 йылдың сентябрендә Башҡорт АССР-ының Бөрө ҡалаһы педагогия училищеһында уҡый башлай. Шул уҡ йылда ВЛКСМ сафына инә. 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда училищела уҡыуын дауам итә. 1942 йылдың февралендә фронтҡа алыныуға өлгәшә һәм Ҡаҙаҡ ССР-ының Гурьев ҡалаһындағы хәрби-пехота училищеһына пулемёт батальонына ебәрелә.

Ун ай үткәс, училищены тамамлағандан һуң, 1943 йылдың февралендә 34-се гвардия уҡсылар дивизияһының 107-се гвардия уҡсылар полкына станковый пулемёт взводы командиры итеп тәғәйенләнә. Белов Михаил Миус-фронт, Көнсығыш Вал, Думитреску һыҙығы, Маргарита һыҙығы янындағы алыштарҙа, Ингул һәм Ингулец, Көньяҡ Буг, Днестр, Дунай йылғаларын һуғышып аша сығыуҙа, Бухарест , Будапешт ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғышта дүрт тапҡыр яралана[4].

1944 йылда ВКП(б) сафына инә.

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң, Михаил Белов армияла ҡала һәм М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияны тамамлай[5]. Кандидатлыҡ, һуңынан докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1979 йылдың ноябрендә генерал-майор званиеһы бирелә. 1984 йылдың майында Сүриә Ғәрәп Республикаһының Ҡораллы Көстәренең Юғары хәрби академияһы етәксеһе кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнә. 1988 йылдың март айында тыуған иленә әйләнеп ҡайта.

Ошо йылда Михаил Ипатович Белов хәрби хеҙмәттән отставкаға китә һәм артабан Бөйөк Ватан һуғышы Үҙәк музейының өлкән ғилми хеҙмәткәре булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышына арналған фәнни хеҙмәттәр һәм китаптар яҙа[6].

«Они вели нас к Победе», «Маршалы Победы», «Победители и побежденные», «Полководческий феномен Жукова», «Армия победных операций», «Судьба семьи — в судьбе страны» китаптарының; «В боях за Молдавию», «Живая память», «Маршал Мерецков», «Солдаты XX века» китаптарындағы бүлектәрҙең авторы. Еңеүҙең 50 йыллығына арналған бөтә Рәсәй конкурсында иң яҡшы журналистика әҫәре өсөн премия лауреаты.

Отставкалағы генерал-майор Михаил Ипатович Белов 2015 йылдың 23 февралендә Мәскәү ҡалаһында вафат була[7].

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
  • Ҡыҙыл Байраҡ ордены
  • ике I дәрәжә «Ватан һуғышы ордены»;
  • 3 дәрәжә «Тыуған илгә хеҙмәте өсөн» ордены;

Миҙалдары:

  • «Хәрби хеҙмәттәре өсөн»
  • «Будапештты алған өсөн»
  • «Германияны еңгән өсөн»
  • «Хәрби хеҙмәттәшлекте нығытҡан өсөн»
  • I һәм II дәрәжә «Өлгөлө хеҙмәте өсөн»
  • «Хәрби ҡыйыулыҡ өсөн» — Лениндың тыуыуына 100-йыл айҡанлы;
  • «1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 20 йыл, 30 йыл, 40 йыл, 50 йыл»;
  • «СССР ҡораллы көстәренә 20йыл, 30 йыл, 40 йыл, 50 йыл, 60 йыл, 70 йыл»;
  • Сүриә Ғәрәп Республикаһының «Батырлыҡ өсөн» ордены;
  • ике орден «1-се дәрәжә хәрби әҙерлек өсөн»;
  • башҡа сит ил дәүләттәренең ете миҙалы.

Библиография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Түбәндә Белов Михаил Ипатовичтың төп әҫәрҙәре килтерелә[8].

  • Армия победных операций (о боевом пути 46-й армии). — М. , 2000. — 375 с.
  • Маршалы Победы. — М. ,1995. — 257с. (премия Всероссийского конкурса на лучшее журналистское произведение к 50-летию Победы).
  • Они вели нас к победе (о командующих 46-й армии). — М. , 1990. — 67с.
  • Победители и побежденные. — М. , 1996 . — 383 с.
  • Полководческий феномен Жукова. — М. , 1998 . — 144 с.
  • Солдаты XX века. Разделы о Маршалах Советского Союза: И. Х. Баграмяне, А. И. Еременко, К. А. Мерецкове, Ф. И. Толбухине. — М. , 2000. — 33 с.
  • Судьба семьи в судьбе страны. — М. , 2002. — 540 с.
  • Хранит память Поклонная гора. — М. , 2006. — 635 с.
  • И вечный бой… — Избранное — М.: «Персей-Сервис», 2012. — 568 с., ил.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Белов М. И. Как Беловы служили Отечеству // Советская Башкирия. — 1996. — 28-29 февр.
  • Белов М. И. Партизанская родословная: Докум. Очерк // Истоки. — 2008. — 19 март. — С. 8-9.
  • Белов М. И. Школа Победы // Истоки. — 2011. — № 18. — С. 14-15.
  • Белов М. И. Заветы внукам и правнукам : [беседа с генерал-майором, уроженцем дер. Алексеевка Мишкин. р-на БАССР, фронтовиком, проф. Михаилом Ипатовичем Беловым / вела Рамзия Ишбулатова] // Истоки. — 2009. — 22 окт. (№ 42). — С. 5; 11 нояб. (№ 45). — С. 5.
  • Булатов Г. Г. Белов Михаил Ипатович // Генералы Башкортостана: (документально-публицистические очерки). — Уфа, 1995. — С. 46-53.
  • Ибатов Ф. Ш. В памяти односельчан // Советская Башкирия. — 1984. — 11 апр.
  • Кочуров Г. А. Огненные дороги Михаила Белова // Красный воин. — 2000. — 19 янв.
  • Куманев Г. А. Уникальные исторические исследования // Историческая газета. — 1997. — № 19-20.
  • Михаил Ипатович Белов // …И чтобы помнилась война. — Уфа: Китап, 2005. — С. 83-93.
  • Объедков В. Таких семей в России — единицы: Рассказ о матери-героине Марии Петровне Беловой и её детях // Республика Башкортостан. — 2003. — 21 авг.
  • Попов А. В. Человек большой судьбы // Ленинец. — 1984. — 16 март.
  • Семья Беловых // Они вернулись с Победой: Посвящается участникам Великой Отечественной войны 1941—1945 годов Мишкинского района. — Уфа, 2005.- С. 4-5.
  • Хабиров М. А. Впереди — встреча с генералом // Слава труду. — 1986. — 9 май.
  • Хабиров М. А. Мой командир // Ветеран. — 2001. — 23 окт.
  • Хорев А. П. Вот где, Русь, твои добрые молодцы! // Красная Звезда. — 1998. — 20 июнь.
  • Чернобаев А. А. Белов Михаил Ипатович // Чернобаев А. А. Историки России. — М. , 2000.