Мостафина Светлана Анатольевна
Мостафина Светлана Анатольевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 8 апрель 1962 (62 йәш) |
Тыуған урыны | Татищево[d], Һарытау өлкәһе, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | юғары мәктәп уҡытыусыһы, ғалим |
Эшмәкәрлек төрө | математика |
Эш урыны |
Башҡорт дәүләт университеты Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы |
Биләгән вазифаһы | декан[d] |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Мостафина Светлана Анатольевна (8 апрель 1967 йыл) — ғалим-математик. 1993 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты һәм хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2008 йылдан математика һәм информатика, 2009 йылдан — математик моделдәр әҙерләү кафедраһы мөдире, 2011 йылдан — физика-математика факультеты деканы. Физика-математика фәндәре докторы (2007), профессор. (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2015), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2011).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Светлана Анатольевна Мостафина 1967 йылдың 8 апрелендә Һарытау өлкәһе ҡала тибындағы Татищево ҡасабаһында тыуған[1].
1989 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай, шунда уҡ 1990 йылға тиклем эшләй.
1993 йылдан — Стәрлетамаҡ педагогия институты]], 2004—2012 йылдарҙа — З.Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы, 2012 йылдан — Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы[1]
2008 йыл — Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы математика һәм информатика кафедраһы мөдире, 2009 йылдан — математик моделләштереү, 2011 йылдан — физика-математика факультеты деканы.
2007 йыл — физика-математика фәндәре докторы, 2008 йылдан— профессор[1].
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғилми тикшеренеүҙәре химик процестарҙың һәм реакторҙарҙың математик моделдәрен әҙерләүгә, программалаштырыуға арналған. Уның тарафынан реакция ваҡытында мөхиттең үҙенсәлектәре үҙгәреүен иҫәпкә алған ҡатмарлы каталитик реакцияларҙың матем. моделдәре, каталитик процестарҙы проектлау мәсьәләләрен сисеү өсөн оптималләштереүҙең ҡатнаш алымдары, һанса алгоритмдары һәм программа саралары уйлап табылған; химик процестарҙы сәнәғәт шарттарында үткәреүҙең оптималь режим һәм технологик параметрҙары билдәләнгән. Асыштары «Каучук» ЯАЙ‑нда, Нефтехимия һәм катализ институтында һ.б. индерелгән. 320‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 27 уйлап табыу авторы[1]. Хеҙмәттәре.:
- Сәнәғәт катализының реакцияһын моделләштереү һәм уларҙы үткәреүҙең оптималь шарттарын асыҡлай. — Өфө, 2006;
- Ҡатмарлы кинетик схемаларҙың теоретик- графовый ысулы редукцияһы . — Өфө, 2013 (авторҙаш).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2015).
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2011).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мостафина Светлана Анатольевна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 15 апрель 2022)