Мәлик шаһ I
| Мәлик шаһ I | |
| фарс. ملكشاه | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Титул | Солтан |
| Тыуған көнө | 15 август 1055 |
| Тыуған урыны | Исфаһан, Иран |
| Вафат булған көнө | 19 ноябрь 1092 (37 йәш) |
| Вафат булған урыны | Бағдад, Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге |
| Үлем төрө | һомицид[d] |
| Үлем сәбәбе | яд[d] |
| Ерләнгән урыны | Могила Низам-аль-Мулька[d] |
| Атаһы | Алп-Арслан[d] |
| Бер туғандары | Sifri Khatun[d] |
| Хәләл ефете | Туркан-хатун[d] һәм Zübeyde Hatun[d][1] |
| Внебрачный партнёр | Taj Safariyya Khatun[d] |
| Балалары | Әхмәт Санжар, Махмуд ибн Малик-шах[d], Gawhar Khatun[d], Барҡыяруҡ, Мөхәммәт I (Сәлжүк солтаны), Исма Хатун[d] һәм Mah-i Mulk Khatun[d] |
| Нәҫеле | Сәлжүкиҙәр |
| Һөнәр төрө | суверен |
| Биләгән вазифаһы | Sultan of the Seljuq Empire[d] |
| Префикс титула | Әмир әл-мөьминин |
Мәлик шаһ I (Мәликшаһ, Мәлик-шаһ Әбүл-Фәтх Джәләл әд-Дин Мәлик-шаһ ибн Әлп-Арслан, фарс. ملكشاه (әзерб. Məlik şah, төр. Melik şah); 16 август 1055 — 19 ноябрь 1092) — 1072 йылдан Сәлжүк солтаны, Әлп Арсландың улы һәм вариҫы. Мәлик шаһ идара иткән осорҙа сәлжүк дәүләте үҙенең иң кеөслө ҡеүәте нөктәһенә етә.
Мәлик шаһ I ваҡытында империяның баш ҡалаһы Рейҙан Исфаһанға күсерелә.
Яулап алыуҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Мәлик шаһ 1055 йылдың 16 авгусында тыуа, бала сағы Исфаһанда үтә. 1064 йылда, Мәлик шаһҡа ни бары 9 йәш булғанда, ул атаһы Әлп Арсландың Кавказға хәрби походында ҡатнаша. Ҡарахандар ханы Ибраһим Тамғастың ҡыҙы Теркен Хатунға өйләнә[2]. 1072 йылда Мәлик шаһ Әлп Арсландан һуң тәхеткә ултыра һәм дәүләт менән, элек атаһының вәзире һәм үҙенең остазы булған Низам әл-Мөлөктең көслө йоғонтоһо аҫтында идара итә[3]. Хакимлыҡ итеүенең иң башында уҡ Мәлик шаһ ағаһы Кәүүрд бейҙең ихтилалын баҫтыра һәм уны язалап үлтерә.
Мәлик шаһ Сәлжүктәр империяһының сиктәрен киңәйтә. Төньяҡ Сүриә һәм Фәләстиндең бер өлөшө баҫып алына.
Һуңыраҡ, 1074 йылда, ул үҙенең хәрби көстәрен Сәмәрҡәнд хакимы Ҡараханиҙар ханы Шәмс әл-Мөлөккә ҡаршы күсерергә ҡарар итә. Төп алыш Ҡаршы янында була. Хан ғәскәрҙәре сәлжүктәр тарафынан тулыһынса тар-мар ителә[2]. Артабан улар Бохара һәм Сәмәрҡәнд ҡалаларын ала.
1079 йылда Грузияға һәм Әрмәнстанға поход була.
Бер аҙҙан Сәлжүкиҙәр ҙур походтарҙан тыйылып тора, ләкин 1089 йылда уҡ яңы хәрби кампания башлана, уның барышында Фәрғәнәне баҫып алалар. Сәлжүктәр империяһы Көнсығыш Төркөстан сигенә тиклем киңәйә.
Төҙөлөш, сәнғәт һәм фән
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәлик шаһ, хәрби эшмәкәрлектән тыш, һуғыштарҙан һәм ихтилалдарҙан һуң емерелгән һәм ҡыйратылған подданныйҙары йәшәгән биләмәләрҙе тергеҙеү менән дә шөғөлләнә. Уның дәүләте сәлжүк аристократтары һәм хәрби етәкселәр идара иткән 12 вассал кенәзлеккә бүленә. Феодал мөлкәте араһындағы бәйләнеште еңеләйтеү маҡсатында Мәлик шаһ юлдарҙы төҙөкләндерә, шулай уҡ йәмәғәт биналары — каруанһарайҙары төҙөй, йөҙләгән мәсет, мәҙрәсә, һарайҙар төҙөлә. Һарайҙа сәнғәт һәм шиғриәт, шулай уҡ фән үҫешә. Мәлик шаһ ваҡытында календарь реформаһы үткәрелә, Гератта һәм Бағдадта юғары мәктәптәр ойошторола, ғалимдарға һәр төрлө ярҙам күрһәтелә. Уның янында вәзир булып «Сийәсәт-намә» («Идара итеү тураһында китап») трактаты авторы Низам әл-Мөлөк хеҙмәт итә. Был ваҡытта Ғүмәр Хәйәм менән Әбү Хәмит Әл-Ғазали йәшәй һәм ижад итә.
Эске сәйәсәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәлик шаһ ваҡытында коррупцияға ҡаршы көрәшкә, үҙәк хөкүмәткә ышанысты нығытыуға һиҙелерлек иғтибар бирелә. Низам әл-Мөлөк үҙенең «Сийәсәт намә» трактатында идара итеү идеалдарын ентекле һүрәтләй, Мәлик шаһ үҙ хакимлығында ошо ҡағиҙәләргә таяна[4]. Ортодоксаль сөнниҙәр булараҡ, солтандар шиғыйҙарҙы, атап әйткәндә , Хәсән ибн Сәббәхте исмәғилдәрен эҙәрлекләй. Сәббәхтең эйәрсендәре Ҡазвин янындағы Аламут ҡәлғәһен баҫып ала, ә Мәлик шаһ ебәргән әмир Арслан-Таш етәкселегендәге ғәскәр уны кире ала алмай. Ғүләм солтаны Ҡыҙыл Саруғ Кухистандағы Дара ҡәлғәһен ҡамап ала, әммә 1092 йылдың 19 ноябрендә Мәлик шаһтың, күрәһең, ағыуланыу һөҙөмтәһендә вафаты сәбәпле һуғышты туҡтата. Солтан Мервта атаһы Әлп Арслан ҡәбере эргәһендә ерләнә. Мәлик шаһ вафат булғандан һуң уның улдары араһында власть өсөн көрәш башлана[5].
Сәнғәттә образы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кинола
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Хранитель: Легенда об Омаре Хайяме» (2005)
- «Пробуждение: Великие Сельджуки» (2020) — Төркиәнең заманса сериалында танылған актёр Бугра Гюльсой Сәлжүк солтаны Мәлик-шаһты уйнай.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ İslâm Ansiklopedisi (төр.) — 1988. — Т. 24. — Б. 93.
- 1 2 Мелик-шах I. Лучшие всех времен. Дата обращения: 27 май 2026.
- ↑ Великие сельджуки. Султан Мелик-шах. Дата обращения: 27 май 2026.
- ↑ Великая Сельджукская империя во времена султана Мелик-шаха. kino.mail.ru. Дата обращения: 27 май 2026.
- ↑ Строева, 1978, с. 67, 69, 71
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мелик-Шах // Мёзия — Моршанск. — М. : Советская энциклопедия, 1974. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 16).
- История Востока. — Восточная литература, 1995. — Т. 2: Восток в средние века.
- Ирмияева Т. Ю. История мусульманского мира. От Халифата до Блистательной Порты. — Челябинск: Урал ЛТД, 2000. — 352 с. — 10 000 экз. — ISBN 5-8029-0122-5.
- Строева Л. В. Государство исмаилитов в Иране в XI–XIII вв. — М.: Издательство «Наука», ГРВЛ, 1978. — 2400 экз.