Эстәлеккә күсергә

Мосин Сергей Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мосин Сергей Иванович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Хеҙмәт итеүе Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 2 (14) апрель 1849
Тыуған урыны Рамонь[d], Воронеж өлкәһе[1]
Вафат булған көнө 26 ғинуар (8 февраль) 1902 (52 йәш)
Вафат булған урыны Сестрорецк[d], Санкт-Петербургский уезд[d], Петербург губернаһы[d], Рәсәй империяһы[1]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе пневмония
Ерләнгән урыны Сестрорецкое кладбище[d]
Ҡәбере һүрәте
Һөнәр төрө военный инженер, инженер-конструктор, инженер
Эшмәкәрлек төрө стрелковое оружие[d]
Эш урыны Тульский оружейный завод[d]
Сестрорецкий инструментальный завод[d]
Уҡыу йорто Михайловский Воронежский кадетский корпус[d]
Михайловское артиллерийское училище[d]
Хәрби звание генерал-майор[d]
Командалыҡ иткән Тульский оружейный завод[d] һәм Сестрорецкий инструментальный завод[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Святого Владимира 4-й степени орден Святого Владимира 3-й степени орден Святой Анны 3-й степени орден Святой Анны 2-й степени орден «Святой Александр» орден Благородной Бухары
 Мосин Сергей Иванович Викимилектә
Сергей Иванович Мосин
Сергей Иванович Мосин
 
Дине: Православие
Тыуған: 2 (14) апрель 1849({{padleft:1849|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Рамонь, Воронежский уезд, Воронежская губерния
Үлгән: 26 ғинуар (8 февраль) 1902({{padleft:1902|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (52 йәш)
Сестрорецк, Санкт-Петербургский уезд, Санкт-Петербургская губерния
Ерләнгән: Сестрорецкое кладбище
Атаһы: Иван Игнатьевич Мосин
Әсәһе: Феоктиста Васильевна
Ҡатыны: Варвара Николаевна (Арсеньева)
Белеме: Михайловское артиллерийское училище;
Михайловская артиллерийская академия
 
Хәрби хеҙмәт
Хеҙмәт иткән йылдары: 18611902
Принадлежность: Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Звание: Ҡалып:РИА, Генерал-майор
Командир булған: Инструментальная мастерская Тульского оружейного завода;
Сестрорецкий оружейный завод
 
Наградалары:
III дәрәжә Изге Владимир ордены
III дәрәжә Изге Владимир ордены
IV дәрәжә Изге Владимир ордены
IV дәрәжә Изге Владимир ордены
II дәрәжә Изге Анна ордены
II дәрәжә Изге Анна ордены
III дәрәжә Изге Анна ордены
III дәрәжә Изге Анна ордены
Ҡалып:Орден «Святой Александр» 4 степени

Сергей Иванович Мосин (2 [14] апреля 1849, Рамонь — 26 января [8 февраля1902, Сестрорецк) — рус конструкторы һәм атыу ҡоралы етештереүҙе ойоштороусы, рус армияһының генерал-майоры.

Сергей Иванович Мосин 1849 йылдың 2 (14) апрелендә Воронеж губернаһының Рамонь ауылында 2 (14) апрелендә иң төпкөл урыҫ крәҫтиәндәре араһынан сыҡҡан, бары тик кантонистар мәктәбендә генә уҡыған, оҙаҡ йылдар рус армияһында намыҫлы хеҙмәт иткән отставкалағы подпоручик Мосин Иван Игнатьевич (1810—1890) һәм 1853 йылда икенсе улы Митрофанды тыуҙырғанда вафат булған урындағы крәҫтиән ҡатын Феоктиста Васильевна ғаиләһендә тыуған.

С. И. Мосин Тамбовта уҡый (16 август 1861 й.), һуңынан (1862 йылдың 1 авгусынан алып[2]) Воронеж кадет корпусында (1865 йылда Михайловский Воронеж хәрби гимназияһы тип үҙгәртелгән); аҙаҡ 1867-1870 йылдарында Михайловский артиллерия училищеһында уҡый. 1870 йылдың 21 июлендә училищены уңышлы тамамлағандан һуң, подпоручик чинында Царское Селоға хеҙмәт урынына ебәрелә. 1872 йылда Михайловский артиллерия академияһына уҡырға алына, уҡыу ваҡытында 1872 йылда үткән уға поручик чины бирелә, һәм 1874 йылда ул ялан атлы кавалерияһының капитаны итеп дәрәжәһендә күтәртелә. 1875 йылда академияны алтын миҙал менән тамамлай һәм Тула ҡорал заводына ебәрелә.

Мөхәббәт тарихы:

Мосинды Тулаға барырға ғаиләләрендәге хәл мәжбүр итә: уның атаһы оҙаҡ ваҡыт алпауыт Арсеньевтарҙа хеҙмәттә тора. Һуңғы сәфәре ваҡытында Сергей Иванович атаһы Иван Игнатьевичтың бик ныҡ ҡартайғанын күрә. Уға ярҙам итеү өсөн, улы атаһы янында торорға була һәм шул уҡ ваҡытта поместье хужаһының улы алпауыт Николай Владимирович Арсеньевтың ҡатыны Варвара Николаевнаға ғашиҡ була Алпауыт, ике улы һәм ҡатыны барлығына ҡарамаҫтан, бар ваҡытын Мәскәүҙә һәм Петербургта үткәрә. 1879 йылдың йәйендә С. И. Мосин менән Варвара Николаевна араһындағы мөхәббәт асыҡлана, поместьеға ҡайтҡан ирҙе Мосин дуэлгә саҡыра. Алпауыт властарға ялыу яҙа, Мосинды өс тәүлек буйына өй тотҡонлоғонда тоталар. Бик күп шаһиттар алдында Мосин алпауытты Дворяндар йыйылышы бинаһында яңынан дуэлгә саҡыра, бынан һуң ул ике аҙнаға яңынан өйҙәге тотҡонлоҡта була. Дүрт йылдан һуң С. И. Мосин алпауытҡа никахын тарҡатыуҙы һорап үтенес яҙа. Айырылышҡан өсөн алпауыт Мосиндан 50 мең һум талап итә. Мосиндың аҡсаһы булмай. Һигеҙ йылдан һуң Мосин винтовка уйлап сығара һәм был уға Варвара Николаевна менән законлы никахлашыу өсөн кәрәкле аҡса бирә. 1891 йылда, беренсе осрашҡандарына 16 йылдан үткәндән һуң, улар яҙмышы тоташа. 1894 йылдың 21 апрелендә полковник С. И. Мосин Сестрорецк ҡорал заводының начальнигы итеп тәғәйенләнә.Өс үгәй улы һәм ҡатын менән бергә ул Сестрорецкиға килә, унда үҙенең иң яҡшы йылдарын үткәрә[3].

1875 йылда оҫтахана начальнигы ярҙамсыһы вазифаһына тәғәйенләнә, 1876 йылда — прибор ‑штык оҫтаханаһының начальнигы вазифана тәғәйенләнә, 1877 йылда — йоҙаҡ оҫтаханаһы начальнигы, ә 1880 йылдан — инструменталь оҫтахана начальнигы, 1889 йылда —Тула ҡорал заводының ҡабул итеү комиссияһы рәйесе вазифаһын башҡара. 1894 йылда Мосин ды Сестрорецк ҡорал заводының начальнигы итеп күсерәләр[4].

1883 йылда Мосин үҙенең тәүге магазинлы винтовкаларын эшләй. Бының өсөн ул Бердан винтовкаһын камиллаштыра, уның магазинына һигеҙ патрон өҫтәп ҡуя. 16 апрелендә 1891 йылдың 16 апрелендә ул «повторительный (ҡабатлай торған)» урталағы магазинлы 3 линиялы (7,62 мм) дүрт тактлы винтовканы магазинында 3 калибрлы винтовкаһын раҫлата. Мосин дың был винтовкаһы «1891 йыл өлгөлө Трехлинейный винтовка » тип атала. 1900 йылда Парижда бөтә донъя күргәҙмәһендә рәсәй «бәләкәй калибрлы» трехлинейный винтовкаһы Гран-При яулай. Мосин системаһындағы винтовка һәм карабиндарҙың бер нисә модификацияһы Рәсәйҙә һәм СССР-ҙа 1947 йылға тиклем етештерелә һәм 1970 йылдарҙың уртаһына тиклем ил ҡоралдарында тора. Икенсе донъя һуғышынан һуң был винтовка һәм карабиндар лицензия буйынса ПХР, ВХР, РНР-ларында ғына етештерелә.

С. И. Мосин 26 января (8 февраля1902 йылда үпкә шешеүенән вафат була, Сестрорецк ҡалаһы зыяратында ерләнгән.

Вафаты мәленә Мосин генерал-майорчинында тора .

Послужной исемлеге[5]

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. 1867 йылдың 12 июненән алып юнкер.
  2. 1870 йылдың 27 июненән портупей‑юнкер.
  3. 1870 йылдың 21 июленән подпоручик.
  4. 1872 йылдың 6 ноябренән поручик.
  5. 1874 йылдың 26 ноябренән штабс-капитан .
  6. 1876 йылдың 23 авгусынан гвардия атлы артиллерияның поручик.
  7. 1877 йылдың 27 мартынан алып гвардия атлы артиллерия капитаны
  8. 1880 йылдың 20 апреленән алып гвардия атлы артиллерия капитаны.
  9. 1883 йылдың 13 февраленән алып гвардия йәйәү артиллерия капитаны.
  10. 1890 йылдың 1 апреленән алып гвардия йәйәү артиллерия полковнигы.
  11. 1900 йылдың апреленән йәйәү артиллерияһы генерал-майоры.

Хәрби кампанияларҙа ҡатнашмаған.

  • 1894 йылдың 21 апреленән алып Сестрорецкий ҡорал заводы начальнигы.
  • 1894 йылдың 6 авгусында Сестрорецкий гарнизоны начальнигы.
  • 1894 йылдан алып Төп Гвардия Идаралығы Артиллерия комитетының кәңәшмә ағзаһы.
  • 1881 й. 3 дәрәжә изге Анна ордены.
  • 1886 й. 4-се дәрәжә изге Владимир ордены.
  • 1892 й. 2-се дәрәжә изге Анна ордены.
  • 1895 й. 3 дәрәжә изге Владимир ордены.
  • 1896 й. «император Александр III батшалыҡ итеү иҫтәлегенә» миҙалы
Сит ил
  • 1884 йылда болгар изге Александр орденының 4 дәрәжәһе.
  • 1898 й. бохара Алтын Йондоҙо ордены, 2-се дәрәжәһе
Конкурстарҙа
  • Михайлов артиллерия академияһының алтын миҙалы.

Мосин тураһында иҫтәлек

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1960 йылда С. И.. Мосин исемендәге премия булдырыла; 1999 йылдан алып, Мосин тыуыуҙың150 йыллығынан алып был премия йыл һайын тапшырыла[6].
  • С һәйкәл булған Илдең бер нисә тораҡ пункттарында С. И. Мосин:
    • Рамонь ҡасабаһында (скульпторҙар Л. И. һәм Э. П. Ефановтар).
    • Тула ҡалаһында (1958, скульптор В. И. Мухина).
    • Тула ҡалаһында (2012, Тула ҡалаһы дәүләт ҡорал етештереүсе заводтың 300-йыллығы уңайынан бюст).
    • Сестрорецк ҡалаһында И. С. Мосин һәйкәле, 2001 йыл, скульптор Б. А. Петров, архитектор А. Г. Бакусов[7].

Сестрорецкиҙа уның исеме менән урам һәм борондан ныҡ билдәле профессиональ училище № 120. С. П. Восков исемендәге завод бинаһында1950 йылда мемориаль таҡтаташ ҡуйыла. 1952 йылдың 5 мартында бөтөрөлгән зыяраттан хәрби хөрмәт менән Мосин мәйетенең ҡалдыҡтары яңы ҡала зыяратына күсерелә һәм унда 1958 йылда барельефы ҡуйылған һәйкәл (арх. Г Прибыловский Г. И.)[8] булдырыла. Тула ҡалаһында С. И. Мосиндың исемен йөрөткән урам булдырыла, ә артабан Тула технология техникумы ла Мосин исеме менән атала .Воронежда һәм Рамоньҡасабаһында ла Мосин исеме менән урамдар атала.

  1. 1,0 1,1 Мосин Сергей Иванович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. Российский государственный военно-исторический архив.Ф.310.Оп.1.Д.4460.Л.156.
  3. Газета В нашем городе № 2(9) 09 февраля 2011 года, с.3.
  4. Список генералитету по старшинству по 1-е мая 1901 г. Спб, 1901. С.996.
  5. Чуднов Г. М. Конструктор С. И. Мосин. — Тула: Приокское книжное издательство, 1990. — 171 с.
  6. 2007-05-11: Вручены премии им. С. И. Мосина 2006 года. // vTule.ru. Дата обращения: 11 декабрь 2009. Архивировано 18 ноябрь 2015 года. 2015 йыл 18 ноябрь архивланған.
  7. Мосину С. И., памятник 2015 йыл 18 ноябрь архивланған.
  8. В день рождения великого оружейника. В газете Сестрорецкие берега, № 8 (263) за апрель 2012 года, с. 2.