Мишель Кван

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мишель Кван
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлығы Flag of the United States.svg Америка Ҡушма Штаттары
Спортта ил өсөн сығыш яһай Flag of the United States.svg Америка Ҡушма Штаттары[2]
Тыуған ваҡыттағы исеме швед. Michelle Wingshan Kwan
Ҡушамат Shelly[3]
Тыуған көнө 7 июль 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[4] (42 йәш)
Тыуған урыны Торранс[d], Лос-Анджелес[d], Калифорния, Америка Ҡушма Штаттары
Хәләл ефете Clay Pell[d]
Һөнәр төрө фигурист, дипломат
Эш урыны АҠШ Дәүләт департаменты[5]
Биләгән вазифаһы United States Ambassador to Belize[d][6][5]
Уҡыу йорто DU[d]
Josef Korbel School of International Studies[d]
Флетчеровская школа права и дипломатии[d][7]
Rim of the World High School[d]
Тренер Рафаэль Владимирович Арутюнян[d], Фрэнк Кэрролл[d] һәм Скотт Уильямс[d]
Ауырлығы 49 килограмм[3]
Спорт төрө Фигуралы шыуыу
Спорт дисциплинаһы женское одиночное фигурное катание[d]
Ҡатнашыусы Ҡышҡы Олимпия уйындары 1998[d], 2002 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындары[d], Фигурное катание на зимних Олимпийских играх 1998 — одиночное катание (женщины)[d] һәм Фигурное катание на зимних Олимпийских играх 2002 — одиночное катание (женщины)[d]
Ойошма ағзаһы Committee of 100[d] һәм Демократическая партия[d]
Бейеклеге/буйы 158 сантиметр
Фолловерҙар һаны 76 720
Commons-logo.svg Мишель Кван Викимилектә

Мишель Вингшань Кван (ингл. Michelle Wingshan Kwan[8], ҡыт. трад. 關穎珊, упр. 关颖珊, пиньинь: Guān Yǐngshān, палл.: Гуань Иншань, кант. Gwaan Wingsaan; 7 июль 1980 йыл,  Торранс, Калифорния) — АҠШ  фигурисы, яңғыҙ шыуа, ике тапҡыр Олимпия уйындары призын яулаған (1998 һәм  2002), биш тапҡыр донъя чемпионы   (1996, 1998, 2000, 2001, 2003), туғыҙ тапҡыр АҠШ чемпионы (1996, 1998—2005,  Мэрибел Винсон-Оуэн менән рекордташ).

Мишель Кван тиҫтә йыл буйы иң юғары кимәлдәрҙә сығыш яһай һәм Америка спорты тарихында иң күп титулдарға эйә фигурист була [9]. Уға спортта ныҡлыҡ, ныҡышмалылыҡ, боҙҙа артист оҫталығы хас була, ул бөйөк фигуристарҙың береһе һанала[10][11][12].

Мишель Кван Америкала ғына түгел, Ҡытайҙа ла шөһрәтле һәм абруйлы[13].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мишель  Торранста Дэнни менән Эстелла Квандың ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Квандар Гонконгтан сыҡҡан Ҡытай иммигранттары була. Бала сағында Мишель өйҙә кантон теле менән инглиз телен  бутап һөйләшә, бер аҙ  путунхуа телен белә. Биш йәшендә ағаһы Рон һәм апаһы Карен менән тәүләп катокҡа бара. Киләсәктә ағаһы хоккейсы, апаһы фигуралы шыуыусы була.   Мишелгә һигеҙ йәш тулғас, Карен апаһы менән бергә ысынлап күнегә башлайҙар. Көнөнә өс-дүрт сәғәт шөғөлләнәләр, мәктәпкә киткәнсе күнегеү өсөн  таңғы сәғәт 3-тә торалар. Дәрестән ҡайтҡас та катокҡа баралар. Катокта шөғөлләнеү ваҡыты оҙайғас, түләү  күләме лә арта, был ябай эшсе ғаиләһендә матди ауырлыҡтар тыуҙыра.  Мишелгә ун йәш булғанда ғаилә башҡаса тренер өсөн түләй алмаҫ була, ләкин уларға Лос-Анджелес фигуристар клубы (ингл.  Los Angeles Figure Skating Club)[14][15] финанс ярҙамы тәҡдим итә, был ҡыҙҙарға Калифорния штатының Лэйк-Эрроухед ҡалаһында Ice Castle International Training Center  боҙонда шөғөлләнеү мөмкинлеген бирә.

Кван Пало-Верденың  Soleado Elementary School башланғыс мәктәбенә уҡырға бара. Ләкин 1994 йылда, һигеҙенсе класта сағында, Мишель йәмәғәт мәктәбен ташлай һәм  өйҙә уҡый башлай[16]. 1998 йылда Rim of the World High School өлкән мәктәбен тамамлағас,  1998 йылда ул бер йылға Лос-Анджелестағы Калифорния университетына инә.  2006 йылдың көҙөндә  Мишель Денвер университетына күсә[17].  2009 йылдың июнендә   университеттың халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм политология бүлеген бакалавр дәрәжәһе менән тамамлай[18]. Шул уҡ йылды халыҡ-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендә артабан белем алыу өсөн  Тафтс университетының Fletcher School of Law and Diplomacy аспирантураһына инә[19].

2010 йылдың 8 майында Мишель Кван Көньяҡ Вермонт колледжында почётлы  доктор (ингл. Doctor of Humane Letters) була.

Йәмәғәт тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2006 йылда Америка Ҡушма Штаттарына Ҡытай лидеры килгәндә  Мишель Кван АҠШ Президенты Джордж Буштың Ҡытай Халыҡ Республикаһы Рәйесе Ху Цзиньтао менән төшкө аш табынында ҡатнаша[20].

2006 йылдың 9 ноябрендә Дәүләт секретары Кондолиза Райс  Мишель Кванды йәмәғәт дипломатияһы илсеһе итеп тәғәйенләй. Был рәсми булмаған вазифала  Кван йәштәргә һәм спорт һөйөүселәргә Америка ҡиммәттәре тураһында өгөт-нәсихәт тарата һәм күп сәйәхәт итә[21]. 2007 йылдың 17-25 ғинуарында ошо сифатта Ҡытайға тәүге сәфәре була.  

Илсе булараҡ дипломатик вазифаһы  Барак  Обама хакимиәтендә дауам иттерелә, бында ул вице-президент Джо Байден[22] һәм Дәүләт секретары Хиллари Клинтон менән эшләй[23].

Фильмографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мишель Кван «Симпсондар», «Гриффиндар» сериалдарында эпизодтарҙа ҡатнаша. «Сабрина — маленькая ведьма» сериалында ла күренә. «Принцесса льда» фильмында диктор булып сығыш яһай. Фигуралы шыуыу тураһындағы күп һанлы тапшырыуҙарҙа һәм сериалдарҙа ҡатнаша. 1998 йылда уның менән «Michelle Kwan Figure Skating» тигән компьютер уйыны барлыҡҡа килә[24].

Төрлө эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мишель Кван балалар өсөн «Еңеүгә мөнәсәбәт: Чемпион булыр өсөн нимә эшләргә кәрәк» тигән китап яҙа. 17 йәшендә «Чемпион йөрәге» тигән автобиографияһы сыға.

2005 йылда  Калифорния штатының Артезия ҡалаһында Мишелдең ғаиләһе EastWest Ice Palace тип аталған катокты аса. Уның күп миҙалдары һәм башҡа наградалары шунда һаҡлана.

Квандың күп һанлы бағыусылыҡ бәйләнештәре  була, ул  телевизион реклама роликтарында ҡатнаша[25]. Мишель Кван менән хеҙмәттәшлектә «Chevrolet Motor» компанияһы (General Motors концернының подразделениеһы)  тарафынан «Chevrolet/Michelle Kwan R.E.W.A.R.D.S. Scholarship» программаһы сығарыла[26].

Спорт  карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мишель Кван 2002 йылғы АҠШ чемпионатында сығыш яһай

Мишель Кван  донъяның биш чемпионатында (1996, 1998, 2000, 2001, 2003) еңә — ҡатын-ҡыҙҙарҙан  Кэрол Хейсс  (1956—1960) менән бергә Америка беренселеге өсөн еңеүҙәр һаны буйынса рекордташ булып тора. Ул АҠШ-тың туғыҙ чемпионатында   (1996, 1998—2005) беренселек яулай һәм был юҫыҡта Мэрибел Винсон-Оуэн (1928—1933, 1935—1937) менән рекордташ. Һигеҙ тапҡыр милли   чемпион булыу һәм  ил чемпионаттарында  рәттән 12 миҙал яулау шулай уҡ Америка рекорды тип таныла. Ул  — фигуралы шыуыуҙа   донъя чемпионы исемен юғалтҡандан һуң  өс тапҡыр кире ҡайтарған берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ (1998, 2000, 2003)[9]. Ул шулай уҡ Наганолағы Олимпия уйындарында көмөш миҙал һәм Солт-Лейк-Сити Олимпиадаһында бронза миҙал яулай.   Кван  абруйлы  «James E. Sullivan Award» лауреаты.  Ул фигуристар араһында 1949 йылда бүләкләнгән Дик Баттондан һуң ошо наградаға лайыҡ була. Милли һәм халыҡ-ара ярыштарҙа Мишель Квандың сығыштарына  бөтәһе  57 тапҡыр 6.0 балы ҡуйыла[27].

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2013 йылдың  19 ғинуарында Мишель  стратегик планлаштырыу директоры Клэй  Пеллға  (1981 йылғы) кейәүгә бара.  Уның менән туйға тиклем 20 ай буйы осрашып йөрөй.   

Спорт ҡаҙаныштары  [үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ярыштар 1991-92 1992-93 1993-94 1994-95 1995-96 1996-97 1997-98 1998-99 1999-00 2000-01 2001-02 2002-03 2003-04 2004-05 2005-06
Ҡышҡы Олимпия уйындары 2 3 WD
Донъя чемпионаттары 8 4 1 2 1 2 1 1 2 1 3 4
Юниорҙар араһында донъя чемпионаттары  1
 АҠШ чемпионаттары 9 J. 6 2 2 1 2 1 1 1 1 1 1 1 1
Гран-при финалдары  1 2 2 2 2
Гран-при этаптары: Skate America 7 2 1 1 1 1 1 1 1
Гран-при этаптары:  Skate Canada 1 1 1 2 3
Гран-при этаптары:  Nations Cup 1
 Гарн-при этаптары:  Trophée Lalique 3 1
Ирекле ихтыяр уйындары 2 1 2
Gardena Spring Trophy
1 J.

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Laura James, Michelle Kwan: Heart of a champion. Scholastic, New York 1997, ISBN 0-590-76340-7.
  • Laura James, Michelle Kwan: The Winning Attitude!: What It Takes to Be a Champion. Hyperion Books, New York 1999, ISBN 0-7868-0546-3.
  • Michelle Kwan: Michelle Kwan: My Special Moments. Hyperion Books, New York 2001, ISBN 0-7868-1580-9.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Lundy D. R. The Peerage (ингл.)
  2. http://www.isuresults.com/bios/isufs00000561.htm
  3. 3,0 3,1 Olympedia (ингл.) — 2006.
  4. Michelle Kwan // SNAC (ингл.) — 2010.
  5. 5,0 5,1 https://bz.usembassy.gov/our-relationship/our-ambassador/
  6. https://www.lovefm.com/police-minister-to-meet-with-the-new-us-ambassador/
  7. https://www.espn.com/nba/story/_/id/29180943/school-cool-notable-athletes-returned-their-college-degrees
  8. California Births, (1905-1995)
  9. 9,0 9,1 Athlete bio at usfigureskating.org 2005 йылдың 24 апрель көнөндә архивланған., accessed September 8, 2006.
  10. For Americans, lots of medals but a 'faceless' Olympics, by Mark Sappenfield, staff writer of The Christian Science Monitor, accessed September 6, 2006.
  11. Video Spotlight - Michelle Kwan 2006 йылдың 24 август көнөндә архивланған., Asian Media Watch, accessed September 6, 2006.
  12. People in the News Spotlight - Michelle Kwan, CNN People in the News, accessed October 8, 2006.
  13. Michelle Kwan slimed in China, USFSA 2011 йылдың 21 июнь көнөндә архивланған.
  14. The Winning Attitude: What It Takes to Be A Champion by Michelle Kwan, 1999; Publisher: Hyperion Press
  15. Michelle Kwan, Heart of a Champion, ISBN 0-590-76340-7
  16. Christine Brennan, Inside Edge, ISBN 0-684-80167-1
  17. LA Kwan expands outlook as part of her healing process(недоступная ссылка) Los Angeles Times, December 24, 2006
  18. Michelle Kwan graduating from University of Denver 2009 йылдың 18 июнь көнөндә архивланған. San Francisco Gate, June 6, 2009
  19. News | DU Today 2009 йылдың 7 июнь көнөндә архивланған.
  20. Hu’s Visit: Bush’s Chinese Diplomacy—Lost in Translation 2006 йылдың 28 апрель көнөндә архивланған., accessed September 9, 2006.
  21. Michelle Kwan named U.S. public policy ambassador USA Today, November 1998
  22. Globetrotting: Michelle Kwan
  23. News | DU Today 2009 йылдың 12 июнь көнөндә архивланған.
  24. Michelle Kwan (инг.) Internet Movie Database сайтта(инг.) Internet Movie Database сайтта, accessed September 9, 2006.
  25. List of Kwan’s endorsements
  26. Michelle Kwan’s REWARDS scholarship program 2014 йылдың 14 ғинуар көнөндә архивланған., accessed July 14, 2006.
  27. See ISU Judging System, which replaced the 6.0 system in 2004

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]