Мысыр күпере

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мысыр күпере
Нигеҙләү датаһы 1826
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург һәм Адмиралтейский районы[d]
Урын Лермонтовский проспект[d] һәм Адмиралтейский районы[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән Ҡорос
Архитектор Арешев, Пётр Артемьевич[d] һәм Владимир Сергеевич Васильковский[d]
Архитектура стиле египтизирующий стиль[d]
Рәсми асылыу датаһы 1826
Дата официального закрытия 1905
Өҫтөнән/аҫтынан үтә Фонтанка[d]
Число пролётов 1
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Оҙонлоҡ 46 метр
Киңлек 27 метр
Современное состояние разрушенный[d]
Карта
 Мысыр күпере Викимилектә

Мысыр күпере — Фонтанка йылғаһы аша күпер, Санкт-Петербургтың Адмиралтейство районындағы күпер Покровский һәм Безымянный утрауҙарын тоташтырып тора. Күпер тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы булып тора.

Урынлашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күпер Фонтанка күсәре буйынса Лермонтов проспектын киҫеп үтә.

Йылға ағымы буйынса юғарыла Красноармейский күпере, түбәндә — Инглиз күпере урынлашҡан.

Яҡын метрополитен станцияһы (1,1 км) — «Балтик».

Исеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күпергә исем биреү xix быуат башында боронғо мысыр сәнғәте менән ҡыҙыҡһыныу арҡаһында күперҙең архитектураһы үҙенсәлеге бәйле. Күперҙе проектлау һәм төҙөү осоронда рәсми документтарҙа күперҙе «Ҙур сылбырлы күпер» йәки «Измайлово һәм Калинкин күперҙәре аша ат йөрөрлөк сылбырлы күпер» тип атағандар[1]. 1836 −1828 йылға тиклем — Яңы сылбырлы күпер, 1836 −1867 йыл — сылбырлы Мысыр күпере, 1867 й. — Мысыр күпере тип аталған.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мысыр сылбырлы күпере[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мысыр күпере. Поппель гравюраһы. 1830 -сы йй.

Фонтанка аша ике күпер төҙөү кәрәклеге яңы шарттар менән бәйле: Калинкин һәм Измайлово күперҙәре бер-береһенән алыҫ торғанлыҡтан, Фонтанка аша райондар араһында транспорт бәйләнешен яҡшыртыуға ихтыяж тыуған[2].

Күпер төҙөүҙең проектын В. А. Христианович (Треттер консультацияһы аҫтында) эшләгән[3]. Сылбырлы күпер өлгөһө булып Пантелеймоновский күпере хеҙмәт иткән (унан Фонтанка йылғаһы аша Йәйге баҡсаға йөрөгәндәр). Ҡалалағы өсөнсө күпер проекты яр буйында төҙөләсәк перпендикуляр күпер булып раҫлана, ҡала урамдарының йүнәлешен иҫәпкә алмай төҙөлә[2].

1825 йылдың авгусын күперҙең төҙөлә башлаған көнө тип иҫәпләргә мөмкин, тап ошо көндә күпер свайҙарын яр буйындағы нигеҙҙәргә (9-25 августа оҙонлоғо 8, 52 һәм 10, 65 метр булған 264 свай) һуға башлағандар[4]. 1825 йылдың авгусында күперҙең гранит тотҡа нигеҙҙәрен ҡора башлағандар, был эш октябрь аҙағыына тиклем алып барылған һәм унда 130-ға яҡын ташсы эшләгән.

Күперҙең металл конструкциялары Берд заводында эшләнгән. Әйтергә кәрәк, ул деталдәрҙең ныҡлығын барыһын да машина көсө менән һөйрәтеп тартып тикшергәндәр, был машина ла шул уҡ Берд заводында металл деталдәрҙе һынау өсөн махсус эшләнгән була[5].

Шулай уҡ Берд заводында скульптор П. П. Соколов әҙерләгән моделдәр буйынса скульптуралар ҡойолған[6][7]. ПьедесталынПетрозаводскиҙа эшләгәндәр[8]. Подрядсы Гавриил Васильев яр буйын нығытыу, уны гранит таштар менән көпләү эштәрен башҡарған. Гранитын Инженер (Михайловский) замогының каналы соҡорҙарынан һурып алып килгәндәр[4].

Петербургта Мысыр күперен төҙөү ҡала өсөн ҙур иҫтәлекле ваҡиға булып торған[9].

Күперҙе төҙөү тамамларҙан бер ай элек уны асыу тантанаһы планлаштырыла[9]. 1826 йылдың 25 августа сәғәт һигеҙҙә профессорҙар, инженерҙар, уҡыусылар һәм хәрби корпус тәрбиәләнеүселәре һәм ҡала халҡы алдында күпер тантаналы шарттарҙа асыла[10].

Мысыр күпере шул уҡ авторҙарҙың уға тиклем төҙөлгән сылбырлы күперҙәренән бик аҙ айырыла. Конструкцияһы буйынса сылбырлы күпер аҫылмалы, бер аралы итеп төҙөлгән. Аралары өс рәт сылбыр менән тотолоп торған, сылбырҙар анкер менән күпер нигеҙҙәренә баҫтырып тоташҡан була[4].

1896 йылда Мысыр күпере

Күпер нигеҙҙәре йылғаға сығып торған һәм гранит таштар менән көпләнгән. Был яр сиктәрендәге нигеҙҙәрҙең стеналары янында дүрт гранит постаментта дүрт суйын сфинкс ҡуйылған, уларҙың баштары өҫтөнә алты ҡабырғалы фонарҙар беркетеп ҡуйылған[11].

Тимер сынйырҙар бер-береһенә болттар менән тоташтырылған[12].

Күперҙең техник характеристикаһы түбәндәгесә: күпер терәктәре араһы — 54,8 м; күперҙең киңлеге — 11,7 м; портал колонналарының бейеклеге — 6,5 м; колонналарҙың диаметры нигеҙе яғында — 65 см , өҫкөләренеке — 50 см[13].

Күпер архитектура биҙәлеше «мысыр стилендә» бик бай. Колонналар, кәрниз һәм фриз — портал элементтары — айырыуса бай биҙәлгән. Колонна һәм балкалары мысыр кәрнизле булып, улар өҫтөнә алтын ялатылған Мысыр ҡояш алиһәһе Ра скульптураһы беркетелгән. Порталдар алтын ялатылған орнаменттар менән биҙәлгән, уларҙа «варшава» лампалы фонарҙар ҡуйылған[8]. Сылбырҙарҙың һәр звеноһы алтын менән ялатылған[6].

Күперҙең суйын рәшәткәле тотҡалҡалары ла, шулай уҡ «египет манераһында». Порталдар, рәшәткә, сфинкстар аҫтындағы пьедесталдар һоро төҫтә буялып, иҫкергән бронзаны хәтерләтә, ә сфинкстар, һары буяу менән ҡапланып, «бронза»ға оҡшап тора[14]. XХ быуат башында күперҙең бөтә өлөшө, шул иҫәптән быға тиклем алтын ялатылғандары ла ҡараңғы-ҡыҙыл төҫкә буятыла. Ремонт ваҡытында суйын күпер рәшәткәләр тимер рәшәткәләр менән алмаштырыла[8].

Кесе Нева. Сфинкслы пристань

79 йыл дауамында Мысыр күпере хеҙмәт итә, уға бер нисә тапҡыр ремонт үткәрелә: 1866[15], 1876, 1887[16], 1894 (түбәнге түшәлмә алмаштырыла)[17], 1900 йыл[2].

1905 йылдың 2 февралендә (20 ғинуарында) күпер емерелә[2].

Авария сәбәптәрен тикшереү өсөн Ҡала думаһының махсус комиссияһы төҙөлә. Уның тикшереүҙәре һөҙөмтәһендә аварияның сәбәбе булып конструкцияларҙың металы сифатының насар булыуы тора[2][3].

Күпер емерелгән урынынан йыйып алына һәм уның урынында Усачев тыҡрығы башланған ерҙә инженер П. А. Лихачев проекты буйынса оҙонлоғо биш аралы ағас күпер төҙөлә [2][18]. Ваҡытлыса күперҙе асыу тантанаһы 1905 йылдың 16 апрелендә үткәрелә. Был күпер 1955 йылға тиклем йәшәй[19] (1956 й[2]).ы

Блокада ваҡытында бер сфинкс зыянлана — һуғыштан һуң Ленинград реставраторҙары скульптураны тергеҙә[20].

Мысыр күпере һәләкәте Күперҙең емерелгән Һул яҡ порталы Ваҡытлыса күперҙең асылыуы

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Мосты Ленинграда, 1986, с. 273
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 Мосты Ленинграда, 1986
  3. 3,0 3,1 Повесть о ленинградских мостах, 1971
  4. 4,0 4,1 4,2 Мосты Ленинграда, 1986, с. 81
  5. Мосты Ленинграда, 1986, с. 79
  6. 6,0 6,1 Мосты Ленинграда, 1986, с. 82
  7. Степнов, 1991, с. 303
  8. 8,0 8,1 8,2 Кочедамов, 1959, с. 216
  9. 9,0 9,1 Мосты Ленинграда, 1986, с. 83
  10. Кочедамов, 1959, с. 214—215
  11. Мосты и набережные Ленинграда, 1963, с. 66
  12. Мосты Ленинграда, 1986, с. 84
  13. Мосты Ленинграда, 1986, с. 81—82
  14. Кочедамов, 1958, с. 13
  15. Отчет С.-Петербургской городской Управы за 1875 год. — СПб., 1876. — С. 114, 115.
  16. С.-Петербургское городское общественное управление в 1887 году. Отчет городской управы. — СПб., 1888. — С. 52.
  17. С.-Петербургское городское общественное управление в 1894 году. — СПб., 1895. — С. LXIX, 409.
  18. Обзор строительной деятельности С.-Петербургского городского общественного управления за 1905 и 1906 гг. / Сост. Н. С. Нелюбов. — СПб., 1908. — С. 153. — 213 с.
  19. Мосты и набережные Ленинграда, 1963
  20. Повесть о ленинградских мостах, 1971, с. 138

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бунин М. С. Мосты Ленинграда. Очерки истории и архитектуры мостов Петербурга — Петрограда — Ленинграда. — Л.: Стройиздат, 1986. — 280 с.
  • Кочедамов В. И. Мосты Ленинграда. — Л.: Искусство, 1958. — 60 с.
  • Тумилович Е. В., Алтунин С. Е. Мосты и набережные Ленинграда. Альбом. — М.: Издательство Министерства Коммунального Хозяйства РСФСР, 1963. — 298 с.
  • Новиков Ю. В. Мосты и набережные Ленинграда / Сост. П. П. Степнов. — Л.: Лениздат, 1991. — 320 с.
  • Пунин А. Л. Повесть о ленинградских мостах. — Л.: Лениздат, 1971. — 192 с.
  • Горбачевич К. С., Хабло Е. П. Почему так названы? О происхождении названий улиц, площадей, островов, рек и мостов Санкт-Петербурга. — 4-е изд., перераб. — СПб.: Норинт, 1996. — С. 326. — 359 с. — ISBN 5-7711-0002-1.
  • Кочедамов В. И. Цепные мосты в Петербурге первой четверти XIX века // Архитектурное наследство. — Л., 1959. — № 9.
  • Тройницкий С. Н. О цепных мостах Петербурга // Старые годы. — 1907. — С. 96—99.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]