Молодцов Геннадий Порфирьевич
Молодцов Геннадий Порфирьевич | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы) Михайловка ауылы |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
шағир |
Молодцов Геннадий Порфирьевич (22 сентябрь 1926 йыл — 8 сентябрь 1983 йыл) — уҡытыусы, шағир, тәржемәсе. 1948 йылдан Ғафури районының Ҡормантау тулы булмаған урта мәктәбендә уҡытыусыһы, 1954—1968 йылдарҙа Софья тулы булмаған урта мәктәбе директоры. 1966 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Геннадий Порфирьевич Молодцов 1926 йылдың 22 сентябрендә БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы) Михайловка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Уның үҫмер, мәктәп һәм талип булған сағы Өфөлә үтә.
Г. К. Орджоникидзе исемендәге Өфө нефть институтына уҡырға инә, әммә атаһының вафатынан һуң уҡыуын ҡалдырып, Ғафури районына ҡайта һәм мәктәптә уҡыта башлай[1]. Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтын ситтән тороп тамамлай (1954). 1948 йылдан алып Ғафури районының Ҡормантау тулы булмаған урта мәктәбендә уҡыта, артабан Ҡормантау тулы булмаған урта мәктәп директоры итеп тәғәйенләнә. Ғаиләһе (ҡатыны һәм ике балаһы) менән ябай ер өйҙә йәшәй. Мәктәп музейында 1949 йылғы фотография һаҡлана: Ҡормантай уҡытыусылары араһында Молодцов та бар[2]. 1954—1968 йылдарҙа Софья тулы булмаған урта мәктәбе директоры. Софья ауылында йәшәү өсөн шарттар яҡшыраҡ була, ғаиләлә тағы ла өс бала донъяға килә. Мәктәптә Геннадий Молодцов әҙәби түңәрәк ойоштора[3]. Софья ауылында шағирҙың илһам шишмәләре тулыша һәм бик күп ижад итә.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Геннадий Молодцовтың тәүге шиғырҙары Ғафури районының «Ударник» гәзитендә 1950 йылдарҙың башында күренә башлай. Ул шиғырҙары өҫтөндә бик оҙаҡ, ентекле эшләй. 1958 йылда Өфөлә «Йәштәргә — һүҙ» («Слово молодым») йыйынтығы сыға һәм унда Молодцовтың бер нисә шиғыры баҫыла. «Минең һуҡмағым» («Моя тропинка») исемле тәүге китабы 1959 йылда сыға. «Тоғролоҡ» («Верность»; 1964), «Бер ҡатлы йорт» («Одноэтажная улица»; 1966), «Бөгөл» («Излучина»; 1969) «Ете сәскә» («Семицветие»; 1971), «Ҡара-ҡаршы тороу» («Противостояние»; 1974) «Ҡайтыу» («Возвращение»; 1983) һәм башҡа шиғри йыйынтыҡтар авторы. Геннадий Порфирьевичтың ижады юғары гражданлыҡ һәм илһөйәрлек менән һуғарылған. Уның хәйләһеҙ һәм ихлас шиғырҙары тыуған ергә һөйөүҙе тасуирлай, ябай кешеләрҙең хеҙмәтен, эскерһеҙ дуҫлыҡ һәм иптәшлек хисен данлай, кеше һәм илдең яҙмыштары тураһында уйланыуҙарҙы үҙ эсенә ала.
Баязит Бикбай, Рәми Ғарипов, Ҡадир Даян, Сәйфи Ҡудаш һәм башҡа башҡорт шағирҙарының әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә иткән.
Геннадий Молодцов 1983 йылдың 8 сентябрендә Өфөлә вафат була.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Молодцов Геннадий Порфирьевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 24 сентябрь 2021)
- [3] Видные поэты Башкортостана: Геннадий Молодцов (К 90-летию со дня рождения).
- [4] МОЛОДЦОВ ГЕННАДИЙ ПОРФИРЬЕВИЧ.