Мырҙағолова Бикә Сәләхетдин ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мырҙағолова Бикә Сәләхетдин ҡыҙы
Мырҙағолова Бикә Сәләхетдин ҡыҙы.jpg
Эшмәкәрлек төрө:

уҡытыусы

Тыуған көнө:

3 март 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Байназар ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Вафат булған көнө:

16 ғинуар 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (86 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы

Награда һәм премиялары:

Башҡортостандың халыҡ мәғарифы алдынғыһы (1966), Ҡыҙыл байраҡ ордены кавалеры(1967), хеҙмәт ветераны.

Мырҙағолова Бикә Сәләхетдин ҡыҙы (3 март 1923 йыл16 ғинуар 2010 йыл) — уҡытыусы, хеҙмәт һәм тыл ветераны. Башҡортостандың халыҡ мәғарифы алдынғыһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мырҙағолова Бикә Сәләхетдин ҡыҙы 1923 йылда 3 мартында Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы (Йылайыр кантоны Ҡарағай-Ҡыпсаҡ волосы) Байназар ауылында указлы мулла Мырҙағолов Сәләхетдин Йәләлитдин улы ғәиләһендә тыуған.

Мырҙағолов Сәләхетдин Йәләлитдин улы репрессияға эләгә (1931-1937). 1938 йылда ҡатыны Иҫке Монасип ауылына күсә. Тол иргә, колхозсы Кираметдин Үтәбаевҡа тормошҡа сыға. Шулай итеп, балаларын артабан эҙәрләүҙәрҙән һаҡлап алып ҡала.

Мырҙағолов Сәләхетдин Йәләлитдин улы бик уҡымышлы башҡорт зыялыларының береһе була. Уның тарафынан төҙөлгән Ҡарағай- ҡыпсаҡ ырыуы шәжәрәһе мөғжизә менән генә юҡ ителмәй ҡала. Ғүмерен, балаларының яҙмышын үлем ҡурҡынына ҡуйып, ҡатыны был шәжәрәне һаҡлап алып ҡала.

1959 йылда Сәғитов Мөхтәр Мофаззал улы шәжәрәнең фотокопияһы эшләй һәм СССР Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына тапшыра. Шәжәрә “Башҡорт шәжәрәләре” (“Башкирские шежере”; 1960) йыйынтығында баҫылған.

Мырҙағолова Бикә Сәләхетдин ҡыҙы 1940 йылда Сәрмән педучилищеһын тамамлай. Шул уҡ йылда Иҫке Монасип мәктәбенә эшкә ебәрәләр.

1942 йылда Бөйөк Ватан һуғышынан яраланып ҡайтҡан Сәғитов Булат Хызыр улына тормошҡа сыға һәм Иҫке Собханғол мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләп алып китә.

1948-1951 йылдарҙа Хәйбулла районына күсәләр. Сәғитов Булат Хызыр улы райком секретары итеп тәғәйенләнә.

1951 йылда кире тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайталар. Шул уҡ йылда Бикә Сәләхетдин ҡыҙы К.А Тимирязев исемендәге уҡытыусылар институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегенә ситтән тороп уҡырға инә һәм 1957 йылда уңышлы тамамлай.

Тормош иптәше Сәғитов Булат Хызыр улы менән 4 бала үҫтерәләр.

1978 йылда хаҡлы ялға сыға. 2010 йылдың 16 ғинуарында мәрхүм була.Иҫке Собханғол ауылында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1947 йылда «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнә (№ 256513 вручено 18 февраля 1947 г.)
  • 1954 йылда «Хеҙмәттәге уңыштар өсөн» миҙалы менән бүләкләнә (Удостоверение № 96 3559 от 28 окт 1954 г.)
  • 1966 йылда «Халыҡ мәғарифы алдынғыһы» исеме бирелә (решение № 192 от 22 августа 1966 года)
  • 1967 йылда Ҡыҙыл байраҡ орденына лайыҡ була ( Указом президиума ВС СССР от 30 сентября 1966 года, №ордена 445227, удостоверение № 053178 оь 04.01.1967г.).

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәктәптә һәм районда әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып бара. Мәктәп коллективы менән концерттар һәм спектаклдәр ҡуялар. Агитатор, уҡытыусы-остаз була.

Күп тапҡырҙар ауыл һәм район советтарына депутат итеп һайлана. БАССР-ҙың Юғары судында халыҡ заседателе була.

Пенсияға сыҡҡас та Иҫке Собханғол ауылы фольклор ансамбле составында сығыш яһай.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районының данлы ҡыҙҙары», 2017.453500 РБ г. Белорецк, ул.50 лет Октября,55/1