Монин Андрей Сергеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Монин Андрей Сергеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 2 июль 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[1]
Тыуған урыны Мәскәү, Совет Рәсәйе[1]
Вафат булған көнө 22 сентябрь 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (86 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Троекуров зыяраты[d]
Һөнәр төрө физик, метеоролог, университет уҡытыусыһы, математик, океанолог
Эшмәкәрлек төрө гидродинамика[d], Океанология[d], ғәмәли математика[d][2], геофизика[d][2], гидрология[2] һәм климатология[d][2]
Эш урыны Институт океанологии имени П. П. Ширшова РАН[d]
Уҡыу йорто МДУ-ның механика-математика факультеты[d]
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты[3]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Колмогоров Андрей Николаевич
Аспиранттар Alexander Berestov[d][3]
Кемдә уҡыған Колмогоров Андрей Николаевич
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ойошма ағзаһы АҠШ фәндәр милли академияһы[d], Рәсәй Фәндәр академияһы, СССР Фәндәр академияһы[d] һәм Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР дәүләт премияһы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Октябрь Революцияһы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы Дуҫлыҡ ордены «Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы

Монин Андрей Сергеевич (2 июль 1921 йыл22 сентябрь 2007 йыл) — СССР һәм Рәсәй геофизигы, океанолог, математик һәм гидродинамика өлкәһе белгесе. 1965—1987 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының океанология институты директоры. 1972 йылдан СССР Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты, 2000 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы академигы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Андрей Сергеевич Монин Мәскәүҙә һуңынан В. И. Ленин исемендәге Мәскәү дәүләт педагогия институты доценты булған С. А. Мониндың ғаиләһендә тыуған.

1938 йылда Мәскәү университетының механика-математика факультетына уҡырға инә һәм 1943 йылда уны тамамлай. 1942 йылда Б. В. Гнеденко менән берлектә ихтималлыҡ теорияһы кафедраһында самолеттарҙың бәләкәй тиҙлеге ваҡытында бәләкәй бейеклектәрҙән бомба ташлау таблицаһын төҙөү буйынса мөһим эштәрҙә әүҙем ҡатнаша[4].

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Ҡыҙыл армияға саҡырылғандан һуң Ҡыҙыл армия юғары гидрометеорология институтына хәрби синоптиктар курсына ебәрелә. Фронт метеостанцияһы бүлеге командиры, кесе лейтенант, 3-сө Балтик буйы фронты частарында хеҙмәт итә, Псковтан Ригаға тиклем юл үтә[5].

1945 йылдың майында Ҡыҙыл армияның Үҙәк прогнозлау институтына ебәрелә, 1946 йылдың ғинуарында демобилизациялана, Үҙәк прогноз институтына эшкә күсә, ғилми хеҙмәткәр.

1946 йылда Мәскәү дәүләт университетының математика фәнни-тикшеренеү институты аспирантураһына уҡырға инә. Ғилми етәксеһе А. Н. Колмогоров.

1949 йылда атмосфера турбулентлығы теорияһы буйынса диссертация яҡлай[6]. 1951 йылда СССР Фәндәр академияһының Геофизика институтына, 1955 йылда Атмосфера физикаһы институтына үҙгәртелгән Атмосфера физикаһы бүлегенә күсә, унда өлкән ғилми хеҙмәткәр, бүлек мөдире, ғилми консультант булып эшләй.

1956 йылда турбулент диффузия теорияһы буйынса физика-математика фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп диссертация яҡлай[7], профессор (1963). Океанология, атмосфера физикаһы һәм география (океанология) бүлеге буйынса СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1972)[8]

1965 йылдан — СССР Фәндәр академияһы һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Океанология институтында, институт директоры (1965—1987), 1987 йылдан — синоптик процестар лабораторияһы мөдире.

2000 йылда Рәсәй Фәндәр академияһы академигы булып һайлана.

А. С. Монин 2007 йылдың 22 сентябрендә вафат була. Мәскәүҙә Троекуров зыяратында ерләнгән[9].

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1958 йылда, КПСС Үҙәк Комитеты секретариатына хат яҙып ебәрә, унда СССР Фәндәр академияһының Физика-математика фәндәре бүлеге ағзаларын һайлауҙы ҡырҡа тәнҡитләй, ҡайһы бер ғалим коллегалары тураһында негатив һәм бик субъектив фекерен белдерә һәм КПСС Үҙәк Комитетын СССР Фәндәр академияһына һайлауҙарға әҙерлек барышына ҡыҫылырға саҡыра[10].

1992 йылда "Кешелеккә иҫкәртеү"гә ҡул ҡуя[11].

Фәнни өлөшө[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе — геофизик гидродинамика. Һауа торошон күҙаллау, климат теорияһы, атмосфераның һәм океандың һанлы моделдәрен әҙерләү, океан гидродинамикаһы проблемалары (турбулентлыҡ, микроструктура, өҫкө һәм эске тулҡындар, синоптик ҡойондар, меандрҙар, рингтар, океандың дөйөм циркуляцияһы), Ер аҫты эволюцияһы теорияһы буйынса фундаменталь эштәр авторы. Океандарҙы эксперименталь тикшереү эштәрен ойоштороусы. Шулай уҡ СССР-ҙа Ер һәм Венера атмосфераһының һанлы моделдәрен әҙерләү буйынса эштәр ойоштора.

Геофизик гидродинамика буйынса ғилми мәктәп булдыра.

Фәнни ойошмаларҙа ағзалығы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

АҠШ милли фәндәр академияһының сит ил ағзаһы (1976), Американың фән һәм сәнғәт академияһының сит ил почетлы ағзаһы (1973), Гетеборг университетының почетлы докторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

500-ҙән ашыу фәнни мәҡәлә һәм 45 китап авторы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Краснопольский А. В. Отечественные географы (1917—1992): Биобиблиографический справочник (в 3-х томах) / Под ред. проф. С. Б. Лаврова; РАН, Русское географическое общество. — СПб.: Б.и., 1993. — Т. 2 (Л—Х). — С. 101. — 456 с. — 1000 экз.
  • Московский университет в Великой Отечественной войне. — 4-е, переработанное и дополненное. — М.: Издательство Московского университета, 2020. — С. 76. — 632 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-19-011499-7.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]