Мешәлек

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мишеляк битенән йүнәлтелде)
Мешәлек
Характеристика
Оҙонлоғо 21 км
Һыу ағымы
Тамағы Тинес йылғаһына уң яҡтан, уның тамағынан 226 км өҫтәрәк, ҡушыла
 · Координаталар 55°39′52″ с. ш. 60°44′43″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны

Илдәр Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Силәбе өлкәһе/Ҡурған өлкәһе
РДҺР 14010500712111200003160

Мешәлек — рус. Мишеляк - Рәсәй йылғаһы. Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре[1] биләмәләрендә аға.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мешәлек йылғаһы Олағас йылғаһынан баш ала, Тинес йылғаһының уң ҡушылдығы, уға тамағынан 226 км өҫтәрәк ҡоя. Йылға оҙонлоғо 21 км.

Мешәлеккә ғүмер биргән күл - Олағас - сөсө һыулы, тоҙлолоғо 0,5 г/л. Тоҙ составы буйынса һыуын гидрокарбонатлы-натрийлы тип билдәләйҙәр.

Һыу реестры мәғлүмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Иртыш һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Тинес. Бәләкәй йылға бассейны — Тубыл, йылға бассейны — Иртыш[2].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса[2]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 14010500712111200003160
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111200316
  • Бассейн коды — 14.01.05.007
  • ГӨ буйынса һаны (номеры) — 11
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 2

Экологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылғаның экологик торошо 1957 йылда «Маяҡ» химкомбинатында шартлау булғандан һуң бик хөртәйә.Был хаҡта шул төбәктә йәшәгән автор В.В. Устюжанин үҙенең "Протоки , ручьи, речки нашего округа" тигән мәҡәләһендә Мешәлек йылғаһын да телгә ала:

" АТЭЦ (атомная теплоэлектроцентраль) һәм Новогорныйҙы төҙөгәнгә тиклем йылға тыныс ҡына Олағас йылғаһынан ағып сығып ята ине. Уның ярҙарында Ҡурҡасыҡ, Оло һәм Кесе Мылари, Соловьёв, Монашки үҙәндәре көн итә ине. Метлиноға 1 км ҡалараҡ ул Тинес йылғаһына ҡоя ине.

Хәҙер Олағас йылғаһы күтәрелгәндә өлөшләтә генә юл аҫтынан сығып, Новогорныйҙың йыуынты һыуҙары менән ҡушылып, Уң яр каналына төшә.

Йылға тулыһынса тиерлек «Маяҡ» етештереү берекмәһенең санитар зонаһына инә. Уның юлында өс дамба, алтын сығарыу соҡоро [3]

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мешәлек - башҡорт телендәге диалект "мешә" һүҙенән яһалған атама.Әҙәби телдә мешә - бешә, йәғни йәш ҡарағай., мешәлек иһә - йәш ҡарағайлыҡ [4].

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ҡыштым аварияһы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».
  2. 2,0 2,1 РФ һыу реестры: Мишеляк.
  3. В.В. Устюжанин. Протоки , ручьи, речки нашего округа [1]
  4. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 861 бит - 138-се бит

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]