Мостафа Мирсәлим
| Мостафа Мирсәлим | |
| фарс. سید مصطفی میرسلیم | |
| Зат | ир-ат[1] |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 9 июнь 1947 (79 йәш) |
| Тыуған урыны | Тәһран, Иран |
| Һөнәр төрө | яҙыусы, сәйәсмән, университет уҡытыусыһы |
| Эш урыны | Технологический университет имени Амира Кабира[d] |
| Биләгән вазифаһы | депутат Исламского консультативного совета[d] |
| Уҡыу йорто |
Университет Пуатье[d] Национальная высшая школа механки и авиатехники[d] IFP[d] |
| Сәйәси фирҡә ағзаһы | Исламская коалиционная партия[d] |
| Рәсми сайт | mirsalim.com |
Сәйет Мостафа Аға Мирсәлим (9 июнь 1947 йыл, Тәһран) — Иран инженеры һәм консерватив сәйәсмән, элекке мәҙәниәт һәм ислам йүнәлеше министры. 2017 йылғы һайлауҙарҙа президентлыҡҡа кандидат була[2], унда өсөнсө урынды яулай, 1,17 % тауыш ала[3]
Иртә тормошо һәм белеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1969 йылда Пуатье университетында механика буйынса бакалавр, 1971 йылда Милли механика һәм авиация техникаһы мәктәбендә механика буйынса магистр дәрәжәһен ала, шул уҡ йылда университеттың аспирантураһында шыйыҡсалар механикаһы һәм термодинамика фәндәре буйынса магистр дәрәжәһен ала. 1972 йылда Мостафа Милли нефть һәм двигателдәр мәктәбендә эске яныу двигателдәре буйынса магистр дәрәжәһен ала[4]. 1976 йылда Эльзас механик сәнәғәтендә стажер булып эшләй, шунан һуң Иранға ҡайта[5]. 1976—1979 йылдарҙа Мостафа Тәһран метроһында операциялар буйынса директор булып эшләй[5].
Карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иран революцияһынан һуң Мирсәлим Милли полиция начальнигы булып эшләй[6]. 1980 йылдың июлендә ул саҡтағы президент Аболхәсан Банисадр премьер-министрлыҡ вазифаһына Мостафаның кандидатураһын үҙе өсөн дә, Ислам Республикаһы партияһы вәкилдәре өҫтөнлөк иткән парламент өсөн дә ҡулайлы компромисс кандидат кеүек тәҡдим итә[6][7]. Банисадр баҫым аҫтында Мөхәммәт Әли Раджаи кандидатураһын ҡабул итергә мәжбүр була[7]. 1981—1989 йылдарҙа Мостафа ул саҡтағы президент Али Хаменеи кәңәшсеһе була[8].
1989 йылдың башында, ил менән вафатына тиклем 60 йылдан ашыу идара иткән Японияның 124-се императоры Хирохитоның үлеме һәм ерләүҙәре уңайынан, парламент ағзаһы Мирсалим һәм ауыл хужалығы мәсьәләләре буйынса парламент комитеты рәйесе Хөсәйен Саффар Харанди, Токиолағы Император һарайына килеп етә. 24 февралдә улар Ирандың Япониялағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Мөхәммәт Хөсәйен Әҙел һәм уның ҡатыны менән император ерләү йолаларында ҡатнаша
1994 йылда сәйәсмән мәҙәниәт һәм ислам йүнәлеше министры итеп тәғәйенләнә[8] . Уның был вазифала булыу осоро, көслө консерватив ислам мәҙәниәте йүнәлеше менән айырылып тора, шул иҫәптән репрессия сараларын ҡулланыу аша ул көнбайыштың «мәҙәни баҫымын» булдырмауҙы һәм ислам мәҙәниәтенең тәҡүәлеген маҡсат итеп ҡуя. Уның етәкселегендәге министрлыҡ бер нисә реформистик гәзитте ябыу менән айырыуса таныла[9] .
Һуңыраҡ Ирандың маҡсатҡа ярашлы советына тәғәйенләнә[10].
Ул Әмир Кәбир исемендәге технология университетының машиналар төҙөү доценты[4].
Һайлауҙар тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]| Йыл | Һайлауҙар | Тауыштар һаны | % | Тәртип | Иҫкәрмәләр |
|---|---|---|---|---|---|
| 2017 йыл | Президент | 478 215 | 1,16 % | 3-сө | Еңелә |
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иран дипломатияһы мәғлүмәттәре буйынса, Мирсәлим француз ҡатынына өйләнгән[5]. Ул йөҙөргә ярата, ғәҙәттә һаҡал йөрөтә, яғаһыҙ смокинг һәм ҡара баш кейеме кейә[5].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ В Иране начались президентские выборы. «Зеркало недели» (19 мая 2017). Дата обращения: 8 октября 2017. Архивировано 24 февраля 2022 года.
- ↑ Рухани стал победителем президентских выборов в Иране. «Укринформ» (20 мая 2017). Дата обращения: 8 октября 2017. Архивировано 8 октября 2017 года.
- 1 2 Mirsalim.htm Домашняя страница Сеида Мустафы Аги Мирсалима (ингл.) (недоступная ссылка — Mirsalim.htm история). Технологический университет имени Амир-Кабира.
- 1 2 3 4 «Mostafa Mirsalim: Back after Two Decades», 2016-12-18, <http://www.irdiplomacy.ir/en/page/1965559/Mostafa+Mirsalim+Back+after+Two+Decades.html>. Проверено 1 май 2017.Mostafa Mirsalim: Back after Two Decades, Iranian Diplomacy, 18 декабря 2016, Архивировано из оригинала 13 мая 2017, Дата обращения: 1 мая 2017
- 1 2 Iran's Police Chief Chosen as Premier in Compromise Move (инг.), The New York Times (27 July 1980), стр. 1.
- 1 2 Mohsen M. Milani. The Making of Iran's Islamic Revolution: From Monarchy to Islamic Republic (инг.). — Westview Press, 1994. — P. 176. — ISBN 0-8133-8476-1.
- 1 2 Feuilherade, Peter. Iran: media and the message (инг.), The Middle East (1 April 1994). 19 июнь 2013 тикшерелгән.Feuilherade, Peter (1 апреля 1994). Iran: media and the message (англ.). The Middle East. Архивировано 1 февраля 2014. Дата обращения: 19 июня 2013.
- ↑ Mehdi Moslem. Factional Politics in Post-Khomeini Iran. — Syracuse University Press, 2002. — С. 221—223. — ISBN 0-8156-2978-8.
- ↑ Appointment of New members of Expediency Discernment Council (англ.) (17 марта 1997). Дата обращения: 7 октября 2017. Архивировано 31 марта 2017 года