Эстәлеккә күсергә

Эдди Мерфи

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мёрфи Эдди битенән йүнәлтелде)
Эдди Мёрфи
Eddie Murphy
Эдди Мёрфи 2010 йылда «Трайбека» кинофестивалендә.
Эдди Мёрфи 2010 йылда «Трайбека» кинофестивалендә.
Исеме

Эдвард Риган Мёрфи

Тыуған көнө

3 апрель 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (64 йәш)

Тыуған урыны

Бруклин, Нью-Йорк, АҠШ

Һөнәре

актёр , йырсы, сценарист, кинопродюсер, кинорежиссёр, стендап-комик

Карьераһы

1976 йылдан

Йүнәлеше

комедия

Наградалары

«Грэмми» (1984),
«Золотой глобус» (2007),
«Сатурн» (1997) кинопремиялары

IMDb

ID 0000552

 Эдди Мерфи Викимилектә

Эдди Мёрфи (Эдвард Риган Мёрфи, инглизсә Edward Regan «Eddie» Murphy; 3 апрель 1961 йылАмерика комедия актёры, кинорежиссёр, продюсер һәм йырсы. Билдәлелекте башлыса 1980-се йылдарҙа яулай. Бигерәк тә «Беверли-Хиллз полицейскийы» (русса «Полицейский из Беверли-Хиллз») фильмдары серияһындағы Аксель Фоули роле, шулай уҡ «Урындарҙы алмаштырыу» («Поменяться местами»), «Бумеранг», «Сәйер профессор» («Чокнутый профессор»), «Изге йән» («Святоша»), «Доктор Дулиттл», «Таныш булығыҙ: Дэйв» («Знакомьтесь: Дэйв»), «Плуто Нэш мажаралары» («Приключения Плуто Нэша»), «Америкаға сәфәр» («Поездка в Америку»), «Норбиттың хәйләләре» («Уловки Норбита»), «Хыялдағы ҡыҙҙар» («Девушки мечты»), «Өрәкле йорт» («Особняк с привидениями»), «Небоскребты нисек урларға» («Как украсть небоскрёб») һәм башҡа фильмдарҙағы төп ролдәре менән популярлыҡ ала.

Мёрфи шулай уҡ музыкаль альбомдар яҙҙырған һәм бер-нисә мульт-персонажға, шул иҫәптән, «Шрек» мультфильмындағы Ишәккә «тауыш биргән». Бынан тыш стендап комедия жанрында (тамашасылар алдында үҙ аллы юмористик сығыш) оҙаҡ һәм уңышлы эшләй.

«Алтын глобус» («Золотой глобус») премияһы эйәһе[1], Билл Кондондың «Хыялдағы ҡыҙ» фильмындағы икенсе пландағы иң яҡшы ир-ат роле өсөн «Оскар» премияһына номинант була.

«Comedy Central» телеканалы версияһы буйынса «Бар осорҙоң 100 иң бөйөк стенд-ап комиктары» теҙмәһендә 10-сы урынды яулай[2].

Эдди Риган Мёрфи 1961 йылдың 3 апрелендә }} йылда Нью-Йорктағы Бруклиндың Бушуик районында тыуған[3]. Уның әсәһе Лиллиан телефон операторы, ә атаһы Чарльз Эдвард Мёрфи транспорт полицияһы офицеры, һәүәҫкәр актёр һәм комик була[4][5][6]. Эддиның ағаһы Чарли ла актёр булып таныла.

Эдди бәләкәй саҡта уҡ атаһы һәләк була. Был ҡайғынан әсәһе Лиллиан ауырып китә. Ағалы-энеле туғандарға бер йыл буйына икенсе ғаиләлә йәшәргә тура килә[7]. Һуңыраҡ Эдди менән Чарли Рузвельтта (Нью-Йоркта) әсәһе һәм үгәй аталары — туңдырма заводы мастеры Вернон Линч — менән бергә йәшәй.

Башланғыс синыфтарҙа уҡ беленгән комик һәләттәре өсөн Эддины уҡыусы һәм уҡытыусылар ихтирам итә. Яҡынса 15 йәшлек сағында Мёрфи үҙ аллы номерҙары менән сығыш яһай башлай. Был тамашаларға Билл Косби һәм Ричард Прайор йоғонтоһо көслө була. Бер уҡ ваҡытта Мёрфи Нью-Йорктағы «Roosevelt High School» махсус мәктәбендә шөғөлләнә[8].

Йыл Русса исеме Төп телдә исеме Роль
19801984 с Субботним вечером в прямом эфире Saturday Night Liveв роли самого себя
1982 ф Сорок восемь часов 48 Hrs.Реджи Хэммонд
1983 ф Поменяться местами Trading PlacesБилли Рей Велентайн
1983 ф Эдди Мёрфи: В бреду Eddie Murphy Deliriousв роли самого себя
1984 ф Полицейский из Беверли-Хиллз Beverly Hills CopАксель Фоули
1984 ф Лучший способ защиты Best Defenseлейтенант Т. М. Лэндри
1986 ф Золотой ребёнок Golden ChildЧендлер Джерелл
1987 ф Полицейский из Беверли-Хиллз 2 Beverly Hills Cop IIАксель Фоули
1987 ф Эдди Мёрфи «Как есть» Eddie Murphy Rawв роли самого себя
1988 ф Поездка в Америку Coming to Americaпринц Аким Джоффер / Кларенс / Ренди Ватсон / Соул
1989 ф Ночи Гарлема Harlem NightsВернест «Шустрик» Браун
1990 ф Другие сорок восемь часов Another 48 Hrs.Реджи Хэммонд
1992 ф Бумеранг (фильм, 1992) БумерангBoomerang / Маркус Грэхэм
1992 ф Достопочтенный джентльмен Distinguished GentlemanТомас Джефферсон
1994 ф Полицейский из Беверли-Хиллз 3 Beverly Hills Cop IIIАксель Фоули
1995 ф Вампир в Бруклине Vampire in BrooklynМаксимиллиан / проповедник Поли / Гвидо
1996 ф Чокнутый профессор Nutty ProfessorШерман Кламп / Бадди Лав
1997 ф Городская полиция Metroинспектор Скотт Ропер
1998 ф Доктор Дулиттл Doctor Dolittleдоктор Джон Дулиттл
1998 ф Святоша Holy ManДжи

Ҡалып:ВмФильме Ҡалып:ВмСериале

1999 ф Пожизненно LifeРэй Гибсон
1999 ф Клёвый парень BowfingerКит Рэмси / Джефферсон Рэмси
2000 ф Чокнутый профессор 2: Семья Клампов Nutty Professor II: The KlumpsШерман Кламп / Бадди Лав

Ҡалып:ВмФильме

2001 ф Доктор Дулиттл 2 Dr. Dolittle 2доктор Джон Дулиттл
2002 ф Обмануть всех I SpyКелли Робинсон
2002 ф Шоу начинается Showtimeофицер Трей Селларс
2002 ф Приключения Плуто Нэша Adventures of Pluto NashПлуто Нэш
2003 ф Особняк с привидениями Haunted MansionДжим Эверс
2003 ф Дежурный папа Daddy Day CareЧарли Хинтон

Ҡалып:ВмФильме

2006 ф Девушки мечты DreamgirlsДжеймс «Гром» Эрли
2007 ф Уловки Норбита NorbitНорбит / Распутия / мистер Вонг

Ҡалып:ВмФильме

2007 ҡыҫҡ Шрек мороз, зелёный нос Shrek the HallsОсёл
2008 ф Знакомьтесь: Дэйв Meet DaveДэйв / Капитан
2009 ф Представь себе Imagine ThatЭван Дэниелсон

Ҡалып:ВмФильме

2011 ф Как украсть небоскрёб[9] Tower HeistСлайд
2012 ф Тысяча слов A Thousand WordsДжек Макколл
2015 ф Повар CookГенри Чёрч
2016 тф Полицейский из Беверли-Хиллз 4 Beverly Hills Cop 4Аксель Фоули
  1. Kilday, Gregg. 'Dreamgirls' Snares Multiple Golden Globe Nods. The Hollywood Reporter (14 декабрь 2006). Дата обращения: 11 сентябрь 2012. Архивировано 31 июль 2012 года.
  2. Comedy Central 100 Greatest Standups of all Time. Listology (19 май 2005). Дата обращения: 29 август 2010. Архивировано 6 август 2012 года.
  3. Lovece, Frank. «'Beverly Hills Cop 3 — Eddie Murphy Is Back». Calhoun Times. Дата обращения: 11 июль 2012. Архивировано 11 июль 2012 года.
  4. Eddie Murphy: The Dreamgirls Interview. DallasBlack.com. Дата обращения: 29 август 2010. Архивировано 24 июль 2012 года. 2012 йыл 24 июль архивланған.
  5. Eddie Murphy Biography (1961–). Filmreference.com. Дата обращения: 29 август 2010. Архивировано 31 июль 2012 года.
  6. Eddie Murphy Biography — Yahoo! Movies. Дата обращения: 13 июль 2012. Архивировано 13 июль 2012 года. 2011 йыл 9 ноябрь архивланған.
  7. Eddie Murphy. Дата обращения: 11 сентябрь 2012. Архивировано 22 февраль 2012 года.
  8. Eddie Murphy, a BIG Star! African American Registry. Дата обращения: 1 август 2012. Архивировано 15 сентябрь 2012 года. 2012 йыл 15 сентябрь архивланған.
  9. ‘Tower Heist’ continues filming at Trump International Hotel & Tower. Дата обращения: 11 сентябрь 2012. Архивировано 22 февраль 2012 года. 2011 йыл 16 август архивланған.