Эстәлеккә күсергә

Мозаһитов Риф Имам улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мозаһитов Риф Имам улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 8 ғинуар 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Тыуған урыны Хәлекәй, Стәрлебаш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 21 август 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (84 йәш)
Вафат булған урыны Салауат
Һөнәр төрө актёр
Эш урыны Салауат башҡорт дәүләт драма театры
Туймазы татар дәүләт драма театры
Башҡорт дәүләт академия драма театры
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы[d]

Мозаһитов Риф Имам улы (8 ғинуар 1932 йыл — 21 август 2016 йыл) — театр актёры. 1960—1975 һәм 1992—2004 йылдарҙа хәҙерге Салауат башҡорт дәүләт драма театры, 1975—1992 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1990).

Риф Имам улы Мозаһитов 1932 йылдың 8 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ҡарағош районы Иҫке Хәлекәй ауылында [1] тыуған. 1957 йылда Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу мәктәбен тамамлай. 1951-1960 йылдарҙа Стәрлебаш район мәҙәниәт йорто директоры.булып эшләй. 1960—75 йылдарҙа, 19831984 йылдарҙа, 19992000 йылдарҙа һәм 2004 йылда — Салауат драма театры актёры, 1975—1982 йылдарҙа, 1989—1992 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт академия драма театрында, 1992—1994 йылдарҙа , 1996—1999 йылдарҙа Туймазы татар драма театры актёры[2]. Риф Имам улы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына 1975 йылда саҡырыла, Сәләмәтлегенә бәйле сәбәптәр менән театрҙан айырылып торған саҡтары ла була[3]. Риф Тойғонов актёр тураһында былай тип яҙа:

« Башҡорт сәхнәһенең Мересьевы… Икенсе төрлөрәк әйткәндә, Риф Имам улы Мозаһитовтың үҙенсәленкле ижад юлы сәхнәгә үҙ-үҙеңде аямай хеҙмәт итеүҙең ҡыйыу өлгөһө ул. Риф Мозаһитов Салауат башҡорт драма театрында эшләгән саҡта (1968 йыл) коллектив Ишембайҙа Баязит Бикбайҙың «Ҡарлуғас» спектакле менән сығыш яһай. Староста ролен башҡарған Риф Мозаһитов уйын барышында оркестр «соҡорона» йығылып төшә, аяғын имгәтә. Ана шул имгәнгән аяғын ул ун йылдан һуң ҡырҡтырырға мәжбүр була[3]

»

Риф Имам улы — бай репертуарлы актёр. Ул драматургияның төрлө жанрҙарында сығыш яһай. Салауат башҡорт драма театрында уйнаған төп ролдәре: Харис бай («Зимагорҙар», С. М. Мифтахов; дебют, 1961), Ғәни бай («Еҙнәкәй», Х. К. Ибраһимов), Ҡазый Ризуан («Ҡыйыу ҡыҙҙар», Т.Ғиззәт),А. А. Дударевтың «Ҡояш байыр алдынан» («Вечер»; 2002) спектаклдәрен һ.б. ҡуя[2].


Башҡорт драма театрында — Сәлмән («Зәйтүнгөл», Н.Асанбаев), Дионис («Ташлама утты, Прометей!»), Ирдәүләт («Ҡыҙ урлау»; икеһе лә — М.Кәрим).

« Академия драма театры сәхнәһендә ижад ителгән Ирдәүләт образы Риф Мозаһитовтың бөтә оҫталығын туплаған ҙур уңышы ул. Юғары кимәлдәге ошо роль иҫәбенә Фәрит Богдановтың "Аманатҡа хыянат"тан — Ғарифуллин һәм Илдар Юзеевтың «Аҡ ҡалфағым төшөрҙөм ҡулдан…» драмаһынан суҡындырылған татар Иванов образдары ла ихлас дәғүә итә[3].

»

Туймазы татар драма театрында — Хәбир Исламов («Йондоҙом минең», Ш. Р.Рәхмәтуллин), Нурмөхәмәт («Илгизәр+Вера», Т.Ғ.Миңнуллин), Солтанбәк («Аршин мал алан», У. А.Ғәджибәков). Туймазы татар драма театрында Л. В.Вәлиевтең «Их, кәләше лә кәләше!» (1992)[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]