Михаил Нагибин проспекты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Михаил Нагибин проспекты
Дондағы Ростов
Дөйөм мәғлүмәт
Ил

Рәсәй

Төбәк

Ростов өлкәһе

Ҡала

Дондағы Ростов

Район

Киров районы, Октябрь районы, Ворошилов районы

Элекке исемдәре

Төньяҡ проспект, Октябрь проспекты

Оҙонлоғо

3,5 км

картала

OpenStreetMap-та
Яндекс. Картала

Михаил Нагибин проспекты — Дондағы Ростов ҡалаһындағы урам. Ворошилов районы аша үтә, бер өлөшө Ворошилов районының Октябрь һәм Киров райондары менән сиге буйлап бара. Текучёв урамы менән киҫешкән ерҙә башлана, Нариманов урамы менән киҫешкәндән һуң Плиев урамын һәм Ольховский тыҡрығын киҫә. Гагарин майҙанынан һуң көньяҡтан төньяҡҡа йүнәлә, Ленин майҙанынан һуң төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай йүнәлеш ала. Проспекттың бөтә дауамында 6 хәрәкәт һыҙаты бар.

Исеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1967 йылға тиклем Төньяҡ проспект тип аталған, унан һуң — Октябрь проспекты. 2000 йылда магистраль тағын да атамаһын алмаштыра, «Роствертолдың» элекке директоры иҫтәлегенә Михаил Нагибин проспекты булып китә.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уҙған быуаттың 40-сы йылдар аҙағында-50-се йылдар башында Дондағы Ростов төньяҡ йүнәлештә йылдам үҫешә башлай. Ул ваҡытта үҫешеүсе район менән автомобиль бәйләнеше, тимер юл менән бер кимәлдә киҫешкән урыны булған Будённый проспекты буйынса башҡарыла, был ҙур ауырлыҡтар тыуҙыра. Ворошилов проспектын төньяҡ йүнәлешендә дауам итергә ҡарар ителә. Яңы трассала, Воронеж йүнәлешендәге тимер юлы менән ике кимәлдә киҫешеүҙе тәьмин иткән юл үткәргес төҙөлә. Артабан Безымянная йырынын быуыусы дамба төҙөлә, һәм 50-се йылдар башында уҡ проспектта трамвай юлы һалына, ә алты йыл үткәс троллейбус йөрөй башлай.

Транспорт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

М. Нагибин проспекты Төньяҡ торлаҡ массив халҡы өсөн мөһим әһәмиәткә эйә, нәҡ ошо проспект аша ҡаланың был өлөшөнән төп пассажир ағымы үтә. Проспект буйлап күп һанда коммерция һәм муниципаль автобус маршруттары үтә (22, 33, 42, 45, 46, 47, 49, 65, 77, 78, 83, 90, 99), троллейбус № 6 һәм күп һанда маршрут таксиҙары.

Иғтибарға лайыҡ объекттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]