Мөхитдинова Әминә Фәсәх ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мухитдинова, Амина Фасаховна битенән йүнәлтелде)
Мөхитдинова Әминә Фәсәх ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 6 сентябрь 1893({{padleft:1893|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Тыуған урыны Ҡазан, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 26 декабрь 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (51 йәш)
Вафат булған урыны Енисейск[d], Красноярск крайы, РСФСР, СССР
Хәләл ефете Госман Диваев[d]
Уҡыу йорто Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты
Мариинская женская гимназия[d]

Мөхитдинова Әминә Фәсәх ҡыҙы (татар. Әминә Мөхетдинова; 6 сентябрь 1893 йыл, Ҡазан — 26 декабрь 1944 йыл, Енисейск) — юрист, СССР-ҙың сәйәси эшмәкәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әминә Фәссәх ҡыҙы Мөхитдинова 1893 йылдың 6 сентәбрендә Ҡазанда мулла ғаиләһендә тыуған. Гимназияны алтын миҙалға тамамлағандан һуң Ҡазан университетының юридик факультетына уҡырға инә.

Ҡазан университетын 1919 йылда уңышлы тамамлай һәм аспирантураға тәҡдим ителә. Тик Октябрь революцияһы башланып китә һәм Әминәнең яҙмышы ҡырҡа үҙгәрә. Ул Коммунистар партияһы афына инә һәм татар революционеры МулланурВахитов менән хеҙмәттәшлек итә башлай, Мәскәүҙә һәм Ҡазанда татар ҡатын-ҡыҙҙары съезында әүҙем ҡатнаша.[1]

1991 йылда Ҡазанда мосолман команда пехота курстарында өлкән политрук булып тәғәйенләнә.

1920 йылда Татар АССР-ы юстицияһында халыҡ комиссары булып эшләй. 1922 йылда Семферополь ҡала һәм өлкә ревтрибуналында өлкән прокурор булып эшләй, Крым ресубликаһының баш судының прокурор урынбаҫары була.

1928—1930 йылдарҙа РСФСР юғары суды коллегияһы ағзаһы.

1936 йылда Әминә бик ныҡ сирлә, Кремель больницаһында оҙаҡ ваҡыт дауаланғандан һуң, 43 йәштә инвалидлыҡ буйынса пенсия тәғәйенләнә.

1938 йылдаң 20 майында «Идель-Урал» ойошмаһы эше буйынса репрессиялана.

Мөхитдинова Әминә Фәсәх ҡыҙы 1944 йылдың 26 декабрендә сабыртмалы тифтан вафат була. Уны туғандары булмаған кеүек билдәһеҙ ҡәберҙә ерләйҙәр. [1]

Үлгәндән һуң аҡлана.[2]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Татарский энциклопедический словарь. -Казань. Институт татарской энциклопедии АН РТ. - 703с. илл.ISBN 0-9530650-3-0

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]