Муса Панти Филибус

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Муса Панти Филибус
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Nigeria.svg Нигерия
Тыуған көнө 1960
Биләгән вазифаһы President of The Lutheran World Federation[d][1] һәм архиепископ[d][1]
Commons-logo.svg Муса Панти Филибус Викимилектә

Архиепископ Муса Панти Филибус (1960 йылда тыуған) — Нигерия лютеран дин әһеле. Нигерияның Мәсихи Лютеран Сиркәүенең (Lutheran Church of Christ in Nigeria, LCCN) архиепискобы, 2017 йылдың 13 май (һабанай) көнөндә Бөтә Донъя Лютеран Федерацияһының (БДЛФ, WLF) Президенты итеп һайланды[2].

Тормош юлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Муса Панти Филибус, Нигерия һәм АҠШ илдәрендә лютеран теологияһын өйрәнгәндән һуң, 1994 йылда рухани (пастор) булып ординацияланған. 1998 йылда ул ELCA-ның лютеран семинарияһында (Сент-Пол ҡ., Миннесота) пасторлыҡ теологияһы өлкәһендә доктор (PhD) дәрәжәһен алған[3].

2002 йылдан 2010 йылғаса Женевала БДЛФ төбәк сәркәтибе булып эшләй, Африкалағы лютеран миссияһы өсөн яуап тота. 2010 йылда миссияларҙы үҫтереү департаменты директоры итеп тәғәйенләнә, 2012 йылда иһә генераль секретары урынбаҫары булып китә[4]. 2013 йылда Мейо-Белва епархияһының (Нигерияның Адамава штаты) епискобы булып китә, 2016 йылда иһә уның Архиепискобы итеп һайлана. 2017 йылдың май (һабанайҙың) 13 көнөндә БДЛФ-тың Дөйөм Йыйылышында (Намибияның Виндхук ҡалаһында) уның Президенты итеп һайланды[5].

Ҡатыны — пастор Рут Филибус, өс үҫмер балаһы бар.

Баҫма хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • So the poor have hope, and injustice shuts its mouth: poverty and the mission of the Church in Africa (авторҙашы — Karen L. Bloomquist), The Lutheran World Federation, Geneva 2007, ISBN 978-3-90567654-9.

Тышҡы һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 https://www.lwfassembly.org/de/news/press-releases/nigerianischer-erzbischof-filibus-ist-neuer-lwb-praesident
  2. Nigerianischer Erzbischof Filibus ist neuer LWB-Präsident, Meldung des LWB vom 13. MAi 2017, abgerufen am 16. Mai 2017
  3. Two international alums appointed to new leadership positions for LWF, Bericht des Luther Seminary von 2011, abgerufen am 16. Mai 2017
  4. Nigeria: LWB-AME-Direktor Musa Filibus wird Diözesanbischof, lutheranworld.org, Artikel vom 31.
  5. Lutherischer Weltbund: Ein Afrikaner an die Spitze gewählt, idea.de, Meldung vom 14.