Морат (исем)
Морат — башҡорт һәм башҡа төрки халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Морат — «морат, теләк» мәғәнәһен аңлатҡан ир балаларға ҡушылған мосолман исеме[1].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Морат Рәмзи (Мораҙулла бин Баһадирша Абдулла; 1854 йыл — 1934 йыл) — башҡорт тарихсыһы, дин әһеле. Нәҡшбәндиә тәриҡәте шәйехе.
Морат Өлкәр (21 март 1959 йыл) ― төрөк бизнесмены, кондитер, Yıldız холдингы — үҙәк һәм көнсығыш Европала, Африка һәм Яҡын Көнсығыштағы эре аҙыҡ-түлек компанияһы идараһы рәйесе.
Морат Аджи (ҡум. Аджиланы Мурад Эскендерны уланы, 9 декабрь 1944 йыл — 7 март 2018 йыл) — тарихсы, төрки донъяһын өйрәнеүсе, публицист һәм яҙыусы. Хеҙмәттәре башлыса төрки халыҡтар тарихына бағышланған.
Морат (Морат; ?—1708 йыл) — 1704—1711 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе.
Фамилияларҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Моратова Кира Георгиевна (5 ноябрь 1934 йыл — 6 июнь 2018 йыл) — совет һәм украин кинорежиссёры, сценарийҙәр яҙыусы һәм актёр.
Моратов Төхфәт Фәттәхетдин улы (21 ғинуар (3 февраль) 1906 йыл — 27 декабрь 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған шағир, журналист һәм уҡытыусы. 1927 йылдан «Башкнига» ширҡәте мөхәррире, «Үктәбер» (хәҙерге «Ағиҙел») журналы хеҙмәткәре, 1936—1941 йылдарҙа Хәйбулла районының Аҡъяр башҡорт урта мәктәбендә директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1994).
Моратова Гөлдәр Сабит ҡыҙы (20 март 1951 йыл) — дәүләт һәм мәҙәниәт эшмәкәре. 1995—2001 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021).
Моратова Зөһрә Ғәзиз ҡыҙы (1924—2006) — Өфөләге Дуҫлыҡ монументында һынландырылған башҡорт ҡыҙы. Филология фәндәре кандидаты, доцент, М. Ломоносов исемендәге Мәскәү университетының атҡаҙанған педагогы.
Моратов Әмир Фәттәх улы (1926—2003) — педагог, журналист, яҙыусы. БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, СССР һәм БАССР журналистар Союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
Топонимдарҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Морат (тау) (рус. Мраткино) — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Белорет районындағы түбә һәм тау саңғыһы комплексы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 61-се.
- «Башҡортостан ҡыҙы» Ҡунафина Гөлшат «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан» 2021 йыл 9 сентябрь архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |