Музыкантов Анатолий Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Музыкантов Анатолий Николаевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 26 ғинуар 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (71 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], Дрожжановский район[d], Село-Убейское сельское поселение[d], Малый Убей[d]
Һөнәр төрө балетмейстер, балетный педагог, Балет
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Музыкантов Аанатолий Николаевич (26 ғинуар 1950) — СССР һәм Рәсәй мәҙәниәт эшмәкәре, бейеүсе, педагог һәм балетмейстер.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Анатолий Николаевич Музыкантов 1950 йылдың 26 ғинуарында Татар АССР-ының Сүпрәле районы Кесе Убей ауылында тыуған. Сыуаш шағирәһе Н. Игнатьеваның ағаһы[1] һәм В. И. Музыкантованың ире[2].

1978 йылда Ҡазан дәүләт мәҙәниәт институтын тамамлай, һуңынан 1978—1980 йылдарҙа Сыуаш дәүләт йыр һәм бейеү ансамблендә балет артисы булып эшләй [3].

1980 йылда Анатолий Музыкантов Чебоксар сәнәғәт тракторҙары заводының Мәҙәниәт йорто базаһында «Сувар» халыҡ бейеү ансамблен ойоштора, уның етәксеһе була. 1983 йылда ансамблгә «халыҡ» исеме бирелә. Бер аҙ ваҡыттан һуң А.Н. Музыкантов Сыуаш дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт институтында уҡыта[3].

2020 йылдың 30 ғинуарында халыҡ ижадының Республика үҙәге «Трактор төҙөүселәр Мәҙәниәт йортоноң» ҙур залында Сыуашстан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Анатолий Николаевич Музыкантовтың 70 йәшенә арналған «Музыкантов саҡыра…» юбилей кисәһе үтә[4].

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Сыуаш АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994).
2002 йылда иң яҡшы балетмейстер булараҡ «Алтын лира» премияһына лайыҡ була
«Халыҡ бейеүе» номинацияһында Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының «Рәсәй рухы» премияһы лауреаты, Сыуашстан һәм Волга буйы үҙешмәкәр ансамблдәре өсөн ысын мәғәнәһендәге оҫтаханаға әүерелгән коллективты булдырғаны өсөн (2003).
«Сыуаш Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы менән бүләкләнә (2010).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Долгова А. П. Музыкантов Анатолий Николаевич // Чувашская энциклопедия. — Чебоксары, 2009. — Т. 3.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]