Морозов Александр Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Морозов Александр Александрович
Морозов, Александр Александрович.jpg
Тыуған көнө

16 (29) октябрь 1904

Вафат булған көнө

14 июнь 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (74 йәш)

Ил

Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Soviet Union.svg СССР

Эшмәкәрлеге

Ҡалып:Инженер-конструктор, танкостроитель

Наградалары һәм премиялары
Сайт

morozov-a-a.narod.ru

Commons-logo.svg Морозов Александр Александрович Викимилектә
Морозов А. А. портреты төшөрөлгән совет почта конверты
Памятник на могиле Морозова А.А..jpg

Морозов Александр Александрович (16 [29] октября 1904[1], Бежица, Орел губернаһы — 14 июнь, 1979, Харьков) — совет инженер-конструкторы, генерал-майор-инженер, Т-34 танкына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Ике Тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы. Ленин премияһы лауреаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Морозов Александр Александрович Бежицала (хәҙерге Брянскиҙең сиктәрендә) 1904 йылдың 3 (16) октябрендә тыуған.

1919 йылда, дөйөм белем биреү мәктәптәбенең алтынсы класынан һуң, Харьков паровоздар эшләү заводында сәркәтип-эш ҡағыҙҙары яҙыусы булып эшләй башлай. Һуңыраҡ копировщик(күсермәләр яһаусы), чертежсы һәм конструктор булып эшләй; тәүге Коммунар гусеницалы тракторҙарын эшләүҙә ҡатнаша.

1928 йылда РККА (ЭКҠА)-нан хеҙмәттән ҡайа, унда авиация авиабригадаһында техник-моторист булып хеҙмәт итә. 19291931 йылдарҙа М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү электр-техик институтында ситтән тороп уҡый, ҡалғандары ситтән тороп Мәскәү механика-м. в. ломоносов исемендәге электротехник институтын (1930 йылда был институт М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү автотрактор институты тип атала башлай, хәҙерге көндә Мәскәү дәүләт техник университетының «Мәскәү автомеханика институты»). 1930 йылдар аҙағында Морозов Александр Александрович Т-34 танкының прототиптары булған А-20 һәм А-32 танкыларын эшләүҙә`ҡатнаша.

Морозов Александр Александрович Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында — Коминтерн исемендәге № 183 Харьков заводында баш конструктор була, 1941 йылдың октябрендә был завод Түбәнге Тагил ҡалаһына эвакуациялана.

А. А. Морозов Харьков немец фашистарынан азат ителгәндән һуң Харьков ҡалаһына ҡайта.

1951 йылдың ноябенән алып — машиналар Харьков машиналар төҙөү заводының Конструкторҙар бюроһында баш конструктор булып эшләй, 1966-1976 йылдарҙа — ул КБ-ның начальнигы була. Уның етәкселеге аҫтында Т-64 (1963), Т-64А (1966) танкылары эшләнә.

1976 йылдың июненән алып — Харьков машиналар төҙөү заводының Конструкторҙар бюроһында консультант һәм СССР Машиналар эшләү министрлығы Фәнни-техник советы ағзаһы.

СССР Юғары Советының 5-се саҡырылыш (1958-1962) депутаты. 1943 йылдан алып ВКП(б) ағзаһы. Генерал-майор-инженер (1945). Техник фәндәр докторы (1972).

Александр Александрович Морозов Харьков (УССР) ҡалаһында йәшәй. 1979 йылдың 14 июнендә вафат була. Харьковтың № 2 зыяратында ерләнгән.

Награда һәм премиялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Александр Александрович Морозов хөрмәтенә аталғандар:

  • А. А. Морозов исемендәге Харьков механика техникумы
  • Машиналар төҙөүҙең махсус конструкторлыҡ бюроһы (танк)
  • Харьковта һәм Балашовкалағы урамдар

Брянскиҙа Брянск машиналар эшләү заводы эргәһендәге Брянск ҡала мәҙәниәт һарайы алдында Морозов Александрға бюст ҡуйылған (1982 йылдың 8 майында асылған).

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Кошкин, Михаил Ильич
  • Кучеренко, Николай Алексеевич
  • Инженер-конструктор

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Морозов А. А. Танки и люди. Дневник главного конструктора. — BTVT.narod.ru: Обработка записей, подготовка и оформление рукописи выполнена к.т. н. В. Л. Чернышевым, 2006.
  • Листровой В., Слободин К. Конструктор Морозов. — М.: Политиздат, 1983. — 80 с. — (Герои Советской Родины).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]