Мортаза Йортомов

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мортаза Йортомов
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Тыуған урыны Иҫәт провинцияһы
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Хәрби звание полковник[d] һәм старшина[d]
Һуғыш/алыш 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы

Мортаза Йортомов — Емельян Пугачёв етәкселегендәге 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы. Иҫәт провинцияһы Әйле улусы старшинаһы. Е. И. Пугачёв полковнигы[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мортаза Йортомов Себер даруғаһы Иҫәт провинцияһы Әйле улусы (хәҙер Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы) башҡорттарынан. Иҫәт провинцияһы Әйле улусы старшинаһы булған. Уның ҡарамағына 226 йорт ингән, улар менән етәкселек иткән. Баш күтәреүселәр полковнигы. 1773 йыл аҙағында ихтилалға ҡушыла[2]. Фураж һәм аҙыҡ-түлек йыйыу, урындағы халыҡты мобилизациялау менән шөғөлләнә, юлдарҙы контролдә тота[3]. 1773—1774 йылдар ҡышында Ғайса Туҡтағолов, Һары Абдуллин һәм Урал аръяғының башҡа старшиналары менән бергә Силәбе янында, Кәҫле һәм Ҡыштым заводтары районында хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. 1774 йылдың февраль башында Силәбе ҡәлғәһе янында Мансур Таймасов менән берлектә генерал-поручик И. А. Деколонг, апрель башында секунд-майор Д. О. Гагрин етәкселеге аҫтындағы хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша[4]. Мортаза Йортомов ихтилалда бигерәк тә 1774 йылдың яҙында әүҙем ҡатнаша. Урал аръяғы башҡорттары Пугачевты үҙендә йәшергәндә, Мортаза Йортомов Төп ғәскәрҙе тергеҙеү буйынса отряд туплай. Пугачевтың башҡорт старшиналарына юғары хәрби «полковник» дәрәжәһен биреү тураһында июнь айындағы указында Мортаза Йортомовтың да исеме бар. Указ һаҡланып ҡалмаған. Әммә артабанғы документтарҙа ул полковник тип атала. Полковник Мортаза Йортомов баш күтәреүселәр армияһы фельдмаршалы Баҙарғол Юнаев, генерал Юламан Ҡушаев һәм полковник Һары Абдуллин менән бергә Пугачевтың Төп ғәскәренә ҡушыла һәм уның составында Ҡазанға поход менән бара. Уҫы биҫтәһен, Ижевск һәм Воткин заводтарын, Ҡазан ҡалаһын штурмлауҙа һәм баҫып алыуҙа, 12 һәм 15 июлдә Ҡазан янында Михельсон корпусына ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша[1]. Ҡазан янында Төп ғәскәр еңелгәндән һуң, Волгаға китерҙән алда, Пугачев баш күтәреүсе башҡорт отрядтарын өйҙәренә ҡайтара. Иҫәт провинцияһына ҡайтып, Мортаза Йортомов, ихтилалдан ситләшә. Иҫәт провинцияһы канцелярияһының 1774 йылдың 17 декабрендәге «Ведомости» яҙмаһында Мортаза Йортомовтың ғәйебен таныуы тураһында теркәлеү бар. Уның доносы буйынса Баҙарғол Юнаев ҡулға алына. Полковник Мортаза Йортомовтың артабанғы яҙмышы билдәһеҙ[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Таймасов С. У. Восстание 1773—1774 гг. в Башкортостане. — Уфа, 200.
  • Крестьянская война 1773—1775 гг. на территории Башкирии. — Уфа: Башкнигоиздат, 1975. — С. 138—139, 181 −182.