Мостафина Фатима Хәмит ҡыҙы исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы
Уҡыу көйләүҙәре
Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы "Мостафина Фатима Хәмит ҡыҙы исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы" дөйөм белем биреү муниципаль бюджет учреждениеһы | |
Нигеҙләнгән |
1970 |
---|---|
Директор |
Моталов Илдар Азат улы |
Тип |
дөйөм белем биреү учреждениеһы |
Адресы |
Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан, Өфө, Достоевский ур., 99А |
Сайт | |
Мостафина Фатима Хәмит ҡыҙы исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы — Өфө ҡалаһында урынлашҡан дөйөм белем биреү мәктәбе.
Мәктәп 1970 йылда Өфө ҡалаһында беренсе башҡорт мәктәбе булараҡ асыла. 1992 йылдың 1 июленән алып гимназия статусын ала. Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының 1999 йылдың 31 декабрендә ҡабул ителгән 404-се ҡарары буйынса гимназия күренекле педагог һәм дәүләт эшмәкәре Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафина исемен йөрөтә.
Гимназияла уҡыған билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бураҡаев Илгизәр Диҡҡәт улы (12 июль 1957) — прозаик, тәржемәсе, дәреслектәр авторы.
- Псәнчин Айбулат Вәли улы (12 февраль 1967) — география фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының директор вазифаһын башҡарыусы.
- Юлдашев Роберт Нәжип улы (9 июль 1971) — музыкант, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (2003), Башҡортостандың халыҡ артисы (2012), «Ҡурайсы» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы һәм «Ҡурайсы» этно-төркөмө етәксеһе.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының рәсми сайты (рус.)
- Моталов И. А. Өфө гимназияһы № 20 // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Моталов И. Туған мөхиттә шәхестәр тәрбиәләнә//«Киске Өфө» гәзите, 2016 (Тикшерелеү көнө: 13 декабрь 2017)