Эстәлеккә күсергә

Муса (Учалы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Муса
рус.  Му́сино
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Учалы

Ауыл советы

Яңы Байрамғол

Координаталар

54°06′50″ с. ш. 58°55′12″ в. д.HGЯO

Халҡы

83[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453743

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 253 855 003

ОКТМО коды

80 653 455 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Муса (Рәсәй)
Муса
Муса
Муса (Учалы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Муса

Муса (рус. Мусино) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. Яңы Байрамғол ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 83 кеше[2]. Почта индексы — 453743, ОКАТО коды — 80253855003.

Кантон начальнигының 1847 йылдың 13 ноябрендәге күрһәтмәһе буйынса Байрамғол ауылынан 14 ғаилә Муса ауылына нигеҙ һала. 1850 йылдың 8 авгусында ошонда тағы ла 58 йәшлек Йосоп Ҡәйепҡолов етәкселегендәге 15 ғаилә, Мәҫкәү ауылынан (Йәмлих Таяров) 1 ғаилә күсеп килә. Ауыл Муса Илебәков (1790 йылда тыуған) исеме менән атала, уның балалары Мәхәмәтзөфәр, Ишнияз, Түшәкәй, Әбделяпар, Сәйетбатал, Сәйетғәфәр.

1850 йылда 30 йортта 140 кеше йәшәй. 1920 йылғы совет халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәрендә 70 хужалыҡта 390 кеше иҫәпкә алынған[4].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 83 42 41 50,6 49,4
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, Муса ауылында башҡорттар (100 %) йәшәй[5]. Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

  • Ҡыҙылташ һырты
  • Рыстаҡташ тауы

Тәбиғәт ҡомартҡылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Муса пирамидалары
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 25. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  6. Башҡорт энциклопедияһы — Ахметшин Борис Гайсеевич 2019 йыл 10 ноябрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 ғинуар 2018)