Мурзин Даян Баян улы
Даян Баян улы Мурзин Даян Фәтҡелбаян улы Мурзин | ||||||||||||||||||||||||||||||||
Файл:Dayan Murzin.jpg | ||||||||||||||||||||||||||||||||
Ҡушаматы |
«Ҡара генерал» | |||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған ваҡыты | ||||||||||||||||||||||||||||||||
Тыуған урыны |
Иҫке Балыҡлы ауылы, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы | |||||||||||||||||||||||||||||||
Үлгән ваҡыты | ||||||||||||||||||||||||||||||||
Вафат урыны | ||||||||||||||||||||||||||||||||
Хеҙмәт иткән урыны | ||||||||||||||||||||||||||||||||
Хәрби звание | ||||||||||||||||||||||||||||||||
Часть |
1-се Украина партизандар дивизияһы | |||||||||||||||||||||||||||||||
Командалыҡ итеү |
В. М. Молотов исемендәге "Ватан өсөн" партизандар отряды, | |||||||||||||||||||||||||||||||
Хәрби алыш/һуғыш | ||||||||||||||||||||||||||||||||
Наградалар һәм премиялар |
| |||||||||||||||||||||||||||||||
Отставкала |
БАССР прокуратураһы |
Мурзин Даян Баян улы (20 ғинуар 1921 йыл, Иҫке Балыҡлы, Баҡалы районы, Өфө губернаһы — 9 февраль 2012 йыл, Өфө) — Икенсе донъя һуғышында һәм Ҡаршылыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыусы.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һуғышҡа тиклемге йылдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1921 йылдың 20 ғинуарында Иҫке Балыҡлы ауылында тыуа. Мәктәпте отличие менән тамамлай[1]. Милләте буйынса татар[2][3]. Һуғышҡа тиклем Кушнаренко педагогия училищеһын тамамлай. Иҫке Балыҡлы ауылында уҡытыусы булып эшләй. Туҡтағол тулы булмаған урта мәктәбе директоры була.
Хәрби әҙерлек. Һуғыш башланыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1941 йылдың майында Рига хәрби училищеһын тамамлай, Балтика буйы хәрби округының 10-сы уҡсылар дивизияһының взыод командиры ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. 1941 йылдың 22 июненән фронтта. 10-сы уҡсылар дивизияһы составында взвод командиры; С. А. Ковпак партизандар берләшмәһенә ингән «Тыуған ил өсөн» Ямполь партизандар отрядының разведка взводы командиры һәм разведка ротаһы командиры була.
СС берләшмәһендә агентура эше һ.б.[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1942 йылдың авгусынан 1943 йылдың авгусына тиклем Төркөстан легионының 1-се штаб ротаһында агент булып йөрөй. 1943 йылда Донбасстың Сталино ҡалаһында подполье эшендә. Уның эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә Төркөстан легионы һәм «Иҙел-Урал» легионының бер нисә подразделениеһы Ҡыҙыл Армия яғына сыға.
1943 йылдың декабрендә разведчиктар төркөмө менән Молдавияла В. М. Молотов исемендәге партизандар отряды төҙөй; 1944 йылдың апреленә тиклем Украинаның Винница һәм Одесса өлкәләре территорияһында, Молдавияла һуғыша. 1944 йылда Украина партизан хәрәкәтенең Махсус разведка мәктәбендә уҡый. 1944 йылдың авгусында бер төркөм словак-чех разведчиктары составында Словакияға, партизан хәрәкәтен ойоштороу өсөн ташлана. Бында партизан отряды штабы начальнигы, һуңынан Ян Жижка исемендәге интернациональ партизан бригадаһы командиры (ҡушаматы — «Ҡара генерал») була. Моравия һәм Чехия территорияһында 1945 йылдың 9 майына тиклем һуғыша.
Һуғыштан һуңғы йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тормош иптәше менән партизандар отрядына таныша. Ул радистка була, ғүмер ахырынаса бергә йәшәйҙәр. Һуғыштан һуң БАССР-ҙың Баҡалы районы халыҡ мәғарифы бүлегендә эшләй. Ҡаҙан юридик мәктәбен һәм Бөтә Союз юридик ситтән тороп уҡыу институтын тамамлағандан һуң, Әбйәлил районы прокуроры ярҙамсыһы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы прокуроры ярҙамсыһы була. 1955—1960 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ы прокуратураһының өлкән тәфтишсеһе, иректән мәхрүм итеү урындарында законлылыҡты күҙәтеү буйынса бүлек начальнигы. 1961—1962 йылдарҙа — эске эштәр министрының кадрҙар буйынса урынбаҫары. Был 1962—1969 йылдарҙа — ҡабат БАССР прокуратураһының иректән мәхрүм итеү урындарында законлылыҡты күҙәтеү буйынса бүлек начальнигы. 1969—1986 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының адвокаттар коллегияһы рәйесе, 1987-1990 йылдарҙа — Интернациональ дуҫлыҡ музейы директоры. 1989 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Һуғыш, хеҙмәт ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы президиумы ағзаһы.
Үлеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2012 йылдың 10 февралендә Өфөлә вафат була.
Ерләү һәм хушлашыу 2012 йылдың 13 февралендә ойошторола.
Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Дөйөм алғанда 86 орден һәм миҙалға лайыҡ
- 2 Ҡыҙыл Байраҡ (1942, 1969)
- 2 Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943, 1954)
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1955)
- 1-се дәрәжә «Бөйөк Ватан һуғышы партизанына» миҙалы (1945)
- 1-се дәрәжә «Хәрби тәре» ордены (Чехословакия) (1945)
- ЧССР азатлығы өсөн Алтын йондоҙ (1968)
- 1-се һәм 2-се дәрәжә Партизан һуғышы ордены һәм миҙалы (Чехословакия) (1944)
- СССР-ҙың 12 миҙалы, башҡа илдәрҙең 13 миҙалы
- Злин ҡалаһы муниципалитетынан көмөш ҡылыс һәм исемле ҡорал (Чехословакия) (1945)
- 90-сы йылдарға тиклем Злин ҡалаһында майор Мурзин урамы[4].
- Готвальдов ҡалаһында Д. Б. Мурзинға (үҙе тере саҡта) бронза һәйкәл ҡуйыла
- Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы
- Чехословакияның милли геройы
СССР Геройының һәм Рәсәй Геройының Алтын Йондоҙо ғына юҡ фронтовиктың. Уның парад кителе 6 килограмм тирәһе тарта[5]. Ул Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры, СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең миҙалдарының иҫәбенә сығырлыҡ түгел. Әммә шулай ҙа Даян Баян улының ил наградаларына ҡарағанда, сит ил наградалары күберәк.
Чехословакия геройы, ошо илдең барлыҡ юғары ордендары кавалеры, Чехия, Словакия һәм Моравияның 16 ҡалаһының почетлы гражданы Даян Мурзиндың ҡаһарманлыҡтары тураһында уның тыуған иленә ҡарағанда, ситтә күберәк беләләр. Элек Злин ҡалаһында бер урам уның исемен йөрөтһә[6], хәҙер был урамда «Dlouhá ulice» тип атала. Бөйөк Британияла Джон Хауландтың, король армияһы капитанының улының, совет офицерының яуҙашының Мурзин тураһында китабы сыға. Ул чех һәм словак телдәренә тәржемә ителгән, рус телендәге баҫма юҡ әле. Инглиз Даян Баян улын Джеймс Бонд менән сағыштыра. Авторҙың фекеренсә, «Ҡара генералдың» фронттағы аныҡ батырлығы күп осраҡта Ян Флемингтың хыялында тыуған әҙәби геройҙың мажарадарынан өҫтөнөрәк тора. Совет офицерын тота ла, юҡ итә лә алмайҙар. Уның ҡарауы, Мурзиндың бригадаһы арҡаһында лккупацияланған Чехословакияла ғына дошмандың тере көсөн 4000 кешегә кәмей, немец техникаһы һәм боеприпастары тейәлгән 60 эшелон шартлатыла. Әммә иң тәүәккәл аҙым — Мурзин һәм уның иптәштәре Гитлерҙың эргәһенән тиерлек Германияның танк ғәскәрҙәре генералы Мюллерҙы урлау була[7].
«Рәсәй» телеканалы «ҡара генерал» тураһында документаль таҫма күрһәтә. Уның тураһында Англияла, Германияла, Чехияла һәм беҙҙең илдә фильмдар төшөрөлә. Герой тураһында «Штази» тышҡы разведка шефы Маркус Вольф[8], вермахттың элекке Төркөстан легионы легионеры Морат Тачмурат; элекке чех партизаны, чех йәшерен разведкаһы шефы Ян Ондровчак кеүек легендар шәхестәр бәйән итә, һәм, әлбиттә, Даян Мурзин үҙе һөйләй. Ниһайәт, Рәсәй халҡы Даян Баян улының фронт биографияһын белде.
Дәрәжәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Герой
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған юрисы (1972)
- Чехия һәм Словакияның 16 ҡалаһының Почетлы гражданы.
- Өфө ҡалаһының Почетлы гражданы.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Даян Мурзин читает википедию
- ↑ Из автобиографии: «…девятнадцать лет отроду, по национальности татарин, младший политрук, бился с врагом честно и в свой последний час очень жалею, что позволил проткнуть себя во время штыковой атаки.» Мурзин Д. Г. Фронт в тылу врага. — Уфа: Китап, 2005.
- ↑ В Башкирии чествуют Героя войны, советского разведчика Даяна Мурзина
- ↑ Даян Мурзин на сайте Бакалинец(недоступная ссылка)
- ↑ Даяну Мурзину — 90 лет
- ↑ Энциклопедия Башкортостана(недоступная ссылка)
- ↑ Даян Мурзин: Биографическая справка
- ↑ Черный генерал " Cineplexx.ru — Документальные фильмы онлайн! 2016 йылдың 11 октябрь көнөндә архивланған.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Гофман, Г.Б. Черный генерал. — М.: Воениздат, 1970.
- Мурзин Д.Г. Фронт в тылу врага. — Уфа: Китап, 2005.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- "Даян Мурзин — Легендарный «Черный генерал»
- Даяну Мурзину — 90 лет
- Даян Мурзин: «Я был личным врагом Гитлера»
Видеояҙмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 20 ғинуарҙа тыуғандар
- 1921 йылда тыуғандар
- Өфө губернаһында тыуғандар
- 9 февралдә вафат булғандар
- 2012 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Ватан һуғышы партизанына» миҙалы менән наградланыусылар
- «Праганы азат иткән өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 40 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 50 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Жуков миҙалы менән наградланыусылар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 60 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Кенигсбергты алған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- II дәрәжә «За безупречную службу» миҙалы менән наградланыусылар
- «Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Чехословакия Хәрби тәреһе ордены кавалерҙары 1939
- «Азатлыҡ өсөн» Чехословакия хәрби ордены кавалерҙары
- Чехословакияның Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Чех Республикаһы Оборона министрының Маҡтау тәреһе менән наградланыусылар
- Словак милли ихтилалы ордены кавалерҙары
- «Дошман алдындағы ҡаһарманлыҡ өсөн» Чехословакия миҙалы менән наградланыусылар
- Алфавит буйынса адвокаттар
- Өфө ҡалаһының почётлы граждандары
- Алфавит буйынса юристар