Эстәлеккә күсергә

Монако

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Монако кенәзлеге
франц. Principauté de Monaco
Монако гербы
Флаг {{{Герб урынына}}}
Девиз: «Deo Juvante
(лат. 
«Алла ярҙамы менән»
Гимн: «Hymne Monégasque»
Үҙаллылыҡ датаһы 8 ғинуар 1297Генуя)
Рәсми тел француз
Баш ҡала Монако[1]
Эре ҡалалар Монако/Монако-Виль, Монте-Карло, Ла-Кондамин һәм Фонвьей
Идара итеү төрө Дуалистик конституцион монархия
Дәүләт дине Католицизм
Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө

2,02[2] км²
0
Халыҡ
• Һаны (2011)
• Халыҡ тығыҙлығы

35 986[3] чел. (218)
17 814.85 чел./км²
Валюта Евро (EUR, код 978
Интернет-домен .mc
Код ISO MC
МОК коды MON
Телефон коды +377
Сәғәт бүлкәте +1

Мона́ко кенәзлеге, йәки Мона́ко (франц. Principauté de Monaco), рәсми исеме — Монако кенәзлеге — кәрлә (иргәйел) дәүләт, Франция менән ассоциацияла, Европаның көньяғында Лигур диңгеҙе буйында урынлашҡан; ҡоро ер буйынса Франция менән сиктәш[5]. Халыҡ иң тығыҙ йәшәгән һәм иң бәләкәй дәүләт булараҡ билдәле. Монте-Карло казиноһы һәм Формула-1 — «Гран-при Монако» донья чемпионаты үткәреү менән кенәзлек доньяла билдәле.

Монако — этномәҙәни, дини, раса һәм күп милләтле дәүләт.

Ил БМО (1993 йылдан), ОБСЕ, Европа берлеге (2004 йылдан), Интерпол, ЮНЕСКО, ВОЗ кеүек халык-ара ойошмалар ағзаһы. Халыҡ-ара гидрографик ойошманың төп офисы Монако ҡалаһында урынлашҡан. Уның Көнбайыш Европала 12 дипломатик миссияһы, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһында һәм Европа берлегендә даими вәкилдәре бар. 45 илдең 106 ҡалаһында Монаконың почетлы консуллығы бар. Монако ҡалаһында 66 илдең генераль консуллыҡтары, консуллыҡтары йәки почётлы консуллыҡтары бар.

Евросоюз һәм НАТО ағзаһы ағзаһы булып тормай. Монако Франция менән таможня берлеге аша Европа берләшмәһенең иҡтисади аппараты менән тығыҙ бәйләнгән һәм уның рәсми валютаһы евроға таяна.

Монако атамаһының барлыҡҡа килеүе һәм мәғәнәһе тураһында берҙәм фекер юҡ. Гипотезаларҙың береһенә ярашлы, беҙҙең эраға тиклем VI быуатта лигур ҡәбиләләре был урында Монойкос колонияһына (Monoikos) нигеҙ һала, уларҙың исеме грек мифологик геройы Геракл исеменән килеп сыҡҡан[6] — «Портус Геркулес Монойки», йәғни «яңғыҙ Геракл порты». Рим императоры Фла́вий Кла́вдий Юлиа́н (Юлиа́н II) шулай уҡ Геаклдың Монако портын һәм яр буйы юлын төҙөүҙә ҡатнашыуы тураһында яҙа[7]. Был юлда Гераклға бағышланған миһраптар урынлаштырыла, Монако ҡаяһында уның хөрмәтенә ғибәҙәтхана төҙөлә. Monoeci «яңғыҙ» тигәнде, ә Monoikos «айырым йорт» тигәнде аңлата. Уның ҡаялағы Геракл ғибәҙәтханаһын йәки ҡая янындағы территорияла йәшәгән халыҡтың айырым бер төркөмөн дә аңлатыуы мөмкин[6].

Һарай паркында Альберт I һәйкәле
1494 йылда Италия дәүләте
Казино эсендә

Монако территорияһында беҙҙең эраға тиклем X быуатта тәүге кешеләр үҙҙәренең тораҡ пункттарын төҙөй, улар финикийҙар була. Һуңынан гректар һәм монойкалар ҡушылған.

Хәҙерге Монако тарихы 1215 йылда Генуя Республикаһы колонияһына нигеҙ һалыныу һәм ҡәлғә төҙөүҙән башлана.

1297 йылдың 8 ғинуарында граждандар һуғышы барышында Монаконы Франческо Гримальди һәм уның яҡлы кешеләр яулап ала. Был көн Гримальди династияһы хакимлек иткәк көн һәм Монако бойондороҡһоҙлоҡ алған көн тип иҫәпләнә. Ошо көндән алып хәҙер инде 700 йылдан артыҡ кенәзлек менән ошо фамилия вәкилдәре идара итә.

1641 йылда Пероннск килешеүе нигеҙендә кенәзлек Франция протекторатына күсә.

1789 йылда ил Франция тарафынан аннексиялана.

1814 йылдың 30 майындағы Париж килешеүе (беренсеһе) кенәзлекте 1792 йылдың 1 ғинуарына тиклем француз протектораты ҡарамағында булған үҙ сиктәренә тергеҙә.

Беренсе империя тулыһынса тарҡалғандан һуң, 1815 йылдың 20 ноябрендә Париж килешеүе буйынса монако Сардиния короллеге протекторатына тапшырыла.

1860 йылдың мартында Франция императоры Наполеон III-нөң Италияны берләштергәне өсөн күрһәткән хәрби ярҙамы өсөн рәхмәт йөҙөнән Сардиния короллеге Савойяны һәм Ницца графлығын, шул иҫәптән Ментон һәм Рокбрюнды Францияға бирә. 1860 йылдың 18 июлендә Сардиния Монаконан ғәскәрҙәрен сығара, шуның менән протектораты тамамлана[8].

1865 йылда Монте-Карлола казино асыла һәм Франция менән таможня берлеге ойошторола. Был ваҡиғалар илдең иҡтисади үҫешенә һиҙелерлек этәргес яһай.

Монте-Карлола казино

1911 йылда кенәз власын сикләгән беренсе конституция ҡабул ителә.

А. Онассистың инвестиция эшмәкәрлеге Монако иҡтисадын ярайһы уҡ тиҙләтә, ул кенәзлек биләмәһен киңәйтә, порт төҙөлөшөн һәм күңел асыу индустрияһын инвестициялай.

1993 йылда Монако — Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы.

1956 йылда голливуд актрисаһы Грейс Келли менән ул ваҡыттағы хаким принц Райнье III-нөң (1949 йылда тәхеткә ултыра) туйы Монако менән киң ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра. Принц Райнье Монакола әүҙем төҙөлөш башлай.

2005 йылдың 31 мартында принц Райнье III, ауырыу сәбәпле, үҙ вәкәләттәрен үҙенең берҙән-бер улы һәм вариҫы принц Альбертҡа тапшыра. Райнье 2005 йылдың 6 апрелендә вафат була.

Әлеге ваҡытта Монако менән 2005 йылда Райнье III үлгәндән һуң тәхеткә ултырған улы принц Альберт II идара итә.

Монако кенәзлеге картаһы
Монако

Монако Көньяҡ Европала Лигурия диңгеҙе яры буйында, Ниццанан төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 20 км алыҫлыҡта, француз Зәңгәрһыу яры (французский Лазурный Берег) буйында урынлашҡан.

Ҡоро ерҙә кенәзлек Франция, Диңгеҙ буйы Альп (Приморские Альпы) департаменты менән сиктәш.

Илдең майҙаны — 2,02 км². Яр буйы һыҙығының оҙонлоғо — 4,1 км, ҡоро ер сиктәренең — 4,4 км. Һуңғы 20 йылда илдә диңгеҙ биләмәләрен киптереү иҫәбенә 40 гектарға тиерлек артҡан.

Административ-территориаль бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

The World Factbook мәғлүмәттәре буйынса 2021 йылдың июленә Монако халҡы 31 223 кеше тәшкил итә[9]. 2015 йылдың 1 июленә Монако халҡы 37 863 кеше тәшкил итә, ләкин дәүләттең тулы хоҡуҡлы граждандарының 20 проценты самаһы монегаскалар булып тора. Улар һалымдан азат ителгән, иҫке ҡала тирәһенә күсеп ултырырға хоҡуҡлы[10]. Халыҡтың тығыҙлығы км²-ға 18 679 кеше тәшкил итә. Халыҡ шул тиклем юғары тығыҙлығы Монаконың ҡала-дәүләт булыуы менән бәйле.

2019 йылда БМО баһалауынса, Монакола 26 511 иммигрант һәм уларҙың вариҫтары, йәғни ил халҡының 68 проценты йәшәгән[9][11]. Халыҡ һанының йыллыҡ үҫеш темпы йылына 0,53 % тәшкил итә (2021 йылға)[9]. 2020 йылға ҡарата, ЦРУ факттарының бөтә донъя китабы мәғлүмәттәре буйынса, Монако халҡы донъяның бөтә илдәре араһында иң юғары уртаса йәшкә эйә — 55,4 йыл һәм донъяла иң өлкәне булып һанала[9].

2020 йылға Монако халҡының йәш структураһы: 0 — 14 йәш — 9,41 %. 15 — 64 йәш — 55,44 %; 65 йәштән өлкәнерәктәр — 35,15 %[9]. The World Factbook мәғлүмәттәре буйынса 2020 йылда Монако халҡының уртаса йәше — 55,4 йәш (донъяла 1-се урын), шул иҫәптән ирҙәр — 53,7 йәш, ҡатын-ҡыҙҙар — 57 йәш[9]. Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар һанының нисбәте: бөтә халыҡ — 0,94 (2020 йыл)[9].

Монако халҡының 2021 йылға ҡарата көтөлгән уртаса ғүмер оҙайлығы: бөтәһе — 89,4 йәш (донъяла 1-се урын); ирҙәр 85,55 йәш; ҡатын-ҡыҙҙар — 93,4 йәш[9].

2021 йылда тыуым 1000 кешегә 6,63 бала тәшкил итә (донъяла 227-се)[9]. Тыуымдың дөйөм күрһәткесе — бер ҡатын-ҡыҙға 1,52 тыуым[9].

Файл:Монако.jpg
Монако

Халыҡтың демографик ҡартайыуы сәбәпле үлем кимәле арта, 2021 йылға ҡарата үлем кимәле 1000 кешегә 10,47 тәшкил итә (донъяла 27-се урын)[9]. 2021 йылға ҡарата Монаколағы таҙа миграция кимәле юғары һәм 1000 кешегә 9,16 мигрант тәшкил итә (донъялағы 8-се урын)[9].

Милли составы: (2008)

  • француздар — 28,24 %;
  • монегасктар, 21,5 %;
  • итальяндар — 18,57 %;
  • британдар — 7,5 %;
  • башҡалар — 24,19 %.

Иң ҙур дини төркөм — католиктар. Улар кенәзлек халҡының 82 процентын тәшкил итә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ: Католицизм в Монако, Протестантизм в Монако и Православие в Монако

[[Файл:Monaco BW 2011-06-07 16-07-20.jpg|thumb|1875 йылда төҙөлгән Изге Николай кафедраль соборы

Монаконың дәүләт дине — католицизм. Хәҙерге ваҡытта илдең 82 % халҡы католик[12]. Монакола 5 католик мәхәлләһе һәм һәм бер кафедраль собор бар, унда Монако архиепискобы кафедраһы урынлашҡан. Ун туғыҙынсы быуат уртаһынан ғәмәлдә булған епархия 1981 йылда архиепископ епархияһына әүерелә.

Протестанттар (1200) кенәзлектә беренсе мәхәлләне 1925 йылда аса. Әлеге ваҡытта уларҙа реформаттар (680 кеше), англикандар (300 кеше) һәм инжил христиандарының деминацион булмаған ике общинаһы бар.

1957 йылдан кенәзлектә грек православие общинаһы (мәхәлләлә 120 кеше) эшләй[13]).

Монаконың 560 кешеһе иудаизмға эйәрә. Мосолмандар йәмғиәтендә 150 кеше иҫәпләнә, башлыса ғәрәптәр. 1950-се йылдар уртаһынан кенәзлектә баһаи дине яҡлылар йәшәй[14].

Монакола башҡа конфессиялар һәм диндәрҙең дә диндарҙары бар, тип күҙаллана, ләкин уларҙың һаны күп түгел һәм улар дини ойошма булдыра алмай. Был илдең ҡайһы бер диндарҙары күрше Ниццаға йәки Францияның башҡа ҡалаларына дини йыйылыштарға йөрөй.

Монако кенәзлегенең яҡынса 3800 кешеһе дин тотмай[13].

Тет де Шьен морононың бейек ҡаяларынан Монаконың күренеше

Төп мәҡәлә: Экономика Монако

Монако иҡтисады башлыса туризм, ҡомарлы уйындар, яңы резиденциялар төҙөү, шулай уҡ кенәз ғаиләһенең тормошон яҡтыртҡан киң мәғлүмәт саралары иҫәбенә үҫешә.

2019 йылдың 1 ғинуарынан Монакола минималь эш хаҡы айына 1695,07 тәшкил итә[15]. Монакола килем һалымы юҡ.

Өҫтөнлөктәре: гарантияланған банк сере һәм түбән һалымдар сит илдән миллиард һумдарҙы йәлеп итә. 1990 йылдар аҙағында Монако банктарында һаҡланған средстволар күләме йыл һайын 18 процентҡа арта барған. Тышҡы бурысы юҡ, валюта резервтары 2 миллиард доллар самаһы. Эшһеҙлек түбән кимәлдә — (3 %).

Көсһөҙ яҡтары:

  • Франция менән килешеү буйынса 1994 йылдан банкылар тарафынан шикле иҫәптәр асыла, был башҡа илдәргә лә хас.
  • Франция һәм Италияның иҡтисадына бәйлелек.
  • Өҫтәмә хаҡҡа һалым дәүләт килемдәренең 55 % килтерә.
  • Евросоюздың банк һәм һалым ҡануниәтен көсәйтеүҙе талап итеүе.
  • Ресурстарҙың булмауы
  • Тулыһынса импортҡа бәйлелек.

Монако башҡа илдәр менән тимер юл, автомобиль, диңгеҙ һәм һауа транспорты менән тоташҡан.

Киске Монако урамында

Тимер юл селтәренең оҙонлоғо 1,7 км тәшкил итә. Колеяһы — 1435 мм. Тимер юлдар менән Францияның SNCF милли тимер юл компанияһы идара итә. Кенәзлек Франция менән төбәк маршруттары менән дә, тиҙ йөрөшлө TGV поездары менән дә тоташҡан. Монакола тимер юлдарҙың күбеһе ер аҫты туннелдәре аша үтә. Илдәге берҙән-бер станция — Монако — Монте-Карло вокзалы ла ер аҫты станцияһы булып тора.

Автомагистраль оҙонлоғо 50 км тәшкил итә. Илдә 7 автобус маршруты, шулай уҡ Ницца аэропортына автобус йөрөй. Монакола барлығы 143 автобус туҡталышы бар.

Ҡаланың Ла-Кондамин һәм Фонвьей райондарында ике диңгеҙ порты бар. Ла-Кондамин районының Эркюль портында һыу автобусы йөрөй, ул порттың көньяҡ һәм төньяҡ өлөшөн тоташтыра. Шулай уҡ һыу таксиһы хеҙмәте үҫешкән.

Фонвьей районында кенәзлектәге берҙән-бер һауа гаване — Монте-Карло вертодромы урынлашҡан, ул уны Ницца аэропорты менән тоташтыра.

Монако климаты — Урта диңгеҙ субтропик климаты[16], йәй — йылы, ҡоро (уртаса температура 20 — 25 °C) һәм ҡыш — йомшаҡ, ямғырлы (уртаса температура 10 — 12 °C). Яуым-төшөмдөң күп өлөшө көҙ һәм ҡыш көндәренә тура килә, ҡояшлы көндәр йылына — 300-гә яҡын, ямғырлы көндәр — 60 тирәһе. Монако климаты Францияның көньяҡ яр буйына оҡшаш.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C 12,3 12,5 14,0 16,1 19,4 23,0 25,8 25,9 23,8 19,9 16,1 13,4 18,5
Уртаса температура, °C 10,2 10,4 11,8 13,9 17,1 20,8 23,5 23,7 21,6 17,8 14,0 11,4 16,4
Уртаса минимум, °C 8,1 8,2 9,6 11,6 14,8 18,5 21,2 21,5 19,3 15,6 11,9 9,3 14,1
Яуым-төшөм нормаһы, мм 82,7 76,4 70,5 62,2 48,6 36,9 15,6 31,3 54,4 108,2 104,2 77,5 768,5
Сығанаҡ: Официальный сайт Монако
:Айҙар буйынса яуым-төшөм күләме һәм уртаса температура (1981—2010 йылдарҙа уртаса)

Сәнғәт һәм мәҙәниәт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Монако — әһәмиәтле мәҙәни үҙәк. 1879 йылда архитектор Ш. Гарнье (Париж операһы авторы) төҙөй. Гарнье залы бинаһында Монте-Карло филармония оркестры һәм Монте-Карло операһы урынлашҡан.

Монте-Карло операһы

Был сәхнәлә төрлө йылдарҙа Н. Мелба, Э. Карузо, Ф. Шаляпин, П. Доминго, Л. Паваротти сығыш яһай. 1911 йылда С. Дягилев бында Монако кенәзе Пьер ҡурсалауы аҫтында Дягилевтың Рус балетына нигеҙ һалған. Бында А. Павлова, В. Нижинский, Т. Карсавина, Дж. Баланчин, С. Лифарь, һуңыраҡ — Р. Нуриев, М. Барышников бейей.

Монте-Карлола М. Безобразова етәкселегендә Грейс принцессаһы исемендәге Классик бейеү академияһы ойошторола. Кенәз Пьер фонды (атаһы хөрмәтенә Райнье III нигеҙ һала) йыл һайын Ҙур әҙәби премия, принц Райнье III музыкаль премияһы һәм хәҙерге заман сәнғәте өсөн Халыҡ-ара премия тапшыра.

Ҡалала билдәле Монако океанографик музейы урынлашҡан, уның директоры булып легендар сәйәхәтсе Жак-Ив Кусто була.

Монакола йыл һайын Халыҡ-ара цирк фестивале һәм телевизион фестивале үтә (Гримальди форумда).

Башланғыс һәм урта белем

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Монакола 10 дәүләт белем биреү учреждениеһы, шул иҫәптән 7 балалар баҡсаһы һәм башланғыс мәктәптәр, бер урта мәктәп (Шарль III колледжы), бер лицей бар, ул дөйөм һәм техник белем биреү менән шөғөлләнә (Альберта I лицейы) һәм туризм өлкәһендә белем биреүсе бер лицей бар. Шулай уҡ Монакола дини общиналар тарафынан финансланған ике шәхси мәктәп (Николя Баррэ Франциск Ассизский институты һәм доминикандар мәктәбе) һәм бер халыҡ-ара мәктәп (Халыҡ-ара Монако мәктәбе) эшләй.

Монакола бер генә юғары уҡыу йорто бар — Монако халыҡ-ара университеты. Монако Болон процесында ҡатнашмай.

Ҡораллы көстәрендә 82 кеше иҫәпләнә. Монако донъяла даими армия күләме хәрби оркестр һанынан (85 кеше) аҙыраҡ булған берҙән-бер дәүләт.

Ҡайһы берҙә армияға ла эш була:

« — Был хәл 1962 йылда булды. ... Монаконың яҙмышы ҡыл өҫтөндә. Францияның президенты генераль де Голль кенәзлеккә, әгәр ул банкирҙарҙы үҙенә йәлеп итеүҙән туҡтамаһа һәм килем һалымын индермәһә, электр энергияһын һәм һыу менән тәьмин итеүҙе өҙөү менән янай. Король һарайының 80 гвардиясыһы һәм Монаконың 207 полиция хеҙмәткәре хәүефлелек буйынса күтәрелә. Бәхеткә күрә, һуғыш булмай. Кенәз ташламалар яһай...[17] »

Монегас-француз мөнәсәбәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Награды княжества Монако
  1. Географические названия и столицы государств-членов ООН
  2. Ministère des Affaires étrangères (France). Mise à jour : 29.01.09
  3. Monaco 2009 йыл 11 март архивланған. at The World Factbook(недоступная ссылка — история)
  4. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/europe
  5. Монако, княжество // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  6. 6,0 6,1 P. Christiaan Klieger. The Microstates of Europe: Designer Nations in a Post-Modern World (инг.). — Lexington Books, 2012. — P. 165—. — ISBN 978-0-7391-7427-2.
  7. R. L. Rike. Apex Omnium: Religion in the Res Gestae of Ammianus (инг.). — University of California Press, 1987. — P. 24—. — ISBN 978-0-520-05858-3.
  8. История Монако. Дата обращения: 3 сентябрь 2009. Архивировано 15 июль 2009 года.
  9. 9,00 9,01 9,02 9,03 9,04 9,05 9,06 9,07 9,08 9,09 9,10 9,11 file-icon. Дата обращения: 14 декабрь 2021. Архивировано 30 декабрь 2021 года.
  10. Восемь веков под флагом лукавого монаха. — Журнал «Вокруг света», 2009.
  11. United Nations Maintenance Page. Дата обращения: 25 ноябрь 2020. Архивировано 8 март 2021 года.
  12. Christian Population as Percentages of Total Population by Country (ингл.). The Pew Research Center's Religion and Public Life Project (19 декабрь 2011). Дата обращения: 25 декабрь 2014. Архивировано из оригинала 7 ғинуар 2012 года. 2018 йыл 24 декабрь архивланған.
  13. 13,0 13,1 Jason Mandryk. Monaco // Operation World: The Definitive Prayer Guide to Every Nation. — InterVarsity Press, 2010. — P. 593—594. — 978 p. — (Operation World Set). — ISBN 0-8308-5724-9.
  14. J. Gordon Melton. Monaco // Religions of the World, Second Edition A Comprehensive Encyclopedia of Beliefs and Practices / J. Gordon Melton and Martin Baumann. — Santa Barbara, California: ABC CLIO, 2010. — P. 1927—1929. — 3200 p. — ISBN 978-1-59884-203-6.
  15. Circulaire n° 2018-16 du 27 décembre 2018 relative au S.M.I.C. Salaire Minimum Interprofessionnel de Croissance applicable à compter du 1er janvier… / Journal 8417 / Année 2… Дата обращения: 7 апрель 2019. Архивировано 7 апрель 2019 года.
  16. Климат Монако на сайте Best Country. Дата обращения: 14 май 2016. Архивировано 18 ноябрь 2016 года.
  17. Соколов Г. «Страна трёх городов» // Вокруг света, № 1(2472), 1980. Дата обращения: 2 август 2008. Архивировано 26 август 2008 года.

Өҙөмтә хатаһы: <references> билдәләнгән ":0" исемле <ref> тамға алдағы текста ҡулланылмай.