Бикбов Мөхәррәм Мөхтәрәм улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мухаррам Бикбов битенән йүнәлтелде)
Мөхәррәм Мөхтәрәм улы Бикбов
Тыуған көнө

4 апрель 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (66 йәш)

Тыуған урыны

Ырымбур өлкәһе, Октябрьский районы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

офтальмология

Эшләгән урыны

Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институты

Альма-матер

Башҡорт дәүләт медицина институты

Ғилми дәрәжәһе

медицина фәндәре докторы

Ғилми исеме

профессор

Ниндәй өлкәлә танылған

офтальмолог

Награда һәм премиялары

«Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе

Бикбов Мөхәррәм Мөхтәрәм улы (4 апрель 1957 йыл) — офтальмолог, юғары категориялы табип. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (2009). Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институты директоры. Рәсәй Федерацияһының (2013) һәм Башҡортостан Республикаһының (1996) атҡаҙанған табибы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Президиумы ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөхәррәм Мөхтәрәм улы Бикбов 1957 йылдың 4 апрелендә Ырымбур өлкәһенең Октябрьский районы Иманғол ауылында тыуған[1].

1980 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай. Уҡыған осорҙа, 1979—1980 йылдарҙа Өфө ҡалаһында Ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү станцияһында фельдшер булып эшләй.

1980—1985 йылдарҙа Күмертау ҡалаһы дауаханаһында табип-ординатор, күҙ ауырыуҙары бүлеге мөдире була. 1985 йылдан Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институтының балаларҙың күреү һәләтен тергеҙеү хирургияһы бүлеге етәксеһе, 1998 йылдан — «Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институты» директорының иҡтисад һәм фәнни-производство эштәре буйынса урынбаҫары, 2006 йылдың ғинуарынан — институт директоры.

Мөхәррәм Бикбов 1991 йылда «Балаларҙа афакияны хирургик коррекциялауҙа эпикератофакия» тигән темаға кандидатлыҡ, ә 1998 йылда «Балаларҙың юғары дәрәжәле анизометропияһын коррекциялау» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Бикбов Мөхәррәм Мөхтәрәм улы Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш Баш офтальмологы, Рәсәй офтальмологтары йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлеге идаралығы рәйесе, «Врач-офтальмологтарҙың ассоциацияһы» — Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлеге Президенты, Рәсәй офтальмологтары йәмғиәтенең президиумы ағзаһы, Рәсәй офтальмологик клиникаларының етәкселәре Ассоциацияһының идара һәм Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы ағзаһы, катаракталь һәм рефракцион хирургтарҙың Европа йәмғиәте (ESCRS) ағзаһы, катаракталь һәм рефракцион хирургтарҙың Азия-Тымыҡ океан йәмғиәте (APACRS), катаракталь һәм рефракцион хирургтарҙың Америка йәмғиәте (ASCRS), Америка офтальмология академияһы ағзаһы (ААО), «Рәсәй офтальмология журналы», «Рәсәй педиатрия офтальмологик журналы»; «Катаракталь һәм рефракцион хирургия», «Ҡаҙағстан офтальмологик журналы», «Офтальмология донъяһы», «Рәсәй балалар офтальмологияһы» редакциялары советы ағзаһы, «Рефракцион хирургия һәм офтальмология» журналы редакция коллегияһы ағзаһы.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бикбов Мөхәррәм Мөхтәрәм улы етәкселегендә 5 доктор һәм 13 кандидат диссертацияһы яҡланған.

Ул 446 фәнни хеҙмәт, 12 монография авторы, Рәсәй Федерацияһының 79 патентына эйә һәм 12 методик рекомендация яҙған.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Балаларҙа рефракцион эпикератопластика (монография). «Ғилем» нәшриәте, Өфө — 2000
  • Клиник офтальмологияла цитокиндар (монография), Өфө — 2008
  • Орбита сирҙәренең комплекслы диагностикаһы (монография), Өфө — 2008
  • Күҙ ауырыуҙарын һәм зыянлауын дауалағанда витреоретиналь хирургия (монография), Өфө — 2008
  • Шифахана-курорт практикаһында тергеҙеү дауалауы эффектлығын күтәреүҙең ойоштороу аспекттары һәм механизмдары (монография), Өфө — 2008
  • Балаларға артҡы камера линзаларын икенсел имплантация (монография), Өфө — 2009
  • Рефракцион амблиопия. Балалар һәм үҫмерҙәрҙе хирургик һәм консерватив дауалау (монография), Өфө — 2010
  • Балалар күҙенең придаточный аппараты гемангиомалары (клиника, диагностика, дауалау), (монография), Өфө — 2011
  • Күҙҙең мөгөҙ ҡатлу (роговица) эктазияһы (патогенез, патоморфология, клиника, диагностика, дауалау), (монография), Мәскәү — 2011
  • Күҙҙең селтәр ҡатлауының (сетчатка) беренсел ҡубарылыуы (монография), Мәскәү — 2012
  • Глаукома. Милли ҡулланма (монография), Мәскәү — 2013
  • Йәш буйынса макуляр дегенерация (монография), Мәскәү — 2013

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]