Мусағәлиев Азамат Таһир улы
| Мусағәлиев Азамат Таһир улы | |
| ҡаҙ. Азамат Тахирұлы Мұсағалиев | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған ваҡыттағы исеме |
рус. Азамат Тахирович Мусагалиев рум. Azamat Tahirovici Musagaliev |
| Исем | Азамат Мусагалиев һәм Azamat Musagaliev |
| Тыуған көнө | 25 октябрь 1984 (41 йәш) |
| Тыуған урыны | Камызяк[d], Әстрәхән өлкәһе, РСФСР, СССР |
| Һөнәр төрө | телетапшырыуҙар алып барыусы, актёр, алып барыусы, игрок КВН, йырсы, комик, юморист |
| Уҡыу йорто | Әстерхан дәүләт техник университеты |
| Ойошма ағзаһы | Сборная Камызякского края[d] |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
| Число просмотров/прослушиваний | 916 944 895[1] |
| Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 2 330 000 ± 9999[1] |
Азамат Таһир улы Мусағәлиев (ҡаҙ. Азамат Тахирұлы Мұсағалиев; 25 октябрь 1984, Ҡомүҙәк, Әстерхан өлкәһе, СССР) — Рәсәй телевидениеһы алып барыусыһы, юмор оҫтаһы, кино һәм телевидение актёры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәшлек йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1984 йылдың 25 октябрендә (Әстерхан өлкәһе) Ҡомүҙәк ҡалаһында тыуған. Милләте буйынса ҡаҙаҡ[2]. Сығышы менән Алшын ҡәбиләһе байулы тармағы адай ырыуынан[3].
16 йәшендә Азаматтың атаһы вафат була[4].
Әстерхан дәүләт техник университетының экология һәм балыҡтарҙы һаҡлау факультетын тамамлай, һөнәре — балыҡтарҙы һаҡлау инженеры[5][6].
КВН
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]9 кластан алып КВНда уйнай башлай, студент йылдарыныда Рәсәй ҡалалары буйлап гастролдәрҙә йөрөүсе ҡала командаһын булдыра.
Беренсе каналда ойошторолған 2008 йылғы Премьер-Лигала «Әстерхан йыйылма командаһы» составында уның дебюты була[7].
2011 йылда «Ҡомүҙәк крайы йыйылма командаһы» Премьер-лигаһы финалисы була. Мусағәлиев командаһы менән 2012 йылда Юғары лигала ярымфиналға тиклем барып етә. 2013 йылда финалда 2-се урынға эйә була.
2013 йылда Бишкәктә старт алған Ҡырғыҙстанда «Алатау» төбәк лигаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе һәм уның беренсе мөхәррире[8].
2015 йылда «Ҡомүҙәк крайы йыйылма командаһы» командаһы КВН-дың Юғары лигаһы чемпионы була[9].
2016 һәм 2017 йылдарҙа Йәйге кубоктарҙа ҡатнаша, ике тапҡырында ла еңелә.
Телевидение
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]ТНТ телеканалының «Бер тапҡыр Рәсәйҙә» юмористик шоуында ҡатнашыусы һәм алып барыусы. «Ҡомүҙәк крайы йыйылма командаһы» КВН командаһы капитаны. «Мин үҙемде беләм!,» «Әйткәндәй», «Ҙур шоу», «ШПАМ», «Это логично», «Большая прожарка», ВК Видео һәм ТНТ-ла «Музыкаль интуиция» шоуының алып барыусыһы. Элегерәк «Где логика?», «Йондоҙҙар», «Был минең хаҡта» һәм «Мин һиңә ышанмайым» тапшырыуҙарын алып барҙы.
Музыка
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Денис Дорохов һәм Гарик Харламов менән бер рәттән «Маймылды йылы һыуҙа һыу индереү» ска-төркөмөндә уйнай (2023 йылдан) уйнай. Шулай уҡ «Однажды в России» шоуы сиктәрендә төрлө исемдәр аҫтында һәм айырым яңғыҙ тректар башҡара.
Һәүәҫкәр спорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2022 йылда Денис Дорохов менән бергә «10» Футбол клубының медиафутбол клубын ойоштора[10]. 2025 йылда команда Медиалига Кубогын яулай[11].
Сәйәси эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2018 йылда Президент һайлауҙарында Владимир Путиндың ышаныслы кешеһе була[12].
2023 йылдың 8 сентябрендә, Рәсәйҙең Украинаға баҫып инеүе фонында, Азамат Мусағәлиев Украинала Донецк өлкәһенең Рәсәй яулаған өлөшөндә, Саур-Могила мемориалында, сығыш яһай, унда Донбасты азат итеүҙең 80 йыллығы хөрмәтенә концертта ҡатнаша[13][14][15]. 11 сентябрҙә Мусағәлиев «баҫҡынсыларҙың һәм террорсыларҙың ярҙамсыһы» булараҡ Тыныслыҡ Урынлаштырыусы базаһына индерелә[16][17]. Шулай уҡ «артистарҙың шау-шыу тыуҙырған йәмәғәт эшмәкәрлегенә йәмәғәтселектең резонанслы кире ҡарашы арҡаһында», Ҡаҙағстанда «Ҡомүҙәктәр» КВН командаһының туры тулыһынса туҡтатыла[13][18]. Бынан алда Ҡаҙағстанда илдә «Ҡомүҙәктәр» концерттарын туҡтатыуҙы талап итеп: «Беҙ, ҡаҙағстанлылар, илебеҙҙә Украина суверен иленә ҡарата агрессияны хуплаусы кешеләрҙе күрергә теләмәйбеҙ» петицияһы эшләй башлай[16][18][19].
2024 йылда Рәсәй президентына кандидат Владимир Путиндың ышаныслы кешеһе була[20][21][22].
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2008 йылдың 5 апрелендә Виктория Мусағәлиеваға өйләнә[23][24]. Уның ике ҡыҙы бар: Милана (2008 йылдың 23 июлендә тыуған) һәм Ләйсән (2013 йылдың 7 февралендә тыуған)[25], шулай уҡ улы Хәким (2023 йылдың 12 майында тыуған).
Фильмография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]| Осор | Тибы | Атамаһы | Роле |
|---|---|---|---|
| 2015-2016 | Сериал | Интерны | Тимур Борисович Алабаев, терапевт |
| 2017 | Кино | Zомбоящик | «Ударь Бузову» шоуы алып барыусыһы |
| 2019 | Кино | Холоп | Хан |
| 2019 | Сериал | Толя-робот | Эльдар Рахманович, «Екатерина+» идара компанияһы етәксеһе |
| 2021 | Кино | Закладка | Аза, полицейский |
| 2022 | Кино | СамоИрония судьбы | Азамат Таһир улы, депутат / царь Иван Васильевич Грозный |
| 2023 | Кино | Иван Васильевич меняет всё | двойник Иосиф Сталинға оҡшаған алмашы, Щукин училищеһы актёры |
Телевидение
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]| Осор | Канал | Атамаһы | Функцияһы |
|---|---|---|---|
| 2013—2014 | Беренсе канал | КВН. Юғары лига | Ҡатнашыусы |
| 2014 | Беренсе канал | Чувство юмора | Ҡатнашыусы |
| 2014—2025 | ТНТ | Однажды в России | Алып барыусы, актёр |
| 2014—2018 | ТНТ | Не спать! | Ҡунаҡ |
| 2015—2023 | ТНТ | Где логика? | Алып барыусы |
| 2016—2022 | ТНТ | Импровизация | Ҡунаҡ, ҡатнашыусы |
| 2017—2021 | ТНТ | Студия Союз | Ҡунаҡ, башҡарыусы, көнәркәш |
| 2018 | ТНТ4 | Деньги или позор | Ҡунаҡ |
| 2018—2022 | ТНТ4 | Прожарка | Ҡунаҡ, башҡарыусы, йондоҙ |
| 2018 | ТНТ | Большой завтрак | Ҡунаҡ |
| 2018 | ТВ-3 | Всё, кроме обычного | Жюри |
| 2020 | ТНТ | Почувствуй нашу любовь дистанционно | Хост, алып барыусы, әңгәмәсе |
| 2020—2021 | ТНТ | TALK | алып барыусы ярҙамсыһы, хикәйәсе |
| 2020—2021 | ТНТ | Двое на миллион | Ҡунаҡ, Көнәркәш |
| 2020—2021 | ТНТ | Ты как я | Ҡунаҡ, командалаш, көнәркәш |
| 2021 | ТНТ | Игра | Ҡунаҡ, командалаш, көнәркәш |
| 2021—2025 | ТНТ | Музыкальная интуиция | Алып барыусы, модератор |
| 2021—2022 | ТНТ | Я тебе не верю | Алып барыусы ярҙамсыһы, модератор |
| 2021—2022 | ТНТ | Новые танцы | Жюри |
| 2022—2023 | ТНТ | Концерты | Ҡунаҡ, командалаш, көнәркәш |
| 2022 | ТНТ4 | Это миниатюры | Ҡунаҡ, командалаш, көнәркәш |
| 2023—2024 | ТНТ | Конфетка | Жюри |
| 2024—2025 | НТВ | Йондоҙҙар | Алып барыусы, йондоҙ |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 (unspecified title)
- ↑ Азамат Мусагалиев: Я казах, хоть и рожден в России. Forbes Kazakhstan (28 июнь 2017). Дата обращения: 17 май 2021. Архивировано 17 май 2021 года.
- ↑ "Камызяка" Азамата Мусагалиева утомили вопросы о его национальности | informburo.kz. informburo.kz. Дата обращения: 15 май 2021. Архивировано 15 май 2021 года.
- ↑ Гайсанов Т. YouTube сайтында Азамат Мусагалиев: Бесконечное интервью // LABELSMART, 26.06.2020.
- ↑ Рыцарь города Камызяки. Интервью (6 июнь 2014). Дата обращения: 1 ғинуар 2016. Архивировано 4 май 2018 года.
- ↑ Азамат Мусагалиев — российский актер казахского происхождения. Азамат Мусагалиев. Дата обращения: 22 июль 2023. Архивировано 22 июль 2023 года.
- ↑ PRO КВН Камызяки: Начало - КВН 2008 (28 март 2024). Дата обращения: 16 ноябрь 2024. Архивировано 30 ноябрь 2024 года.
- ↑ Ала-Тоо, Кыргызстан / Лиги / КВН
- ↑ Сборная Камызякского края по КВНу. Чемпионский сезон. Дата обращения: 11 ноябрь 2021. Архивировано 11 ноябрь 2021 года.
- ↑ Бывший защитник тульского «Арсенала» будет играть в Медиалиге за команду комиков. newstula.ru. Дата обращения: 24 сентябрь 2022. Архивировано 24 сентябрь 2022 года.
- ↑ 🏆 ФК «10» Мусагалиева выиграл Кубок Медиалиги – это первый трофей в истории клуба. Спортс’’. Дата обращения: 4 ноябрь 2025. Архивировано 4 ноябрь 2025 года.
- ↑ Путин 2018. putin2018.ru. Дата обращения: 1 апрель 2022. Архивировано 8 июль 2018 года.
- 1 2 В Казахстане отменили концерт команды КВН "Камызяки" (рус.) (14 сентябрь 2023).
- ↑ Комик Мусагалиев выступил на территории "ДНР". Подписчики из Казахстана требуют отменить его концерты в Астане и Алматы. Настоящее Время (11 сентябрь 2023). Дата обращения: 15 сентябрь 2023. Архивировано 14 сентябрь 2023 года.
- ↑ Штритер, Елена «Азамат, от тебя мы не ожидали». Мусагалиев и Дорох нарвались на хейт. Esquire Kazakhstan - электронный журнал для умных мужчин. (9 сентябрь 2023). Дата обращения: 16 сентябрь 2023. Архивировано 11 октябрь 2023 года.
- 1 2 В Казахстане отменили тур команды КВН «Камызяки» после того, как ее капитан выступил в аннексированной Донецкой области. «Холод» (14 сентябрь 2023). Дата обращения: 15 сентябрь 2023. Архивировано 5 октябрь 2023 года.
- ↑ Комика Азамата Мусагалиева внесли в базу «Миротворца» после поездки в оккупированную Донецкую область. Вот Так (9 сентябрь 2023). Дата обращения: 16 сентябрь 2023. Архивировано из оригинала 4 октябрь 2023 года.
- 1 2 В Казахстане отменили гастроли команды КВН «Камызяки» — из-за поездки комиков в аннексированную ДНР. Meduza. Дата обращения: 15 сентябрь 2023. Архивировано 15 сентябрь 2023 года.
- ↑ Козлов, Константин Казахстанцы запустили петицию за отмену концертов "Камызяков". Esquire Kazakhstan - электронный журнал для умных мужчин. (12 сентябрь 2023). Дата обращения: 3 июнь 2024. Архивировано 3 июнь 2024 года.
- ↑ Губерниев, Чичерина и Гармаш вошли во вторую часть списка доверенных лиц Путина. ТАСС (29 ғинуар 2024). Дата обращения: 30 ғинуар 2024. Архивировано 29 ғинуар 2024 года.
- ↑ О регистрации доверенных лиц кандидата на должность Президента Российской Федерации Владимира Владимировича Путина (недоступная ссылка — история). cikrf.ru (29 ғинуар 2024). Дата обращения: 30 ғинуар 2024.
- ↑ О регистрации доверенных лиц кандидата на должность Президента Российской Федерации Владимира Владимировича Путина (недоступная ссылка — история). cikrf.ru (28 декабрь 2023). Дата обращения: 30 ғинуар 2024.
- ↑ РЫЦАРЬ ГОРОДА КАМЫЗЯКИ. ИНТЕРВЬЮ. Часть 2 (6 июнь 2014). Дата обращения: 1 ғинуар 2016. Архивировано 4 май 2018 года.
- ↑ В студии капитан сборной «Камызякского Края по КВН» Азамат Мусагалиев. Радио mCm (15 май 2015). Дата обращения: 2 ғинуар 2016. Архивировано из оригинала 23 декабрь 2017 года.
- ↑ Азамат Мусагалиев: биография, личная жизнь, семья, жена, дети. Дата обращения: 11 ғинуар 2022. Архивировано 11 ғинуар 2022 года.