Моисеев Илья Иосифович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Моисеев Илья Иосифович
рус. Илья Иосифович Моисеев
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Патронимы йәки матронимы Иосифович[d]
Тыуған көнө 15 март 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Вафат булған көнө 11 октябрь 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (91 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Һөнәр төрө химик, профессор
Эшмәкәрлек төрө химик кинетикаһы[d] һәм катализ[d]
Эш урыны РФА дөйөм һәм органик булмаған химия институты[d]
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт нескә химик технологиялар университеты[d]
Ғилми исеме РФА ағза-корреспонденты[d], РФА академигы[d], профессор[d] һәм профессор[d]
Ғилми дәрәжә химия фәндәре докторы[d]
Ойошма ағзаһы Рәсәй Фәндәр академияһы, СССР Фәндәр академияһы[d] һәм Европа академияһы[d][1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Моисеев Илья Иосифович (15 март 1929 йыл11 октябрь 2020 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-химигы, кинетика һәм шыйыҡ фазалы органик реакцияларының металл-комплекслы катализы өлкәһендә белгес, РФА-ның Химия һәм материалдар буйынса бүлексәһе академигы (химия фәндәре секцияһы) (1992)[2].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Илья Иосифович Моисеев 1929 йылдың 15 мартында Мәскәү ҡалаһында тыуған. 1952 йылда «Төп органик синтезы технологияһы» һөнәре буйынса М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт нәҙек химик технологияһы институтын тамамлай (МИТХТ). Профессиональ эшмәкәрлеген СССР Химия сәнәғәте мминистрлығының проектлау институтында инженер вазифаһында башлай (1952—1955); һуңынан инженер, СССР ФА-ның кесе ғилми хеҙмәткәре (1955—1960), Дәүләт органик химия һәм технологияһы ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре (1960—1963) булып эшләй.

1958 йылда «Шыйыҡ фазалы ацитилен гидратацияһы өлкәһендә тикшеренеү (М. Г. Кучеров реакцияһы)» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1963 йылдан алып хәҙерге көнгә тиклем Н. С. Курнаков исемендәге Дөйөм һәм органик булмаған химия институтында — лаборатория мөдире, төп ғилми хеҙмәткәр, «Металл комплекслы катализ», «Координацион химия» йүнәлештәре буйынса ғилми етәксеһе.

«Химия өлкәһендә палладийҙың тт-комплекстары тикшеренеүҙәре» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын 1967 йылда яҡлай.

Сит илдә уҡыу саҡырылған профессор булараҡ уҡыта: Италияла (1991), Голландияла (1995, 1997) һәм Германияла (1996).

2003 йылдан алып — И. М. Губкин исемендәге Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты профессоры.

Фәнни эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һеркә кислотаһы менән этилен окислауы ваҡытында винилацетатттың барлыҡҡа килеүен асыҡлай. Реакция исеме ала Моисеев реакцияһы.

Рәсәй Фәндәр академияһының газ химияһы буйынса Ғилми советы рәйесе булып тора.

80-дән ашыу авторлыҡ таныҡлығы һәм патенттар, 500 ғилми эштәре авторы. Рәсәй Федерацияһының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Academia Europaea (1994) һәм Academia et Europea Artium Scientiarum[3] тулы хоҡуҡлы ағзаһы(1996)
  • Д. И. Менделеев исемендәге Рәсәй химик йәмғиәте[4] президиумы ағзаһы (1998), вице-президенты (2000)
  • Рәсәй Федерацияһының Юғары аттестацион комиссияһы президиумы ағзаһы (1992—2000)
  • Химия буйынса РФФИ эксперт советы рәйесе[5] (1993—2000)
  • РФА ИНХС почетлы хеҙмәткәре (2000)
  • Фәндәр, сәнғәт һәм әҙәбиәт академияһының мөхбир ағзаһы, (Париж; 2002)
  • Менделеев исемендәге РХТУ-ның Почетлы профессоры (2007)[6]
  • Ломоносов исемендәге МИХТ-ның Почетлы профессоры (2009)
  • Рәсәй Федерацияһының алдынғы фәнни мәктәптәрен буйынса эксперт советы секцияһы (химия фәндәре) рәйесе урынбаҫары
  • РФА ИОНХ ғалимдар советы ағзаһы
  • И. М. Губкин исемендәге Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты янындағы Тәбиғи газ фундаменталь проблемалары институтының ғилми етәксеһе
  • Халыҡ-ара газ союзында Рәсәй гах йәмғиәте вәкиле, бер нисә Рәсәй һәм сит ил фәнни журналдары мөхәрриәттәре ағзаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Маҡтаулы хеҙмәте өсөн. В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы» миҙалы (1970)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1986)
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1986)
  • Саҡырылған профессор (Дж. Донегани исемендәге Институт, EniChem төркөмө, Италия) (1991)
  • «Мәскәүҙең 850 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы (1997)
  • Карпинский исемендәге премия (1999)
  • Почёт Ордены (1999)
  • Триумф Премияһы (2002)[7]
  • Рәсәй Федерацияһының фән һәм техника өлкәһендә дәүләт премияһы (2002)[8]
  • Юғары профессиональ белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре (2004);
  • Газ сәнәғәтенең почетлы хеҙмәткәре (2004);
  • Д. И. Менделеев исемендәге Рәсәй химия йәмғиәтенең Почетлы дипломы һәм Алтын билдәһе (2004)
  • Наука МАИК-тың төп премияһы2004)
  • Король химиктар йәмғиәте 100 йыллыҫы иҫтәлегенә премия (Бөйөк Британия) (2006)
  • Дуҫлыҡ Ордены (2009)[9]
  • Фән һәм техника өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте премияһы (2011)
  • Демидов премияһы (2012)

Төп баҫмалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • И. И. Моисеев «π-Комплексы в жидкофазном окислении олефинов» М. «Наука», 1970. стр. 238.
  • A.A. Markov, S.P. Dolin, N.I. Moiseeva, A.E. Gekhman, I.I. Moiseev. Oxidative transformations in the VV/H2O2/RCOOH system. Focus Article. Mendeleev Commun., 2009, 19, 175—181.
  • Н. Ю. Козицына, С. Е. Нефедов, Ж. В. Доброхотова, В. Н. Икорский, И. П. Столяров, М. Н. Варгафтик, И. И. Моисеев. Путь к наноразмерным гетероядерным кластерам: взгляд с позиций координационной химии. Российские нанотехнологии, 2008, 3, № 3-4, 100—114.
  • A.E. Gekhman, G.E. Amelichkina, N.I. Moiseeva, M.N. Vargaftik, I.I. Moiseev. Pathways of 1O2 Transfer in the Oxidation of Anthracenes with the H2O2/VV/AcOH system, J. Molec. Catal., A: Chemical, 2000, 162, 111—124.
  • I.I. Moiseev, M.N. Vargaftik. Catalysis with Palladium Clusters. «Catalysis by Di- and Polynuclear Metal Complexes» Ed. by A. Cotton and R. Adams. N.Y.: Wiley-VCH, 1998, p. 395—442.
  • I.I. Moiseev. Hydrogen peroxide, water oxide and catalysis. J. Molec. Catal. 1997, A: Chemical, 127, 1-23.
  • N.I. Moiseeva, A.E. Gekhman, I.I. Moiseev. Metal complex catalyzed oxidations with hydroperoxides: inner-sphere electron transfer. J. Molec. Catal., 1997, A: Chemical, 117, 39-55.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Профиль Ильи Иосифовича Моисеева РФА рәсми сайтында.
  • «Moiseev Reaction», in Catalysis from A to Z; 2nd ed., Cornils, B., Herrmann, W.A., Schlogl, R., Wong, C.-H. (eds.), Wiley-VCH, Weinheim, 2003, p. 515.
  • V. R. Galeeva, V. Yu. Kukushkin, Celebration of Inorganic Lives: Interview with I. I. Moiseev, Coord. Chem. Rev., 249 (2005) 883—894.(недоступная ссылка)
  • «Меня питает страсть к моей науке — химии», интервью с И. И. Моисеевым, The Chemical Journal (Химический журнал), No 1-2 (январь-февраль 2009 г.), стр. 34-40 (неопр.) (pdf). tcj.ru. Дата обращения 16 августа 2016.
  • И. И. Моисеев «Мой путь в металлокомплексный катализ» в кн. «Из истории катализа» (под общ. редакций Кальнера В. Д.), Издательство «Калвис», Москва, 2005, стр. 361.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]