Мостай Кәрим урамы (Өфө)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мостай Кәрим урамы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ленин районы
Оҙонлоҡ 1,23 km
Карта
 Мостай Кәрим урамы (Өфө) Викимилектә

Мостай Кәрим урамы — Өфө ҡалаһының урамы. Ҡаланың тарихи өлөшө булған Ленин районында урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Революцияға тиклем бай алпауыт һәм заводсы ҡатын Ирина Ивановна Бекетова хөрмәтенә Бекетов урамы тип аталған, ул 1821 йылда ҙур янғындан йорт-ере янған кешеләр өсөн үҙенең аҡсаһына тотош биҫтә төҙөткән.

Бекетов урамы Собор урамының дауамы булып тора (хәҙер Театр урамы), ул Каруанһарай яғынан килә, Иҫке Иванов зыяраты (хәҙер — Балалар ижады һарайы) һәм Халыҡ айныҡлығы Паркында өҙөлөп (хәҙер — Иван Якутов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы), Төньяҡ биҫтә аша Сафронов пристане яғына тиклем һуҙыла (был урам өлөшө Кесе Бекетов тип аталған).

Бекетов урамында төҙөлгән:

  • Хәкимиә мәсете (1908 йыл),
  • Балалар приюты тураһында Бағыусылыҡ йорто (1880 йылдар тирәһе)
  • Өфөнөң шәхси хеҙмәткә мадти ярҙам итеү йәмғиәте бинаһы (1902—1903 йылдар, 2003 йылда һүтелә), электән йәшәгән кешеләр мәғлүмәте буйынса 1916 йылдың ноябрь айында был йортта үҙенең шиғырҙары менән шағир-символсы Константин Бальмонт сығыш яһай.

Совет осоронда Социалистик урам тип үҙгәртелә.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостафа Сафа улы Кәримовтың иҫтәлегенә 2006 йылдың 24 майында Өфө ҡала советының сираттан тыш сессияһында ҡарар ҡабул ителә һәм Мостай Кәрим урамы тип үҙгәртелә.

Башта Мостай Кәрим исеме менән Өфөнөң урамдарын атау буйынса бер нисә тәҡдим була. Аҙаҡ тарихи фактҡа таянып, Социалистик урамды һайлайҙар, сөнки оҙаҡ ваҡыт Мостай Кәрим ошо урамда йәшәй, бынан ул Бөйөк Ватан һуғышының фронттарына китә.

Урамдың исемен үҙгәртеү тураһында документ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы советы ҡарары № баш 24.05.2006 г 11/7

«Социалистик урамы исемен Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим урамы тип үҙгәртеү тураһында»

2006 йылдың 17 ғинуарындағы Башҡортостан Республикаһы Президенты Указының № УП-9 үтәлешенә ярашлы «Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостафа Сафа улы Кәримовтың иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһында (Мостай Кәрим)», Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы советы ҡарар итә:

  1. Ленин һәм Совет райондарында урынлашҡан Социалистик урамдың исемен Мостай Кәрим урамы тип үҙгәртергә.
  2. Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенә урам исемен үҙгәртеү һәм биналарҙы яңыса адреслау менән бәйле эштәрҙе бюджетта финанслау сығанаҡтарын билдәләргә.
  3. Ленин һәм Совет районы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенә торлаҡ хужалығы идаралығы менән берлектә аншлагтар урынлаштырыу буйынса саралар күрергә.
  4. Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең архитектура һәм ҡала төҙөлөшөнөң баш идаралығына почта адресы биргәндә ошо ҡарарға таянып эш итергә.
  5. Әлеге ҡарарҙың үтәү контролен ҡала хужалығы комиссияһына, төҙөлөшкә, ер һәм мөлкәт эш ҡағыҙҙарына йөкмәтергә.

Өфө ҡалаһы ҡала округы советы рәйесе И. Ниғмәтуллин

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]