Мырҙабай (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Мырҙабай (исем) — башҡорт ир-ат исеме,башҡа төркихалыҡтарҙа ла ҡулланла.


Этимология[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мырҙабай фарсы, башҡорт телдәренән — мырҙа + бай

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фамилия[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мырҙабаева Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы (13 сентябрь 1957 йыл) — юғары квалификация категорияһындағы табип—генетик, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Медицина фәндәре докторы, профессор. Рәсәй Федерацияһының 5-се һәм 6-сы саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты. Йәмәғәт эшмәкәре.

Мырҙабаева Флүзә Рәжәп ҡыҙы (25 сентябрь 1950 йыл) — журналист, шағирә. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003). Журналистар союзы (1996), Яҙыусылар союзы (1999) ағзаһы

Атаһының исеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алтыншин Раян Мырҙабай улы (27 февраль 1976 йыл) — йырсы, Нефтекама дәүләт филармонияһының артист-вокалсыһы. «Ҡәрҙәштәр» башҡорт эстрада төркөмө етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2021).

Ҡолбахтин Нәзир Мырҙабай улы (17 сентябрь 1941 йыл) — юғары мәктәп ветераны, ғалим-тарихсы. 1979 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2000—2013 йылдарҙа археология, боронғо һәм урта быуаттар тарихы кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (1997), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003). Башҡортостан Фәндәр академияһының Р. Ғ. Кузеев исемендәге премияһы лауреаты (2009). «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе кавалеры (2009).

Сәхибгәрәев Әмир Мырҙабай улы (рус. Сахибгареев Амир Мурзабаевич 1904 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой. 1942 йылдың 7 июлендә Курск өлкәһендә хәбәрһеҙ юғала.

Ҡотлогилдин Мырҙабай Мырҙагилде улы (10 июнь 1918 йыл башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 3 сентябрь 1916 йыл) — 10 июль 2000 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының гвардия сержанты.Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.(1945).

Ауылдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мырҙабай (Морһабай[1]; рус. Мурзабаева) — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы ауылы. Субботино ауыл советы составына керә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 344. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.