Мәмбәт (Хәйбулла районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ауыл
Мәмбәт
Мәмбәт
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Хәйбулла районы

Координаталар

51°51′29″ с. ш. 58°26′17″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 255 830 003

ОКТМО коды

80 655 430 111

Мәмбәт (Рәсәй)
Мәмбәт
Мәмбәт
Мәмбәт (Хәйбулла районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Мәмбәт

Мәмбәт (рус. Мамбетово) — Башҡортостандың Хәйбулла районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 529 кеше[1]. Почта индексы — 453804, ОКАТО коды — 80255830003.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 529 259 270 49,0 51,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Район үҙәгенә тиклем (Аҡъяр): 24 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Маҡан): 12 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сара): 83 км

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Вәлиди урамы (рус. Валиди (улица))
  • Гагарин урамы (рус. Гагарина (улица))
  • Яр буйы урам (рус. Набережная (улица))
  • Яңы урам (рус. Новая (улица))
  • С. Юлаев урамы (рус. С.Юлаева (улица))
  • Совет урамы (рус. Советская (улица))
  • Юбилей урамы (рус. Юбилейная (улица))[2]

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәмбәттең улдары — Сәйфулла, Рәхмәтулла, Иҫәнғол, Ғәбит һәм Иҫәндәүләт ҡышын ғаиләләре менән Һабыр ауылында йәшәгән. Ә йәйгеһен Айыулы, Маҡан, Таналыҡ йылғалары үҙәндәрендә күсеп йөрөйҙәр. 1816 йылдан һуң улар Һабыр ауылынан айырыла һәм тәүҙә үҙҙәренең йәйләү урынында Айыулы йылғаһы тамағында йәшәй. Һуңынан 1820—1830 йылдарҙа бөгөнгө Мәмбәт ауылы урынында төпләнәләр. 1816 йылғы ревизия мәғлүмәттәрендә Мәмбәт ауылы юҡ, ә 1834 йылдың киләһе майында яҙылған материалдарҙа күрһәтелгән. Ул 23 йорттан һәм 232 кешенән торған. Мәмбәт ауылы Өлтәк, Бикбау ауылдары менән бергә 9 башҡорт кантонының 6 ауыл йәмғиәтенә ингән. Киләһе IX ревизияла Бүребай ауылы менән бергә башҡорт кантонының 4-се Үҫәргән тирмәһе Мәмбәт ауыл йәмғиәтенә ингән. 1959 йылда 77 йорт һәм 460 кеше иҫәпләнгән.

«Тораҡ урындар исемлеге. Ырымбур губернаһы. 1866.» тигән китапта яҙма бар: Орск өйәҙе, 2-се стан, 775-се Мәмбәт ауылы (Ҡаҙаҡлар), башҡорт, Таналыҡ йылғаһы буйында, Орск ҡалаһынан алып Верхнеурал ҡалаһына тиклем иҫке юлдың уң яғы һәм һул почта юлы араһында урынлашҡан. Өйәҙ ҡалаһынан алыҫлығы 125 саҡрым, стан фатирынан 25 саҡрым, ихата һаны 86, халыҡ һаны: ирҙәр 243, ҡатын-ҡыҙҙар 251. Ауылда мәсет бар[3]. Шулай уҡ уҡығыҙ: Камалов А. А. Камалова Ф. У. Атайсал[4]

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ ижадында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Мәмбәт[5]

Матбуғатта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ауыл һәм мәсет тарихы[6]
  • Мәмбәттә — «Бәхетле ҡатын» проекты[7]
  • Хәсәнов Рәхимйән Шәкирйән улына таҡтаташ[8]

Видеояҙмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Мәмбәт ауылы шәжәрәһе[9]
  • Шишмә һыуы[10]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Улицы
  3. [ttps://ufagen.ru/places/haibullinsky/mambetovo Мамбетово]
  4. Камалов А. А. Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001.— 329—330-сы биттәр.
  5. Башҡорт халыҡ ижады. 2-се том. Риүәйәттәр, легендалар. — Өфө, Китап, 1997. — 440 бит., страница 375
  6. Два столетия мечети
  7. Мәмбәттә — «Бәхетле ҡатын» проекты
  8. Муниципальный район Хайбуллинский район Республики Башкортостан
  9. Шэжэрэ д. Мамбетово 1994
  10. д Мамбетово Родниковая деревня Экскурсия после сход граждан.