Эстәлеккә күсергә

Мәжитов Ринат Марсель улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәжитов Ринат Марсель улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 18 сентябрь 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (57 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө бейеүсе, солист
Эш урыны Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Мәжитов Ринат Марсель улы (18 сентябрь 1967 йыл) — бейеүсе, 1995—2012 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған (2002) һәм халыҡ артисы (2009).

Ринат Марсель улы Мәжитов 1967 йылдың 18 сентябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. Атаһы, Мәжитов Марсель Исмәғил улы, бейеүсе, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы.

1988—1990, 1995—2012 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле, 1992—1995 йылдарҙа «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле солисы.

Бейеүсегә актёр оҫталығы, ихласлыҡ, сағыу темперамент хас. Башҡарыу оҫталығы юғары техника һәм тәьҫирлелек менән айырылып тора. Мәскәү һәм Санкт-Петербург концерт залдарында сығыш яһай. 1997 йылда Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәрендә, 2001 йылда Санкт-Петербургта Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте көндәрендә, 2006 йылда БР көндәрендә Истанбул ҡалаһында, 2005 йылда Лондонда «Урыҫ ҡышы» фестивалендә ҡатнаша. Донъяның 15 иле буйлап гастролдәрҙә була[1].

«Бүләк», «Ҡороҡсолар», «Һунарсы» («Перовский»), «Бангладеш ритмдары һәм көйҙәре» («Ритмы и мелодии Бангладеш»), «Төньяҡ амурҙары», «Ут егет», «Коряк бейеүе» («Корякский танец»), «Француз яулығы» бейеүҙәрен яңғыҙ башҡара[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]