Әсәҙуллин Мөхәмәт Зөфәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мухамет Асадуллин битенән йүнәлтелде)
Әсәҙуллин Мөхәмәт Зөфәр улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 16 июль 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны Арлар, Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 1 декабрь 2009({{padleft:2009|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (54 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Ғилми дәрәжә техник фәндәр кандидаты[d]

Әсәҙуллин Мөхәмәт Зөфәр улы (16 июль 1955 йыл, Арлар ауылы Маҡар районы Башҡорт АССР-ы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы) — 1 декабрь 2009 йыл, Өфө) — Рәсәй инженеры һәм топ-менеджеры. Рәсәй Федерацияһының фән һәм техника өлкәһендә хөкүмәт премияһы лауреаты. «Баштрансгаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары[1] . Техник фәндәр кандидаты.

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлай (1972)[2]. 19721977 йылдарҙа Өфө нефть институтында «газ-нефть үткәргес торбаларҙы, газ һаҡлау урындарын һәм нефтебазаларҙы проектлау һәм файҙаланыу» һөнәре буйынса уҡый.

Институтты тамамлағандан һуң — газ сығарыу буйынса мастер, газ компрессор цехы начальнигы, «Уралтрансгаз» производство берекмәһенең магистраль газ-нефть үткәргес торбалар Арал линия производство идаралығының оператив-производство хеҙмәте начальнигы.

Библиографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әсәҙуллин Мөхәмәт Зөфәр улы. Стресс-коррозияға дусар булған ҙур диаметрлы магистраль газ торбалары участкаларын асыҡлау һәм ремонтлау: техник фәндәр кандидаты диссертацияһы … : 25.00.19. — Өфө, 2000. — 182 с.: ил.

Әсәҙуллин Мөхәмәт Зөфәр улы. Стресс-коррозияға дусар булған ҙур диаметрлы магистраль газ торбалары участкаларын асыҡлау һәм ремонтлау: техник фәндәр кандидаты автореферат дис … : 25.00.19 / Өфө нефть техн. ун-т. — Өфө, 2001. — С. 23

Магистраль газ торбаларының автомобиль юлдары аша үткәүелдәрен төҙөү һәм ремонтлауҙың әлеге ваҡыттағы технологияһы һәм уларҙы ремонтлау буйынса яңы тәҡдимдәр (реконструкциялау): [З. М. Әсәҙуллин һ. б.]. — М.: Газпром ИРЦ, 2003 (Рот. ЯСЙ Газпром ИРЦ). — 43 с.: ил., табл.; 20 см. — (газ менән тәьмин итеүҙең берҙәм системаһының тематик йүнәлеше: транспорт һәм газды ер аҫтында һаҡлау: Күҙәтеү. информ. / Асыҡ акционерҙар йәмғиәте «Газпром». Газ сәнәғәтенең информ.-рекл. үҙәге (ЯСЙ «Газпром ИРЦ»)).

«АСМОЛ» яңы быуын изоляциялау япмаһы һәм уның модификацияһы — «ЛИАМ» таҫмаһы: Күҙәтеү. информ. / [З. М. Әсәҙуллин һ. б.]. — М.: Газпром ИРЦ, 2003 (Рот. ЯСЙ «Газпром ИРЦ»). — 44, [1]. с.: ил., табл.; 21 см. — (Серия: транспорт һәм ер аҫтында газ һаҡлау /Асыҡ акционерҙар йәмғиәте «Газпром», Газ сәнәғәтенең информ.-рекл. үҙәге (ЯСЙ «Газпром ИРЦ»)).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2003 йылда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендә премияһын һәм «Рәсәй Федерацияһының фән һәм техника өлкәһендә Хөкүмәт премияһы лауреаты» исемен бирергә: …. техник фәндәр кандидаты, баш инженер — «Баштрансгаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Әсәҙуллин Мөхәмәт Зөфәр улына; …..- магистраль газ торбалары компрессор станциялары өсөн «Урал» сериялы газ һурҙырып ҡыуҙырыу агрегаттарын төҙөгән һәм производствоға индергән өсөн. (Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 16.02.2004 85-се ҡарары)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]