Морозов Александр Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Морозов Александр Иванович
Рәсем
Заты ир-ат[1]
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 17 (29) май 1835
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Санкт-Петербург[2]
Вафат булған көнө 28 ноябрь (11 декабрь) 1904 (69 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй империяһы, Санкт-Петербург[2]
Туған тел рус теле
Һөнәр төрө рәссам
Эшмәкәрлек төрө Живопись
Уҡыу йорто Император художество академияһы[d]
Эш урыны Санкт-Петербург[3]
Ҡатнашыусы Бунт четырнадцати[d]
Жанр портрет[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Alexander Ivanovich Morozov
Commons-logo.svg Морозов Александр Иванович Викимилектә
Морозов Александр Иванович
Morozov AI.jpeg
Тыуған:

17 (29) май 1835

Тыуған урыны:

Рәсәй империяһы, Санкт-Петербург[2]

Үлгән:

28 ноябрь (11 декабрь) 1904 (69 йәш)

Үлгән урыны:

Рәсәй империяһы, Санкт-Петербург[2]

Ил:

Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы

Жанр:

портрет, һынлы сәнғәт

Стиль:

реализм

Commons-logo.svg Викимилектә эштәре

Морозов Александр Иванович (1835-1904) — урыҫ жанрҙар төшөрөүсе рәссамы, Император сәнғәт академияһы академигы, «бунт четырнадцати» болаһында ҡатнашыусы, Санкт-Петербург рәссамдары артелен ойоштороусыларҙың береһе[4].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бушлай ауыл мәктәбе[5] (1865)
Был фотоһүрәттә Санкт-Петербург рәссамдары артеле (1863-1864). Морозов А. И. (һулдан өсөнсө) б

Морозов Александр Иванович — портреттар һәм халыҡ көнкүрешен төшөрөүсе рәссам. Ул Санкт-Петербургта 1835 йылда тыуған. Уҡыу Император сәнғәт академияһында уҡыған (1852-1863)[6]. Тарихи һынлы сәнғәткә Т. А. Марков класында белем алған. Сәнғәт академияһында уҡыу дауамында күп тапҡырҙар академияның наградаларына лайыҡ була: ике бәләкәй көмөш (1857) һәм ҙур көмөш миҙал (1858), бәләкәй алтын миҙал (1861) менән «Отдых на сенокосе» картинаһы өсөн бүләкләнгән. Академик курсты 1-се дәрәжә класлы рәссам исеме менән тамамлаған (1863), ҡатнашыусылар «Бунт четырнадцати» болаһында ҡатнашыусы.

Морозов Александр Иванович академик исемен 1864 йылда «Выход из церкви, в провинции» [5] [6] картинаһы өсөн ала.

Бынан һуңғы, иң уңышлы һәм танылған жанрлы әҫәрҙәре булып «Сельская бесплатная школа»[7] (1872) һәм «После пожара» (1888) картиналары һанала.

Санкт-Петербург ҡалаһының академик күргәҙмәләрендә рәссамдың майлы буяуҙар һәм акварель менән яҙылған ҡайһы бер портреттары күп һанлы тамашасыларҙың иғтибарын үҙҙәренә ныҡ йәлеп итеп тора (мәҫәлән, йәш граф Апраксиндың һәм Корнилович ханым портреттары). Шулай у3 А. А. Морозов бумалаһы аҫтынан бик күп сиркәү темаһына яҙылған картиналар ҙа сыға. Бер ваҡыт А. А. Морозов Сәнғәтте дәртләндереү йәмғиәтендә рәсем дәрестәре лә бирә[8].

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эштәре галереяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Музей[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шәхси йыйылмаларҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. RKDartists
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Морозов Александр Иванович // Большая советская энциклопедия: [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  3. шаблон автора на Викискладе
  4. Морозов Александр Иванович / Гл. ред. А.М. Прохоров — Большая советская энциклопедия (В 30 томах). Изд. 3-е. — М: «Советская Энциклопедия», 1974. — Т. 16: «Мёзия — Моршанск». — Б. 579. — 616 б. — 629000 экз.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Государственная Третьяковская галерея.
  6. 6,0 6,1 Список русских художников к юбилейному справочнику Императорской Академии художеств, 1915
  7. Государственная Третьяковская галерея
  8. Морозов, Александр Иванович // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)
  9. 9,0 9,1 Государственный Русский музей.
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 10,5 10,6 Частная коллекция.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]