Мотузова Галина Васильевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мотузова Галина Васильевна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 15 март 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (80 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Курск
Һөнәр төрө почвовед, университет уҡытыусыһы
Эш биреүсе М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Уҡыу йорто биологический факультет МГУ[d]
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d] (1992)
Ғилми етәксе Зырин Николай Георгиевич

Мотузова Галина Васильевна (15 март 1940 йыл) — тупраҡты өйрәнеүсе совет һәм Рәсәй ғалимы, экология мониторингыһы һәм химияһы буйынса белгес, биология фәндәр докторы (1992), Мәскәү дәүләт университеты профессоры

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мотузова Галина Васильевна 1940 йылдың 15 мартында Курск ҡалаһында тыуған. 1962 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлай. 1973 йылда Зырин Николай Георгиевич[1] етәкселегендә биология фәндәре кандидаты дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Формы соединений микроэлементов (B, Mn, Cu, Zn) в почвах Западной Грузии» темаһына диссертация яҡлай. 1992 йылда биология фәндәре докторы дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Системно-экологический анализ соединений микроэлементов в почвах» темаһы буйынса диссертация яҡлай һәм шул уҡ йылда уға өлкән ғилми хеҙмәткәр исеме бирелә[2]. 2002 йылда профессор дәрәжәһен ала[3].

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төрлө тәбиғәт зоналары тупрағында төрлө химик берләшмәләр таралыу законлылыҡтарын асыҡлай. Тупраҡтың химик составын системалы ойоштороу концепцияһын тәҡдим итә. Тупраҡта буфер системаһы эшмәкәрлеген аңлауҙа үҙ өлөшөн индерә. Химик мониторингты ойоштороу өсөн теоретик нигеҙҙәр һәм практик тәҡдимдәр эшләй. Тупраҡтың биосфера мониторингыһы программаһын тәҡдим итә. Дәүләт-ара стандарттарҙы төҙөүҙә ҡатнаша. 1986 йылдан Мәскәү дәүләт университетында тупраҡ фәне буйынса диссертация советы секретары була, "Вестник Московского университета. Серия «Почвоведение» журналының мәхәрририәт составына инә[2]. Уның етәкселеге аҫтында 10 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана[4]. .

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1990 йылда ««Хеҙмәт ветераны» миҙалы», ә 1997 йылда «Мәскәүҙең 850-йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы менән бүләкләнә[4]..

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

250-нән ашыу ғилми хеҙмәт баҫтырып сығара, шул иҫәптән.

  • Мотузова Г.В., Карпова Е.А., Малинина М.С., Чичева Т.Б. Почвенно-химический мониторинг фоновых территорий. Учебное пособие — М.: Издательство Московского Университета, 1989. — 90 б.
  • Мотузова Г. В. Загрязнение почв и сопредельных сред — М.: Издательство Московского Университета, 2000. — 71 б. — ISBN 5-211-03944-0.
  • Мотузова Г. В., Карпова Е. А. Химическое загрязнение биосферы и его экологические последствия. Учебник — М.: Издательство Московского Университета, 2013. — 303 б. — ISBN 978-5-211-05565-0.
  • Мотузова Г. В., Безуглова О. С. Экологический мониторинг почв — М.: Академический Проект; Гаудеамус, 2007. — 237 б. — ISBN 978-5-8291-0913-4.
  • Barsova N., Yakimenko O., Tolpeshta I., Motuzova G. Current state and dynamics of heavy metal soil pollution in Russian Federation—A review (инг.) // Environmental Pollution. — 2019. — Т. 249. — С. 200—207. — ISSN 0269-7491. — DOI:10.1016/j.envpol.2019.03.020
  • Motuzova G.V., Minkina T.M., Karpova E.A., Barsova N.U., Mandzhieva S.S. Soil contamination with heavy metals as a potential and real risk to the environment (инг.) // Journal of Geochemical Exploration. — 2014. — Т. 144. — С. 241—246. — ISSN 0375-6742. — DOI:10.1016/j.gexplo.2014.01.026

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]