Мордва халҡының Рус дәүләте составына инеүе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мордва халҡының Рус дәүләте составына инеүе

Мордва халҡының рус дәүләте составына инеүе — характеры һәм әһәмиәте буйынса күп ҡырлы бер нисә этапҡа бүленгән ҡатмарлы процесс. Башта Түбәнге Новгород, Рязань кенәзлектәре составына ингән Муҡшы буйҙарындағы, Волганың уң яҡ ярындағы һәм Сура йылғаһы буйҙарындағы мордва ерҙәрен Мәскәү дәүләтенә ҡушыуҙың тәүшарттары барлыҡҡа килгән.

Түбәнге Новгород кенәзлеге Владимир-Суздальский кенәзлегенең сәйәси традицияларының вариҫы булып тора. 1328 йылда кенәз Константин Васильевич рус кешеләренә Ока, Волга, Кудьма йылғалары буйындағы мордва ауылдары урынына ултырырға бойорған.

1372 йылда Сура йылғаһының һул ярында Курмыш ҡәлғәһе һалынған. Түбәнге Новгородҡа буйһонған территория Сура йылғаһының һул ярынан Запьяньеға тиклемге мордва ерҙәрен үҙ эсенә алған.

1392.йылдан Бөйөк Мәскәү кенәзе Василий I ала. Урҙанан түбәнге новгород ерҙәрендә кенәзлек итеүгә ярлыҡ алған. 1411 йылда Түбәнге Новгород мәскәү кенәздәренә тулыһынса буйһондоролған.

XIV быуаттың аҙағында инде Урта Цналағы һәм Муҡшы йылғаһының түбәнге ағымы буйындағы мордва "урын"дары Рязань кенәзлеге составына ингән. 1444 йылда мордва, рязань һәм мәскәү ғәскәре менән бергә, баҫҡынсы татарҙарға ҡаршы сыҡҡан. 1402 һәм 1447 йылдарҙа мәскәү һәм рязань кенәздәре араһында мордва "урын"дарында биләмәләрҙе бүлеп алыу тураһында килешелгән.

1480 йылда Мордовия ерҙәренең байтаҡ өлөшө Мәскәү дәүләте составына ингән. Был ваҡытта, Рус дәүләте сиктәрен Сура йылғаһының түбәнге һәм урта, Муҡшы һәм Цна йылғаларының урта ағымдары буйынса билдәләү менән бәйле, мордва халҡының Рәсәйгә инеү мәсьәләһе сәйәси яҡтан хәл ителгән. Мәскәү кенәздәренең ватандаштары араһында мордвалар булыуы Иван III батшаның дини һәм башҡа грамоталары, дипломатик документтарында билдәләнгән.

Ҡаҙан ханлығы (XVI быуат башы) менән мөнәсәбәттәрҙең киҫкенләшеүе менән бәйле, Рус дәүләте үҙенең мордва сиктәрен нығытыу буйынса саралар күргән: ҡала-ҡәлғәләр төҙөлөшө башланған (Темников; 1536). Бер үк ваҡытта мордва халҡының Рус дәүләте составында хоҡуғы юридик акттар менән билдәләнгән һәм 1551 йылға Свияжск анты менән тамамланған (ҡара: 1545—1552 йылдарҙағы Ҡаҙан походтары).

1552 йылда Ҡаҙанды алыу һәм Ҡаҙан ханлығының юҡҡа сығыуы мордва халҡының тарихын ҡырҡа үҙгәрткән — уның Рус дәүләтенә инеүе хәрби-сәйәси һәм хоҡуҡи яҡтан тамамланған. XVI быуаттың 2-се яртыһына ерҙәрҙе үҙләштереү һәм төбәктең рус ҡатлам-вәкиллек монархияһының сәйәси һәм ижтимағи структураһына инеүе хас.

Төбәк тарихнамәһендә мордва ерҙәренең Рус дәүләтенә инеү ваҡытына ҡарата берҙәм фекер юҡ. Ҡайһы бер тарихсылар (Г. Я. Меркушкин, Н. Ф. Мокшин, В. К. Абрамов) процестың тамамланыуын 1551—1552 йылдарҙағы ваҡиғалар һәм Ҡаҙан ханлығы бөтөрөлөү менән бәйләй; башҡалары (А. В. Клеянкин, М. Ф. Жиганов) 1480 йылдар уртаһын атай, өсөнсөләре (Н. В. Заварюхин) — Мәскәүгә Түбәнге Новгород һәм Мещера кенәзлектәре ингән йылдарҙы, 1392—1393 йылдар осорон, атай. Инеүгә баһа ла бер төрлө генә түгел: Г. Я Меркушкин, А. В. Клеянкин, М. Ф. Жиганов һ. б. үҙ ирке менән инеү тигәнде һыҙыҡ өҫтөнә ала; К. Н. Сануков мәжбүри индереүгә иғтибар бирә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Меркушкин Г. Я., Дорожкин М. В. Об основных этапах вхождения мордовского народа в состав Русского государства // 425-летие добровольного вхождения Чувашии в состав России. — Чебоксары, 1977
  • Мокшин Н. Ф. Этническая история мордвы. — Саранск, 1977
  • Заварюхин Н. В. И вошла мордва в Русь // На перекрёстке мнений. — Саранск, 1990
  • Юрчёнков В. А. Вхождение мордовского народа в состав Русского государства (историко-географич. аспекты) // Вестн. историч. географии. — М. ; Смоленск, 2001. — № 2.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Энциклопедия Мордовия, В. А. Юрчёнков.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]