Эстәлеккә күсергә

Муллайәнов Кәбир Ҡадир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Муллайәнов Кәбир Ҡадир улы
Тыуған көнө

28 март 1939(19390328)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы, Илеш районы, Баҙытамаҡ ауылы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

агроном, селекционер

Муллайәнов Кәбир Ҡадир улы (28 март 1939(19390328)) — агроном-селекционер. Төшлө емеш культуралары (слива һәм өрөк) буйынса белгес.

Муллайәнов Кәбир Ҡадир улы 1939 йылдың 28 мартында Башҡорт АССР-ы Илеш районы Баҙытамаҡ ауылында тыуған.

1954—1965 йылдарҙа токарь булып эшләй.

1966 йылда баҡсасылар мәктәбен, 1969 йылда Тамбов өлкәһендәге Мичуринск йәшелсә-емеш институтын тамамлаған.

Силәбе өлкәһе Сыбаркүл районы Сарафаново ауылында «Сарафановский» махсуслаштырылған емеш совхозында баҡсасы булып эшләгән.

1968 йылдан Силәбе йәшелсә-емеш тәжрибә станцияһында (хәҙерге Көньяҡ Урал йәшелсәселек һәм картуфсылыҡ ғилми-тикшеренеү институты) техник, 1970—2000 йылдарҙа кесе ғилми хеҙмәткәре була.

15 фәнни хеҙмәт авторы, «Көньяҡ Уралда һәүәҫкәр баҡсасылыҡ» йыйынтығы һәм «Урал өсөн емеш-еләк культураларының 100 сорты» авторҙарының береһе. Уралда сливаның сорт составын һәм уны үҫтереү агротехникаһын өйрәнә. 1960—1970 йылдарҙа 12-15 гектар майҙанда слива буйынса тәжрибә-производство питомнигын ойоштора. Башҡа белгестәр менән берлектә абрикос, сейә һәм слива сорттарының перспективалы төркөмөн сығара. Сливаның — 11, абрикостың — 7, сейәнең 4 сорты авторы.

  • Слива и вишня // Садоводство в Челябинской области. Ч., 1977.
  • Селекция косточковых культур // Проблемы садоводства на Южном Урале: Сб. науч. трудов. Новосибирск, 1982.
  • Абрикос на Урале // Садовник. 1989. № 1.
  • Методические рекомендации садоводам-любителям по выращиванию сортов абрикоса. Ч., 1989.
  • Сорта сливы и их размножение. Ч., 1990.