Москвин Кирилл Леонидович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Москвин Кирилл Леонидович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 4 ғинуар 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (52 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө спортсы

Москвин Кирилл Леонидович (4 ғинуар 1972 йыл) — спортсы. Кикбоксинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1998). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1997).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кирилл Леонидович Москвин 1972 йылдың 4 ғинуарында Өфөлә тыуған.

1994 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай.

Спорт менән Өфө дәүләт авиация университетының спорт клубында тренерҙар Э. Н. Нурмөхәмәтов, Р. С. Саяпов, В. Д. Чистоновтарҙа шөғөлләнә.

1994—2002 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командаһына инә.

Өфөлә кикбоксинг буйынса клуб ойоштора.

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Донъя чемпионы (1997, 2000);
  • БДБ универсиадаһы чемпионы (1994, 1996);
  • Рәсәй Кубоктары эйәһе (1995—1999);
  • Донъя чемпионатының бронза призеры (2002);
  • Профессионалдар араһында кикбоксинг буйынса донъя (2003), Европа һәм Рәсәй (икеһе лә — 2000 йылда) чемпионы.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]