Мозжерин Василий Иванович
| Мозжерин Василий Иванович | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 12 июль 1926 |
| Тыуған урыны | Өфө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
| Вафат булған көнө | 20 апрель 2008 (81 йәш) |
| Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
| Һөнәр төрө | ғалим |
| Эш урыны | БашДАУ |
| Уҡыу йорто | БашДАУ |
| Ғилми дәрәжә | ветеринария фәндәре докторы[d] |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Мозжерин Василий Иванович (12 июль 1926 йыл — 20 апрель 2008 йыл) — ғалим-ветеринар врач, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), ветеринария фәндәре докторы (1976), профессор (1976). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976), СССР‑ҙың социалистик ауыл хужалығы отличнигы (1970). «Почёт Билдәһе» (1971) һәм 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Василий Иванович Мозжерин[1] 1926 йылдың 12 июлендә Башҡорт АССР-ының Өфө кантоны, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы Ишембәт ауылында тыуған.
Башҡортостан ауыл хужалығы институтында уҡый. 1941—42 йылдарҙа Нуриман районында ветеринар фельдшер, 1947 йылдан — Оло Тәләк районында, 1948—51 йылдарҙа Нуриман районының ветеринар дауаханаһында ветеринар табип булып эшләй.
1956 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институтында уҡытыусы булып эшләй. 1970—94 йылдарҙа институттың зоогигиена, эпизоотология һәм ветеринария нигеҙҙәре кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1987—89 йылдарҙа ветеринария факультеты деканы була. 1997 йылдан — Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институында лаборатория мөдире, 1998 йылдан баш ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
Мозжерин яһалма аэроионлаштырыуҙың сусҡалар организмына биологик йоғонтоһон тикшерә һәм аэроионлаштырыуҙы Башҡортостандың фермаларында һәм малсылыҡ комплекстарында («Ҡарлыман» һәм «Рощинский» совхоздары) ҡулланыуға индерә.
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы була (1991), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Ауыл хужалығы фәндәре бүлексәһендә (секторында) тора.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Физиологические и зоогигиенические основы аэроионизации //Сб. докладов 4-го Междунар. конгресса по зоогигиене. В. Татры (ЧССР), 1982;
- Гигиена сельскохозяйственных животных: Кн. 1, 2. М., 1991 (соавт.).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976
- СССР‑ҙың социалистик ауыл хужалығы отличнигы (1970)
- «Почёт Билдәһе» ордены (1971)
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ МОЗЖЕРИН Василий Иванович. Дата обращения: 18 ғинуар 2013. Архивировано 28 ғинуар 2013 года. 2013 йыл 28 ғинуар архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мозжерин Василий Иванович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2019)
- Башкортостан: Краткая энциклопедия. Уфа: Башкирская энциклопедия. 1996.
- http://www.anrb.ru/blog/category/25
- 12 июлдә тыуғандар
- 1926 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- 20 апрелдә вафат булғандар
- 2008 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаусылар
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академиктары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Шәхестәр:Нуриман районы
- Нуриман районында тыуғандар