Мәжитов Рәмил Ғиниәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәжитов Рәмил Ғиниәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 13 апрель 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыны Үрге Һаҙ, Мәҡсүт ауыл Советы (Күгәрсен районы), Күгәрсен районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 21 октябрь 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[1] (63 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй[1]
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө дәүләт эшмәкәре[d] һәм уҡытыусы
Ғилми дәрәжә сәйәсәт фәндәре кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре

Мәжитов Рәмил Ғиниәт улы (13 апрель 1957 йыл21 октябрь 2020 йыл) — дәүләт һәм мәғариф эшмәкәре, ғалим-педагог, менеджер, сәйәсәт фәндәре кандидаты. 2019 йылдан Башҡортостан йәбештереү-монтаж һәм сәнәғәт етештереүе колледжы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәмил Ғиниәт улы Мәжитов 1957 йылда Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Үрге Һаҙ ауылында тыуған. 1983 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлай, «физика һәм математика уҡытыусыһы» һөнәре ала.

  • 1974—1975 — Күгәрсен районы Мәҡсүт ауыл мәҙәниәт йорто директоры;
  • 1975—1977 — Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеү;
  • 1977—1978 — Күгәрсен районы Үрге Һаҙ ауылы һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы;
  • 1977—1983 — Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты студенты;
  • 1983—1985 — Күгәрсен районындағы Яңы Николаевский һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары;
  • 1985—1996 — Күгәрсен районы Волостновка ауылы урта мәктәбе директоры;
  • 1996—1997 — Күгәрсен район мәғариф бүлеге мөдире;
  • 1997—2003 — Күгәрсен районы халыҡ мәғарифы идаралығы начальнигы;
  • 2003 — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең гуманитар мәсьәләләр һәм милләт эштәре буйынса бүлегенең баш белгесе;
  • 2003—2005 — Күгәрсен районы хакимиәте башлығы;
  • 2005—2008 — Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы хакимиәте башлығы;
  • 2008—2010 — Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе;
  • 2010—2018 — Башҡортостан Республикаһы мәғарифты үҫтереү институты ректоры.
  • 2019—10.2020 — Башҡортостан йәбештереү-монтаж һәм сәнәғәт етештереүе колледжы директоры.

Рәмил Ғиниәт улы ауырыуҙан һуң 2020 йылдың 21 октябрендә Өфөлә вафат була[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре
  • Башҡортостан Республикаһы Почёт Грамотаһы

Цитата[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Молодежь — вот настоящий индикатор положения дел в обществе [2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]