Мөхәммәт Заман

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мухаммад Заман битенән йүнәлтелде)
Мөхәммәт Заман. Сиявуш Афрасиабҡа әсирҙе күрһәтә. «Шаһнамә», Фирҙәүси. 1669 йыл. Метрополитен музейы, Нью-Йорк

Мөхәммәт Заман — 1649—1701 йылдарҙа ижад иткән фарсы рәссамы.

Мөхәммәт Заман XVII быуаттың икенсе яртыһында фарсы һынлы сәнғәтендәге «европа стиленең» күренекле вәкиле була. Ҡәҙимге замандаштарынан айырмалы рәүештә ул Европа гравюраларынан моделдәр өлгөһөн генә алып ҡалмаған, ә Яңырыу осоронан алып Европа һынлы сәнғәте ҡаҙанышы тип һаналған яҡтылыҡ менән күләгәне һүрәтләү һәм перспективаны хасил итеү ҡағиҙәләрен дә ҡулланған.

Мөхәммәт Заман ҡулланған Европаса принциптар һынлы сәнғәткә тамырҙан үҙгәрештәр индергәс, тормошо тураһындағы мәғлүмәттәр ҙә бик аҙ булғас, уның хаҡында имеш-мимештәр күбәйә. Бер хәбәрҙә былай тиелә: шаһ Ғәббәс II көнбайыш сәнғәтен бик оҡшата. Уның бойороғо буйынса, йәнәһе, Италияға Мөхәммәт Заман етәкселегендә көнбайыш художество техникаһын өйрәнеү өсөн уҡыусылар ебәрелә. Имеш, был сәфәрҙә Мөхәммәт динен алмаштыра, суҡындырыла һәм Иранға Паоло Заман булып ҡайта. Рәсәй тикшеренеүсеһе А. А. Иванов XVII—XVIII быуаттарҙа «Мөхәммәт Заман» исемле билдәле 19 фарсының береһе лә Италияға бармағанын, ә рәссамдың Европа өлгөһөндәге картиналары Италия һынлы сәнғәте түгел, ә фламанд рәссамдарының әҫәрҙәре йоғонтоһонда яҙылғанын иҫбатлай.

Мөхәммәт Заман. Баһрам Гур аждаһаны үлтерә. Низами Гәнжәүиҙең «Ете гүзәл» поэмаһына иллюстрация. Британ китапханаһы, Лондон

Киндергә май менән һүрәт төшөрөү Иранда Мөхәммәт Замандан башланған, уға башҡа фарсы рәссамдары эйәргән тип һанала. Ул һарай рәссамы булған, ә ижады өс фарсы шаһы — Ғәббәс II (1532—1567), Сөләймән (1667—1694) һәм Солтан Хөсәйен (1694—1722) осорона тап килә. Бөгөн рәссамдың ҡултамғаһы ҡуйылған 24 әҫәр билдәле. Улар жанры буйынса төрлө — иллюстрацияланған манускрипттарҙан башлап айырым ҡағыҙ биттәрендәге һүрәттәргә тиклем, бер өлөшө Европалағы гризайль техникаһы буйынса эшләнгән.

XVII быуатта, үткәнендәге кеүек үк, Фирҙәүсиҙең «Шаһнамә»һе ҡулъяҙмалары иң эре нәфис проекттарҙан һанала. Һәр фарсы шаһы был эпостың үҙ вариантын, хатта төрлө рәссам ҡатнашлығындағы бер нисә вариантын тыуҙырырға тырыша. 1669 йылғы "Шахнамә"лә (Метрополитен музейы, Нью-Йорк) Мөхәммәт Заман һүрәтләгән «Сиявуш Афрасиабҡа әсирҙе күрһәтә» тигән күренеш менән танышырға була: ҡәҙимге һарай, фонтандар, хеҙмәтселәр, әммә артҡы планда — нәҡ Европа пейзажы. Сәрүи ағастарынан төшкән күләгә лә фарсы классик һынлы сәнғәте өсөн хас түгел. Мөхәммәт Замандың Низамиҙың данлыҡлы «Хәмсә» ҡулъяҙмаһына эшләгән өс миниатюраһы бар. Был йыйынтыҡты иллюстрациялауҙа 1539—1543 йылдарҙа заманының иң яҡшы рәссамдары — Солтан Мөхәммәт, Мирза Али һәм башҡалар ҡатнаша, әммә был эш XVI быуатта тамамланып өлгөрмәй. Миниатюралар өсөн ҡалдырылған өс битте Мөхәммәт Заман 1675 йылда тултыра, һәм уның эштәре стиле менән элгәрҙәренең миниатюраларынан ҡырҡа айырыла. «Баһрам Гур аждаһаны үлтерә» тигән миниатюрала ла Европаса пейзаж төшөрөлгән, уның ерлегендә Баһрам Гур типик ҡытай аждаһаһы менән түгел, ә «европалаштырылған» аждаһа менән алыша. Күренеш изге Георгий һүрәтен хәтерләткәндәй була. Бындай эклектик стиль Мөхәммәт Замандың күп әҫәрҙәренә хас. Мәҫәлән, «Һыбайлы принц хеҙмәтселәре һәм ярандары менән» тигән һүрәтендә лә (XVII быуаттың һуңғы сиреге, Британ музейы, Лондон) хеҙмәтсенең зәңгәр ыштанының бөрмәләрен европаса күләмле итеп, ә принцтың кәзәкейен фарсыса яҫы итеп орнаментлап төшөргән.

Мөхәммәт Заман. Һыбайлы принц һәм хеҙмәтселәр. 1670—1685 йылдар. Британ музейы, Лондон
Мөхәммәт Заман, «Зәңгәр ирис» (1663—1664), Бруклин музейы

Рәссам мираҫының иң ҡиммәтле өлөшө тип айырым биттәргә төшөргән һүрәттәре һанала. Улар араһында традицион фарсы һынлы сәнғәте өсөн хас булмаған әҫәрҙәр бар, мәҫәлән, «Зәңгәр ирис» тигән һүрәте. Рәссамдың ижады ике тематик өлөшкә бүленә: фарсы темаларына һүрәттәр һәм Европа әҫәрҙәренән күсермәләр. Һуңғылары араһында «Изге троица», «Венера һәм купидон» һәм башҡалар бар.

Оҫтаның тыуыу һәм вафат булыу датаһы билдәле түгел. Уның улы Мөхәммәт Али ибн Мөхәммәт Заман да рәссам булып китә. Ул Солтан Хөсәйен шаһ һарайында эшләй, айырым биттәргә Европаса стилле миниатюралар төшөрә һәм лаклы шкатулкалар биҙәй. Санкт-Петербург Эрмитажында Мөхәммәт Замандың улы биҙәгән ҡәләм һауыты бар, уға 1701 йыл тип дата һәм «мәрхүм Мөхәммәт Замандың улы Мөхәммәт Али төшөрҙө» тигән һүҙҙәр яҙылған. Тимәк, 1701 йылға инде Мөхәммәт Заман үлгән булған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ahsan Jan Qaisar. «Muhammad Zaman: A 17 Century Controversal artist» в сборнике «Art and Culture. Endeavours in Interpretation». Abhinav Publications. 1996.
  • Sheila R. Canby. «Farangi Saz» в «Silk and Stone» Hali Publications Ltd London 1996.
  • А. Т. Адамова. Персидская живопись и рисунок XV—XIX веков в собрании Эрмитажа. Каталог выставки. СПб 1996.