Эстәлеккә күсергә

Мүк еләге һаҙлығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мүк еләге һаҙлығы
Дәүләт  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Урын Архангел

Мүк еләге һаҙлығы — төбәк әһәмиәтендәге комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы, БР Хөкүмәтенең 2005 йылдың 21 июле Күрһәтмәһенә ярашлы, Башҡортостандың махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе[1][2].

Мүк еләге һаҙлығы — Ағиҙел һәм Еҙем йылғалары араһында урынлашҡан һаҙлыҡ, 2005 йылда тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән. Архангел районы Орловка ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 1, 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан төбәк ботаник ҡомартҡы. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 2 га. Башлыса атмосфера яуым-төшөмлө ҡатнаш һыу менән туйына. Эре түмәрлек, таллыҡ, ҡайын һәм тоташ сфагнум менән ҡапланған иретмә тибындағы һаҙ берләшмәләре бар. Үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре үҫә: һаҙлыҡ мүк еләге, түңәрәк япраҡлы ысыҡ үләне, һаҙ хаммарбияһы һ. б.[3].

2001 йылдың 7 сентябрендә Архангел районы хакимиәте башлығы «Орловка ауыл хакимиәте биләмәһендәге мүк еләге һаҙлығын тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан итеү тураһында» ҡарарын ҡабул итә.

Һаҙлыҡтың төньяҡ өлөшө ҡулсаһы — 300 метр, ә көньяҡ өлөшө 150 метр самаһы тәшкил итә, дөйөм майҙаны — 6,5 гектар. 2000 йылдар башында мүк еләге 3200 квадрат метрҙы ҡаплаған. Һаҙлыҡ мүк еләге ҡайын менән уратып алынған аҡланда өлгөрә. Ә һәйкәл статусына эйә булмаған икенсе һаҙлыҡта мүк еләге 1400 квадрат метр майҙанындағы тағы бер участкала үҫә

Башҡортостан Республикаһында мүк еләге ҡыуаҡлыҡтары ҙур түгел, хатта уның емештәрен йыйыу тыйылған. Уның түшәлеп үҫкән нәҙек үренделәре 80 сантиметрға тиклем оҙонлоҡта. Япрағы сиратлы, ҡалын тиресәле, ялтыр, ҡара-йәшел төҫтә, аҫ яҡтан күк ҡуныҡ менән ҡапланған. Алһыу-ҡыҙыл сәскәләре сатыр рәүешле сәскәлектәргә йыйылған. Ул май-июнь айҙарында сәскә ата, емеше август — сентябрҙа өлгөрә. Улар ҡуйы ҡыҙыл төҫтә, шар формаһында. Унда витаминдар, органик кислоталар, шәкәр, микроэлементтар бар.

Мүк үләне хәл керетеү үҙенсәлектәренә эйә, ашҡаҙан эшен яҡшырта, уны авитаминоз ваҡытында ҡулланылалар.

Шулай уҡ һаҙлыҡта Бибершгейн ләләһе һәм һалынҡы үҫемлектәр — Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән үҫемлектәр бар[4].

Флораһы һәм фаунаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һаҡлау объекттары: биотөрлөлөгө юғары булған һаҙ үҫемлектәренең эталон берләшмәләре.

Тәғәйенләнеше һәм әһәмиәте

— Тәбиғәт комплексын һаҡлау һәм уны рациональ файҙаланыу

— Биотөрлөлөктө һаҡлау

— Проектланған тәбиғәт ҡомартҡыһы Һаҙ иретмәләре (сплавины) карст күлдәре урынында барлыҡҡа килгән. Карст уйпатлыҡтарында һәм упҡындарында формалашҡан һаҙлыҡ үҫемлектәренең (күрән, тал, мамыҡ ҡайын һ.б.) төрлө эталон варианттарынан торған торф һаҙлыҡтарында үҫемлектәрҙең бер нисә төрө: һаҙ мүк еләге, түңәрәк япраҡ ысыҡ үләне һәм һаҙ хаммарбияһы үҫә. Бореаль төрҙәргә бай сфагнум һаҙлыҡтарының булыуы киң япраҡлы урмандар таралыу зонаһы өсөн һирәк күренеш, шуға күрә улар уникаль: ҡомартҡы тәбиғәтте һаҡлау һәм фәнни әһәмиәткә эйә.

— мелиорация эштәре;

— торф һәм мүк сығарыу;

— ағас һәм ҡыуаҡтарҙы ҡырҡыу;

— мал көтөү;

— эргә-тирәләге биләмәләрҙе һаҙлыҡ сигенә тиклем һөрөү;

— үҫемлектәр йыйыу.

  • Сводный список особо охраняемых природных территорий Российской Федерации (справочник). Часть II. Потапова НА, Назырова РИ, Забелина НМ, Исаева-Петрова ЛС, Коротков ВН, Очагов ДМ М.: ВНИИприроды (2006) : 364
  • Реестр особо охраняемых природных территорий Республики Башкортостан отв ред АА Мулдашев Уфа, Издательский центр «МедиаПринт» (издание второе) (2010) : 413
  1. Постановление правительства Республики Башкортостан от 29.12.2021 № 733 «О ВНЕСЕНИИ ИЗМЕНЕНИЙ В НЕКОТОРЫЕ РЕШЕНИЯ ПРАВИТЕЛЬСТВА РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН» 2023 йыл 16 ғинуар архивланған.
  2. Распоряжение правительства Республики Башкортостан от 21.07.2005 № 673-р Распоряжение правительства Республики Башкортостан от 21.07.2005 № 673-р
  3. Мүк еләге һаҙлығы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Клюквенное болото(недоступная ссылка)

болото Клюквенное болото. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ»)  (рус.).