Туп

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мяч битенән йүнәлтелде)
Туп
Рәсем
 Туп Викимилектә
Төрлө спорт төрҙәре өсөн туптар

Туп, Тупсыҡ[1] — башлыса футбол, баскетбол, гольф, теннис кеүек спорт уйындарында һәм уларға оҡшаш башҡа төр уйындарҙа ҡулланылған шар кеүек йә иһә сферик формалағы, ҡағиҙә булараҡ, тығыҙ предмет; берәй материалдан эсе бөтәш йәки ҡыуыш итеп яһалып, ҡаты нәмәгә бәргәндә, ғәҙәттә, һикерә торған шар[2].

Үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Туптарға хас күп кенә үҙенсәлектәр уларҙы бигерәк тә балалар һәм спорт уйындары өсөн ҡулайлы итә:

  • Сығып һәм һерәйеп торған өлөштәре булмауы һәм йомшаҡлығы йәрәхәтләнеү ҡурҡынысын кәметә.
  • Шар кеүек булыуы тупҡа теләһә ниндәй йүнәлештә һәм йыраҡ араға еңел тәгәрәргә йә осорға мөмкинлек бирә.
  • Тығыҙлығы тупты һикертә, был һәр төрлө уйындың ҡыҙыҡлылығын бермә-бермә арттыра.
  • Ҙур һәм сферик формаһы һәм тығыҙлығы тупты оҙаҡ тотоп тороуҙы ауырлаштыра, шуға ла уны ҡаршы яҡ уйынсыһынан тартып алыу йә иһә уны бәреп төшөрөү еңел.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күн туптар — Бөйөк Новгород, Смоленск, Вщиж, Русь, XIIXIII быуаттың беренсе яртыһы.

Туп ҡулланылған гимнастика уйындары төрлө халыҡтарҙа булған. Боронғо Мысыр һәйкәлдәрендә ниндәйҙер түңәрәк әйберҙәр менән уйнаусы кеше фигуралары төшөрөлгән. Гомерҙың «Одиссея» поэмаһы геройы Навсикая, феаки халҡы батшаһының ҡыҙы, үҙенең әхирәттәре менән туп уйнай. Һуңыраҡ гректарҙың ир-егеттәре араһында был уйын улар йәшәгән бар биләмәләрҙә лә тарала, ә Спартала туп уйыны менән ҡыҙҙар ҙа мауыҡҡан. Шул уҡ уйын сферистика йә иһә сферомахия исеме аҫтында гимнастикала махсус өлөштө алып торған. Төрлө уйын төрҙәре хәҙергеләргә тура килгән. Гректарға шулай уҡ ике «ҡалаға», ике партия менән уйнау төрө лә билдәле булған.

Римдә йәшәүселәрҙең ҡарттары ла, йәштәре өсөн дә туп уйындары иң яратҡандарҙың береһе була. Уларҙа бәләкәй уйын тубы (лат. pila), һауа тултырылған ҙур шар (лат. follis) һәм ҙурлығы буйынса улар — pila һәм follis — араһындағы, йәғни уртаса һәм йөн тултырылған туптар (лат. paganica) ҡулланылған. Туп йоҙроҡ йә ҡул менән кире ҡағылған, ә уң ҡулға бейәләйгә оҡшаш нәмә кейҙерелгән. Бәләкәй туп башҡаларына ҡарағанда йышыраҡ ҡулланылған. Туптың артҡа ташланыуына йә алға ырғытылыуынан сығып, уйын datatim йә oxpulsim итеп ойошторолған. Өсмөйөш формаһындағы фигура яһап баҫып торған өс уйынсы ҡатнашҡан trigon уйыны күптәр өсөн иң яратҡаны булған.

Урта быуаттарҙа ла туп уйыны киң таралған булып ҡала килә. Ҡайһы бер ҡалаларҙа уның өсөн махсус биналар эшләйҙәр һәм уйындар өсөн эш хаҡы түләнгән етәкселәр һайлайҙар.

Яңы ваҡытта туп уйыны бигерәк тә Франция менән Италияла киң таралыу ала: һуңғыһында ул күп халыҡ йыйған тамашаға әйләнгән һәм махсус йәмғиәттәр тарафынан ойошторолоп үткәрелгән. Итальяндарҙың (лат. giuoco al palla) уйынында лапта ҡулға кейелә торған махсус ағас покрышка менән алмаштырыла.

XIX быуат Германияһында Англиянан килеп ингән туп уйындарынан башҡа тағы ла немецтәрҙеке тигән атап йөрөтөлгән ҙур булмаған туп менән уйнау һәм йыш ҡына тотҡалары булған ҙур туптарҙы ырғытыу бигерәк тә ныҡ таралған булған.

Инглиздәрҙең туп уйындары ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ғәҙәттән тыш төрлө. XIX быуатта уларҙан бигерәк тә боулз уйыны (ингл. bowls), рэкетс (racquets), теннис (tennis), футбол (football) һәм крикет (cricket) киң билдәле була. Боулзды болон-туғайҙарҙа уйнайҙар. Рэкетста тупты ағас таяҡ менән һуғалар, ул, стенаға бәрелеп, кире ҡаҡсырға тейеш. Был уйын өсөн махсус корттар эшләнә, уларҙы элек хатта төрмәләрҙә лә ҡуялар. Футбол уйыны ҙур тупты кәрәк йүнәлешкә аяҡ менән тибеп ебәреүҙән ғибәрәт.

Рәсәй империяһында XIX быуатта лапта уйыны айырыуса киң таралыу ала. Ул күп яҡтан крикетҡа оҡшаш, шул уҡ ваҡытта күпкә ябайыраҡ. Уның төп үҙенсәлеге: уйнаусыларҙың ике «ҡалаға» бүленеүе, йүгереп сығыуҙар, тупты тотоу һәм уның менән йүгереүсегә һуғып тейҙереү[3].

Хәҙерге туп уйындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге ваҡытта футбол, баскетбол, теннис һәм тағы ла ҡайһы бер башҡа төр туп уйындары ныҡ таралыу алған. Уларҙа ҡулланылған туптар төрлө ҙурлыҡта, ауырлыҡта һәм дә төрлөсә формала эшләнгән була:

Туп төрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Туп уйындары
  • Футбол тубы
  • Волейбол тубы
  • Баскетбол тубы
  • Туплы хоккей тубы
  • Хоппер
  • Художестволы гимнастика тубы
  • Гольф өсөн туп
  • Теннис өсөн туп

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. ВТ-ТСД|Туп
  2. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)
  3. Туп // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «ru:мяч» мәҡәләһе бар