Мотта Джузеппе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Джузеппе Мотта
итал. Giuseppe Motta
Джузеппе Мотта
Флаг
Флаг
Член Федерального совета Швейцарии
14 декабря 1911 года — 23 января 1940 года
Алдан килеүсе: Йозеф Антон Шобингер
Дауамсы: Энрико Челио
 
Тыуған: 29 декабрь 1871({{padleft:1871|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
кантоне Тичино, Швейцария
Үлгән: 23 ғинуар 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (68 йәш)
Берн, Швейцария
Ҡатыны: Агостина Андреацци
Партия: Консервативная народная партия

Джузеппе Мотта (итал. Giuseppe Motta; 29 декабрь 1871 йыл — 23 ғинуар 1940 йыл) — Швейцария сәйәсмәне, президент, дипломат.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Джузеппе Мотта Изге Мишель колледжында уҡып белем ала, университеты хоҡуҡ өйрәнеү Фрибур, Мюнхен һәм Гейдельберг университеттарында хоҡуҡ өйрәнә. 1893 йылда Джузеппе Мотта юридик фәндәр докторы дипломын ала менән һәм 1895 йылда Федераль советҡа һайланғанға тиклем адвокат һәм нотариус булып эшләй. 1895 йылда Джузеппе Мотта Тичино кантон советына һайлана һәм Консерваторҙар партияһының төп вәкилдәренең береһе була. Дүрт йылдан һуң Мотта Швейцарияның Милли советына һайлана.

1908 йылдың ноябрендә Федераль советҡа кандидат була, шунан һуң 1911 йылда, Йозеф Антон Шобингер үлгәндән һуң, Мотта тағы ла үҙенең кандидатураһын Федераль советҡа тәҡдим итә һәм 184 206 тауыш йыйып һайлана. Ул Робер Контесты һалым һәм таможня ведомствоһы башлығы сифатында алмаштыра.

1920 йылда, президент булғас һәм сит ил эштәре департаментын етәкләп, Феликс Калондер башлаған Швейцарияның Милләттәр лигаһына халыҡ илдең нейтралитетын һаҡлау ысулы менән инергә ярҙам итә. 1924 йылда Мотта Милләттәр Лигаһының Генераль ассамблеяһы рәйесе итеп һайлана. Үҙенең консерватив ҡарашлы булыуына ҡарамаҫтан, СССР-ҙы дипломатик таныуға булышлыҡ итә.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лугано, Кьяссо, Массаньо һәм Минусио ҡалаларының урамдары, Асконалағы майҙан һәм Женевалағы авеню уның исемен йөрөтә.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]