Мурахтина Нина Петровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мурахтина Нина Петровна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 11 октябрь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Стәрлетамаҡ кантоны,Скворчиха
Вафат булған көнө 14 июль 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (65 йәш)
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Силәбе өлкәһе, Силәбе ҡалаһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Мурахтина Нина Петровна (11 октябрь 1923, Скворчиха ауылы, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы — 14 июль 1989, Силәбе) — совет икмәк бешереүсеһе, рационализатор, Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Уның рационализаторлыҡ тәҡдимдәре арҡаһында ҙур сығымдар һалмайынса продукция етештереү күләме 60 тоннанан 110 тоннаға тиклем арттырыла, шул уҡ ваҡытта хеҙмәт етештереүсәнлеге 9,7%-ҡа арта. Уның рационализаторлыҡ тәҡдиме буйынса X-12 ҡамыр баҫыу машинаһы реконструкциялана, һөҙөмтәлә хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм эш сифаты күтәрелә»[1].

1971 йылдың 26 апрелендәге СССР Юғары Советы Президиумы указы менән, аҙыҡ-түлек сәнәғәтен үҫтереү буйынса биш йыллыҡ план заданиеларын үтәгәндә өлгәшкән ҙур уңыштары өсөн, Мурахтина Нина Петровнаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.


Белеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

- Ете йыллыҡ мәктәп,

- ҡыҫҡа ваҡытлы механизаторҙар курсы (1941).

- 1978 йылдың майында Социалистик Хеҙмәт Геройҙары И. Н. Панфиловскийҙың һәм С. И. Гончаруктың инициативаларын хуплай һәм 3-сө ГПТУ-ға производствоға өйрәтеү мастеры булып эшкә күсә.

Уҡытыусы эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1946-1948 йылдарҙа йәштәрҙе тракторҙа эшләргә өйрәтә.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

- 15 йәшенән Ворошилов исемендәге колхозда эшләй башлай.

- 1941 йылдан — тракторсы.

- 1949 йылда Мәскәү эргәһендәге торф предприятиеһына эшкә китә.

- 1950 йылдың ғинуарында Силәбелә килә, унда Металлургия районындағытөҙөлөүсе 5-се икмәк заводына эшкә инә: - сүпрәсе,

- икмәк бешереүсеон иләүсе,

- газсы,

- он иләүсе,

- ҡамыр баҫыусы.

1980 йылдан хаҡлы ялға китә.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

- Ленин ордены (1971 йыл)

- «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы (1971 йыл)

- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971 йыл)

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Сергей Каргапольцев Мурахтина Нина Петровна. «Герои страны» сайты. 11 июль 2016 тикшерелгән.