Миңһылыу

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Миңһылыу

Миңһылыу, Минсылыу — башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Миңһылыу/Минсылыу — төп башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме. «Миңе булған, бик сибәр» мәғәнәһендә[1]. Татар халҡында Миңсылу, Сылу варианттары бар[2].

Шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Усманова Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы (1 май 1950 йыл) — башҡорт теле белгесе, педагог-методист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2003), профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2017) һәм мәғариф отличнигы (2000), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2010).

Байрамова Миңһылыу Миңлебай ҡыҙы — Сибай ҡалаһы, 55-се Рудничный һайлау округынан БАССР-ҙың 5-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Юғары хеҙмәт күрһәткестәре буйынса депутат итеп һайланған.

Абдуллина Миңһылыу Фәйзрахман ҡыҙы (5 июль 1952 йыл) — юғары категориялы урыҫ теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, крайҙы өйрәнеүсе, Башҡорт Википедияһы ҡатнашыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (1997). Педагогик хеҙмәт ветераны, хеҙмәт стажы — 46 йыл. Өфө ҡала Хакимиәте Грантына (2009), Башҡортостан Хөкүмәтенең «Иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһы» (2010) Премияһына лайыҡ булды. «Педагог-тикшеренеүсе» (2010-2013). 2018 йылда «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» конкурсы финалисы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы менән бүләкләнде.

Әҙәбиәттә һәм сәнғәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәриғә Күҫәкованың «Ейәнсура таңдары» гәзитендә баҫылған «Тәүбә» хикәйәһендәге кире персонаждың исеме Миңһылыу[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. БАШҠОРТСА-РУССА КЕШЕ ИСЕМДӘРЕ ҺӘМ ФАМИЛИЯЛАРЫ БУЙЫНСА БЕЛЕШМӘ-ҺҮҘЛЕК. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты
  2. Кусимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит. ISВN 5-295-00565-8
  3. «Тәүбә» хикәйәһе

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]